ҠЫҘЫҒАЙТЫУ
рондан килгән куркәм йола. Ҡыҙ һоратырға егет яғынан ағай-энеһе, яусы һәм кейәу егете бара. М. Бураҡаева.
ҠЫҘЫҒАЙТЫУ (ҡыҙығайт-) (Р.: делать интересным; И.: make it interesting; T: ilginç yapmak) ҡ.
Ҡыҙыҡҡа өйләндереү, ҡыҙыҡ итеү. □ Делать интересным. Мәжлесте ҡыҙығайтып ебәреу. Тормошто ҡыҙығайтыу. ■ Уның [Ғә-лимәнең] әле кешене ҡыҙығайтып ирештергеһе, уйнағыһы-көлгөһө килә. X. Ғиләжев.
ҠЫҘЫҒАЙЫУ (ҡыҙығай-, ҡыҙығая) (Р.: становиться интересным; И.: become interesting; T.: ilginç olmak) ҡ.
Ҡыҙыҡҡа әйләнеү, ҡыҙыҡ булыу. □ Становиться интересным, быть интересным. Тормош ҡыҙығайҙы.
ҠЫҘЫҒЫУ (ҡыҙыҡ-) (Р: заинтересоваться; И.: take an interest (in); T.: ilgi göstermek) ҡ.
1. Күңел биреү, әүрәү; мауығыу. □ Заинтересоваться, интересоваться. Ҡыҙығып йөрөу. Ҡыҙығып ҡуйыу. Ҡыҙығып һөйләу. Уҡырға ҡыҙығыу. Эшкә ҡыҙығып тороу. ■ Үҙе лә һиҙмәҫтән шәкерттәргә ылыҡты, уларҙың әңгәмәләрен ҡыҙығып тыңланы. Ә. Хәкимов. Ҡуптән тугел мин уның Ҡыҙылъяр лавкаһына баҫып һөйләгәнен ҡыҙығып тыңлап торҙом. И. Насыри. Ҡеләт ишеге тәпәш, Басариев ныҡ бөгөлөп эскә утте, бәләкәй генә бер тәҙрәһе булған таш зиндан эсенә, ундағы әйберҙәргә ҡыҙығып ҡарап торҙо. Р. Солтангәрәев.
2. Күңел биреп, һоҡланып, йөрәкһеү. □ Прельщаться, соблазняться. Ҡыҙығып йөрөу. Ҡыҙығып тороу. Ҡыҙығып китеу. М Сабира ярлы ҡыҙы булһа ла, уның матурлығына ауылдың егеттәре ҡыҙығалар тиҙәр. Ғ. Хәйри. Ҡыҙҙарҙан куптәр уға [Русланға] ҡыҙыға башлағайны ла, тик мәктәптә бер сибәр һәм ҡаратырыш уткер Рәмилә уҙенә ҡаратты. Д. Шәрәфетдинов. • Иҫәр ҡыҙығыр матурға, аҡыллы — батырға. Әйтем. Ҡыҙ тип ҡыҙыҡма, ҡәйнә ҡыҙҙан ярала. Әйтем.
Ҡыҙ тип ҡыҙыҡма, бер көн ҡатын булыр. Мәҡәл. Һәр ҡыҙылға ҡыҙыҡма. Мәҡәл. Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан. Мәҡәл.
3. Нимәнелер үҙеңдә булдырыу йәки нимәгәлер эйә булыу теләге уяныу. □ Зариться на что. Малға ҡыҙығыу. Байлыҡҡа ҡыҙығыу. Ҡарьераға ҡыҙығыу. ■ Турәлеккә ҡыҙыҡтың, уларҙың өс тинлек баҡыр миҙалдарына баш әйҙең. Шул арҡала илеңде оноттоң. Т. Хәйбуллин. [Таңһылыу:] Әгәр, малға ҡыҙығып, ҡатын өҫтөнә Сәлим кантонға бирһәләр, Хоҙай һуғыр. М. Буранғолов. • Ҡупкә ҡыҙыҡма, аҙҙан ҡалырһың. Мәҡәл.
ҠЫҘЫЙ (Р: девушка; И.: my girl; T.: kızcağız) и.
1. Ҡыҙ кешегә өндәшеү һүҙе. □ Девушка (слово-обращение). ■ «Йә, ярай, бер юлға ҡотолдоң, ҡыҙый, уңыштар теләйем, хуш», — тип Баязитов Рәшиҙәнең ҡулын ҡыҫты. Ғ. Аллаяров. [Бикҡол — Раузаға:] Етер, ҡыҙый, шаярма, — тине, уң ҡулы менән уҙен ҡоршаулаған ҡулдарҙы айырҙы. А. Таһиров. Башҡалар Мәхфузәнең ҡышҡы һалҡын менән алһыуланған йөҙөнә: «Йә, сибәр ҡыҙый, яуабың нимә?» — тигән шикелле һораулы ҡараш менән ҡаранылар. Ғ. Хәйри. Әй, ҡыҙый, — тине ул [ефрейтор], буренеке һымаҡ йыуан, таҙа муйынға ултыртылған дурткел башын бороп. И. Абдуллин.
2. шаяр. Иғтибарҙы нимә менәндер йәлеп иткән ҡыҙ тураһында һөйләгәндә йәки шаяртып әйткәндә ҡулланылған һүҙ. □ Девушка (шутливо). М Китте барҙы ҡыҙый. Ни артынан эйәрә алманы Салауат, ни бер ни әйтеп өлгөрмәне — бигерәк ҡапыл килеп сыҡты. Д. Шәрәфетдинов. [Йосоп:] Сибәр ҡыҙый менән һөйләшеп ултырып, уҙ йомошомдо .. онотҡанмын. Н. Мусин. Баянан бирле беҙ өҫтөндә килгән Ҡолоев Раяға йылмайып ҡараны. Ҡыҙый быға иғтибар итмәне. Р. Солтангәрәев. Үтте ҡыҙый, ҡараштары менән «мин — сафлыҡ ул!» тиеп, ант итеп. М. Ғәли.
662