ҠЫҘ ЕБЕ
pey. Я Бер аҙҙан өй эсенә, танауҙы ҡытыҡлап, ләззәтләндереп, ҡыҙҙырған ҡурмас еҫе таралды. X. Ғиләжев. Улар [Флурә менән Вил Ваһапович] ҙур табала һуғанлап картуф ҡыҙҙырҙы, өҫтөнә бер нисә йөмөртҡа ла һыттылар һәм кинәнеп ашанылар. Ш. Хажиәхмәтов. [Таңсулпан]соланға сығып, аҡ май менән ҡорот алып инде, өҫтәлгә клеёнка йәйеп, майлы табала ғына ҡыҙҙырып бешерелгән сөсө аҡ кумәс килтереп ҡуйҙы. Ф. Әсәнов. Иртәнге һауанан әскелтем, ҡурмас ҡыҙҙырғандағын хәтерләткән еҫ килеуе ғәжәпләндерҙе Мәҙинәне. Т. Ғарипова.
3. Ҡояшҡа, эҫегә йылытыу. □ Греть, прогревать. // Прогревание. Ҡояшҡа арҡаны ҡыҙҙырыу. Өшөгән ҡулдарҙы мейескә ҡыҙҙырыу. ■ Ҡыш көнө, ҡайһы ваҡыт атай, ҡайһы ваҡыт әсәй аҙбарҙағы аҙ ғына малды ҡарап, бесән йәки һалам һалып кергәс, йәки угәй әсәй йылғанан һыу алып ҡайтҡас, тимер мейескә артын ҡуйып ҡыҙҙыра ине. Ғ. Хәйри. [Саҙрый менән Лоҡман] кейемдәрҙе ут янына элгәс.. тәндәрен ҡып-ҡыҙыл булғансы ҡыҙҙырҙылар. А. Абдуллин. Уға [Шәңгәрәйгә] ни, арҡаһын ҡояш ҡыҙҙырһа, шул еткән. Т. Ғарипова.
4. Бик ныҡ эҫетеү; яндырыу. □ Жарить, палить (о солнце). Ҡояш ҡыҙҙыра. Көн ҡыҙҙыра бирә. ■ Талғын ғына иҫкән йылы ел ҡояш ҡыҙҙырған әрем ҡатыш дала сәскәләре еҫен таратты. Я. Хамматов. Көн эҫе. Июнь ҡояшы арыу ғына ҡыҙҙыра. Н. Ғәйетбаев. Төш мәле. Салт аяҙ. Тап тубә өҫтөнә ҡунаҡлаған ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Н. Мусин. Йәйге селләнең ярһыу ҡояшы төшлөктә рәхимһеҙ ҡыҙҙыра. А. Абдуллин. Көн апаруҡ ҡыҙҙыра башланы. Д. Бүләков. Йәйге селлә ише ук булмаһа ла, миҙгеленә курә ярайһы ғына ҡыҙҙыра. Ә. Хәкимов. Йәй көнө бик ҡыҙҙырһа, ямғыр булыр. Һынамыш.
5. кусм. Нервыны ҡуҙғатып, ярһытыу. □ Подогреть, взвинтить (кровь, нервы). Ҡыҙҙырып тороу. Ҡанды ҡыҙҙырыу. Юҡты-барҙы һөйләп ҡыҙҙырыу. ■ Был иһә ҡартты
оторо ҡыҙҙырып ҡына ебәрҙе, тауышын көрәйтеп, ҡулдарын һелтәнгеләп ук һөйләргә тотондо. Н. Мусин. Ә ҡыҙҙырмай ғына, ыңғайына һыпырып сығып китһәң, нисек кәрәк шулай эшләп ҡуя, һуҙҙе йыҡмай. Т. Ғарипова.
6. кусм. һөйл. Эшкә ебәреү (моторҙы)', тоҡандырыу. □ Прогреть (двигатель). Машинаны ҡыҙҙырыу. М Гата машинаны, йәһәт кенә ҡыҙҙырып, тышҡа, лапаҫ аҫтына, алып сыҡты, уны тикшерергә, көйләргә кереште. Ә. Хәкимов. Нәбир мотоциклды йәһәт кенә ҡыҙҙырҙы ла, алдағы ҡыҙыл утты ҡыуып, уҙҙәренең ауылдарына ҡарай елдерҙе. Р. Байбулатов. [Бригадир:] Ярай, иптәш, беҙҙең һәр сәғәт ҡәҙерле, — тине лә тракторист тракторын ҡыҙҙырырға ҡушты. X. Ғиләжев.
7. кусм. Ныҡ итеп орошоу; әрләү. □ Сильно ругать; взгревать. Ҡыҙҙырып алыу. Ҡыҙҙырып ташлау. ■ Үҙенә тапшырылған йөктө башҡалар елкәһенә һалырға теләуселәрҙе ваҡыты менән шелтәләп, ҡыҙҙырып та алырға тура килә. Ф. Әсәнов. Халыҡ, һаман тыныслана алмай, шау-гөр килеп фекер алышып таралғас, Фазыл дуҫы Сәләхетдинде ауыл Советына саҡырып индерҙе лә тотондо ҡыҙҙырырға. Ә. Хәкимов. [Һарун:] Мин һине тағы ла эшкә сыҡмаған өсөн аҙыраҡ ҡыҙҙырырға тип килгәйнем. М. Тажи.
♦ Бауырын ҡыҙҙырыу ҡыҙыу хәрәкәт менән ярһытыу. □ Прогреть (мышцы) резкими движениями. М Егет саптырып йөрөп, толпарҙың бауырын ҡыҙҙырып ала ла, ҡапҡа аша ырғып, куҙҙән юғала. Әкиәттән. Я Ҡуптән бирле куҙен ҡыҙҙырып килгән Ҡуян төбәгенә барып, байтаҡ йылдарҙан бирле һөрөлмәй ятҡан ун дисәтинәләй сиҙәм ерҙе арҡылыһына-буйына йөрөп сыҡты [Сәләхетдин]. Ә. Хәкимов. Ҡанды ҡыҙҙырыу ҡар. ҡан.
ҠЫҘ ЕБЕ (Р.: нитки девочки; И.: line of white thread for girls; T: kız hattı) и. этн.
657