ҠЫҘ ДИМЛӘҮ
аҡсарлаҡтар күтәрелеп барыһы, күлде ҡаплап осҡан, ти. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠЫҘҒОТОЙ и. диал. ҡар. ҡыҙ ҡотой. М Беҙҙең яҡта ҡыҙғотойҙо малайҙар өнәмәй. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘҒЫЛТ (Р.: красноватый; И.: reddish; T.: kırmızımsı) с.
Ҡыҙылға тартым төҫ. □ Красноватый. Ҡыҙғылт төҫ. Ҡыҙғылт төҫтәге ҡағыҙ. Ҡыҙғылт буяу. Я Офоҡ ситен ҡыҙғылт буяуҙарға мансылдырып, ҡуйы урманлы Урал тауҙары аръяғынан күтәрелеп килгән ҡояш нурҙары ергә һибелде. Я. Хамматов. Ҡаршыларында ғына ғорур башын юғары күтәреп, ҡыҙғылт һыртлы, тарбағай мөгөҙлө мышы баҫып тора. Д. Бүләков. Ихсанбайҙың иғтибарынан, әлбиттә, был ҡыҙарыу ҙа, байып барған ҡояштың ҡыҙғылт нурында айырыуса нәзәкәтле күренгән Гөлбаныу тәненең һыҙаттары ла ситтә ҡалманы. Т. Ғарипова. Зөләйха башын түбән эйгән дә ҡайҙандыр ҡулына килеп эләккән ҡыҙғылт саған япрағын ваҡ ҡына киҫәктәргә өҙгәләй. Н. Мусин.
ҠЫҘҒЫЛТ КӨРӘН (Р.: красно-бурый; И.: foxy; T.: kestane rengi) с.
Ныҡ бешкән сейә емеше төҫөндәге. □ Красно-бурый. Я Ут яҡтыһында аттың күҙҙәре йә зәңгәрһыу, йә ҡыҙғылт көрән төҫ менән йылтырап китә. Т. Килмөхәмәтов. Инә өйрәктең төҫө ҡыҙғылт көрән һәм ҡарараҡ таптар менән ҡапланған. Интернет селтәренән.
ҠЫҘҒЫЛТЛАНЫУ (ҡыҙғылтлан-) (Р: становиться красноватым; И.: get reddish; T.: kırmızımsı olmak) ҡ.
Ҡыҙғылт төҫкә инеү; ҡыҙғылт булыу. □ Становиться красноватым. Ҡояш нурынан диңгеҙ өҫтө ҡыҙғылтланды. Я Ике дөйәгә юлда ятып-торор ҡаралды, аҙыҡ артмаҡлап, Торсонбай бисәһе менән юлға сыҡҡанда, ҡояш алыҫ офоҡ артынан ҡыҙғылтланып яңы күтәрелеп килә ине. Н. Мусин. Ниндәй алйотлоҡ! Хатта битенең ҡыҙышып, ос-остары ҡыҙғылтлана
башлауын ул [Аҡсәскә] үҙе лә һиҙҙе. Б. Бикбай. Әле генә япраҡ ярған һылыу тирәктәр араһынан ярты ай, ярһыуҙан йөҙө ҡыҙғылтланып, тынып ҡарап тора. 3. Биишева. Ул ҡулындағы йәшел фонарын болғай-болғай тимер юлы буйында тороп ҡалды, ә беҙ, күгелйем шыйыҡ болоттарға барып тоташҡан ҡыҙғылтланған шаңдаҡҡа ҡарай-ҡарай, Сермән ауылына юл тоттоҡ. М. Тажи.
ҠЫҘҒЫЛТЛАУ (ҡыҙғылтла-) (Р.: делать красноватым; И.: make reddish; T: kızartmak) ҡ.
Ҡыҙғылт төҫкә әйләндереү. □ Делать красноватым, с красным отливом. Стенаны ҡыҙғылтлау.
ҠЫҘҒЫЛТ ҺАРЫ (Р: оранжевый; И.: orange; T: turuncu) с.
Әфлисун төҫөндә, ҡуйы һары, хәнәүәт. □ Оранжевый. ■ Аяҙ күктә йондоҙҙар, аяҡ аҫтына ҡыҙғылт һары япраҡтар һибелгән. Ф. Әсәнов. Алда ялан ерҙәр, бойҙай түшәлгән турпыша шикелле ҡыҙғылт һары Юшатыр далаһы йәйрәп ята ине. 3. Биишева.
ҠЫҘҒЫН I (Р: горячий, вспыльчивый; И.: hot-tempered; T: kızgın) с. диал.
Ҡыҙыу; яндырай. □ Горячий, вспыльчивый; пылкий. Ҡыҙғын кеше. Ҡыҙғын егет. Ҡыҙғын булыу. Ҡыҙғын күңел. Ҡыҙғын хис.
ҠЫҘҒЫН II (Р: горячая пора; И.: busy season; T: yüksek sezon ) и. диал.
Ҡыҙыу ваҡыт, ҡыҙған мәл. □ Горячая пора; разгар. Ҡыҙғын саҡ. Эштең ҡыҙғын мәле.
ҠЫҘ ДИМЛӘҮ (Р.: обряд сватания; И.: ask a girl in marriage; T.: kız istemek) и. этн.
Кәләшлеккә кемделер димләү, ҡоҙалау, яусылау йолаһы. □ Обряд сватания. // Сватать девушку. Я «Димсе диңгеҙ кистерә» тигәндәй, ҡыҙ димләүгә әҙерләнеп, ризала-тырлыҡ итеп барырға кәрәк. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2011. • Ҡыҙ димләүе — бер алтын. Әйтем.
655