Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 656


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘҘАР
ҠЫҘҘАР и. диал. ҡар. ҡайынһеңле. Н Минең ҡыҙҙарым берәу генә ине. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘҘАР КАМЗУЛЫ (Р.: девичий камзол; И.: maidens’ camisole; T.: kızlar yeleği) и. этн.
Өҙөлөп торған билле, асыҡ иҙеүле, бер генә төймәле, уҡа-тәңкә ҡырпыулы камзул. □ Девичий камзол. Йәшел бәрхәттән тегелгән ҡыҙҙар камзулы. Балаға ҡыҙҙар камзулын тектереу.
ҠЫҘҘАРСА (Р: по-девичьи; И.: girlishly; T.: kızlar gibi) р. этн.
Ҡыҙҙарға хас кеүек, ҡыҙҙар һымаҡ. □ По-девичьи. Ҡыҙҙарса ҡыланыу. Ҡыҙҙарса бейеу. Ҡыҙҙарса оялыу.
ҠЫҘҘАР ТАУЫ (Р: девичья гора; И.: maidens’ mountain; T.: Kızlar dağı) и.
Ҡатын-ҡыҙҙар ғына йыйылып, йырлап-бейеп, уйын уйнап, күңел асып байрам үткәрә торған тау. □ Девичья гора (гора, место проведения женского обрядового праздника, гадания девушек). Ҡыҙҙар тауында байрам уткәреу.
ҠЫҘҘАР УЙЫНЫ (Р: весенний праздник «Воронья каша»; И.: ancient Bashkir females’ ritual; T.: kızların oyunu) и. этн.
Яҙ көнө ҡырға сығып, ашарға бешереп, күңел аса торған ҡатын-ҡыҙ уйыны; ҡарға бутҡаһы. □ Весенний праздник «Воронья каша», устраиваемый женщинами и девушками.
ҠЫҘҘЫРҒЫС (Р: компресс; И.: compress; T.: kompres) и.
1. Дауалау маҡсаты менән ауыртҡан ергә һалынған дарыулы йәки йылы сепрәк; боҫлама. □ Компресс. Арҡаға ҡыҙҙырғыс һалыу.
2. Тәндең ауыртҡан еренә ҡуя торған йылы әйбер. □ Грелка. Эҫе һыу тултырып ҡыҙҙырғыс ҡуйыу.
ҠЫҘҘЫРМАС (Р: национальное блюдо; И.: sort of national dish; T.: yerel yemek türü) и.
Төйөлгән картуфҡа ҡыҙҙырылған он һалып бешергән ашамлыҡ. □ Национальное блюдо (картофельное пюре с поджаренной мукой). Ҡыҙҙырмас әҙерләу. Ҡыҙҙырмас ашау.
ҠЫҘҘЫРТЫУ (ҡыҙҙырт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡыҙҙырыу, понуд. от ҡыҙҙырыу. Бәрәңге ҡыҙҙыртыу. Мейесте ҡыҙҙыртыу. ■ Исемдәрҙең теуәллекле тап килеше ҡыҙҙы бер аҙ ҡаушатты, ҡолаҡ остарынаса ҡыҙҙыртып ҡыҙартты — хаҡ яҙмыштың уҙенең ҡушыуы булып тойолдо уға. Й. Солтанов. Ҡөл ҡыҙҙыртып шуны һалып ҡараным, «буҫер» тигән ауырыу бар тиҙәр, шул тугелме икән, тип уйланым. Н. Ҡәрип.
ҠЫҘҘЫРЫЛЫУ (ҡыҙҙырыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡыҙҙырыу, страд, от ҡыҙҙырыу. Ҡыҙҙырылған ит. Ҡыҙҙырылған таба. ■ Мунса кеуек эҫергән өй эсенә онлатҡан тары белене еҫе, ҡыҙҙырылған ҡаҙ майы еҫе таралған. Ф. Әсәнов. Әбейҙәр, еңгәләр, ҡыҙҙар табала ҡыҙҙырылған баҙыян еҫтәре аҫтында Шәмсиҙең әсәһе Фатимаға кәфен тектеләр. Ғ. Хәйри. Оҙаҡламай Римма ҡыҙҙырылған билмән килтерҙе. Д. Бүләков. Уның [Салауаттың] башы утлы кумергә ҡуйып ҡыҙҙырылған таба кеуек эҫе ине. А. Таһиров.
ҠЫҘҘЫРЫУ (ҡыҙҙыр-) (Р: калить;
И.: heat; roast; T: kızdırmak) ҡ.
1. Утта эҫетеү, эҫе итеү. □ Калить, раскалять, прокаливать. // Накаление, накаливание, прокаливание; накал. Үтекте ҡыҙҙырыу. Мейесте ҡыҙҙырып тороу. Ҡыҙҙырғансы яғыу. Тимер мейесте ҡыҙҙырып ебәреу. Сәс бөҙрәткесен ҡыҙҙырып алыу. ■ Ете ырыуҙың берләшеп килешеуенең бер билдәһе итеп, Йылайыр һыуы буйындағы Имән-тауҙағы бер йөҙйәшәр имән ағасына ете ырыуҙың ете төрлө тамғаһын ҡыҙҙырып һуҡҡандар. Ғ. Хөсәйенов.
2. Ашамлыҡты ҡоролай йәки майҙа утта тотоу; ҡурыу. □ Жарить, поджаривать. //Жаренье, поджаривание. Итте ҡыҙҙырып алыу. Ашамлыҡты ҡыҙҙырып килте-
656