ҠЫҘЫҠАЙ
ҠЫҘЫҠ I (Р.: забавный; И.: funny; T.: eğlenceli) с.
1. Колко килтергес, мәрәкә. □ Забавный, смешной. / Забавно, смешно. Ҡыҙыҡ тамаша. Ҡыҙыҡ сығыш. Ҡыҙыҡ табыу. Ҡыҙыҡ хәбәр. Ҡыҙыҡ булыу. М Ошо арала улар иҫтәренә төшкән бар ҡыҫыҡ ваҡиғаларҙы бер-береһенә һөйләп бөттөләр, тик ер аҫтындағы станцияға төшөу се лә, унан сығыусы ла булманы. Н. Ғәйетбаев. Шуның артынан уҡ Зиннәт уның Урман-Ҡуҙәйҙә булған бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләп, барыһын көлдөрҙө. И. Насыри. Фәриә башҡа саҡтағыса шыңғыратып көлмәй, йылмая ғына. Шунан ҡапыл һораны: «Ғаяз... Ғаяз ағай, бер ҡыҙыҡ хәбәр һөйләйемме?» Н. Мусин. Ҡыҙҙар, уҙ-ҙәре ишеткән, уҙҙәре кургән төрлө ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләп, уйнап-көлөп минең куңелем-де асырға тырыштылар. Ф. Әсәнов. • Ҡымыҙ барҙа ҡыҙыҡ бар. Мәҡәл.
2. Күңел әүрәткес; ирмәк. □ Интересный, увлекательный. Ҡыҙыҡ спектакль. Ҡыҙыҡ фильм. Ҡыҙыҡ роман. ■ «Бишбармаҡ тиһең инде... Шәп, шәп!» тип Долгое усын-усҡа ышҡып алды. Әйтерһең, берәй ҡыҙыҡ тамаша тураһында һуҙ бара. Ә. Хәкимов. Ылау халҡы быны ҡыҙыҡ тамаша итеп ҡысҡырып көлөшөргә кереште. Ғ. Хөсәйенов. Бәхәсләшә торғас, уйынды сәкәндән дауам итергә һуҙ ҡуйышабыҙ. Иң ҡыҙыҡ уйын — ул сәкән. Н. Мусин. Яратмаған ирҙә интегеп, ыҙалап йәшәуҙең ни ҡыҙығын таптың? Я. Хамматов. Әуәл заманда ата-баба хәмер эсмәй ҙә ҡыҙығын тапҡансы. М. Кәрим. Азат йәйге ялын нисек файҙалы һәм ҡыҙыҡ уҙғарған, шуға курә уның әйтер фекерҙәре лә ҡайһылай матур килеп сыҡҡан. Р. Байбулатов. • Туйҙың булғанынан «була» тигәне ҡыҙыҡ. Мәҡәл. Төлкөһөнән бигерәк көлкөһө ҡыҙыҡ. Мәҡәл. Һәр нәмә ваҡыты менән ҡыҙыҡ. Мәҡәл. Балыҡты тотоуынан «тотам» тигәне ҡыҙыҡ. Мәҡәл.
3. Ғәҙәттән тыш, аптырарлыҡ, ғәжәп. □ Удивительный, странный. Ҡыҙыҡ әҙәм.
Ҡыҙыҡ хәл булды. ■ Өс көн уткән, биш көн уткән, ете көн уткән, бай һаман бер ҙә эш ҡуш -май, ти. Ҡыҙыҡ бай икән был, тип уйлаған, ти, Оморҙаҡ. Әкиәттән. Мирхәйҙәров тамаҡ ҡырҙы ла ике ҡулын өҫтәлгә ҡаушырып, Ха-шимға төбәлде. — Ҡыҙыҡ кеше һин, Хашим. Партияға ла инмәйһең, яуаплы эштән дә ҡасаһың. Т. Ғарипова. Әхмәҙулланың Сәғәҙәт тигән бер дуҫы бар. Ҡыҙыҡ кеше ул. Р. Солтангәрәев. Төлкөсурин — ҡыҙыҡ кеше, уҙ башына әллә ниндәй бәләләр уйлап таба. Н. Мусин. Ауылдың «суфыйы» — ҡыҙыҡ кеше ул, уҙе һәр ваҡыт тип әйтерлек намаҙ уҡыған була. Ғ. Хәйри. — Иллә, Ғумэров иптәш, ҡыҙыҡ әҙәм һин, кем әсәләре икәнлегенә тиклем белеп бөткәнһең. С. Агиш. Хәбибуллинға ҡыҙҙың вайымһыҙлығы ҡыҙыҡ тойолдо. X. Ғиләжев.
ҠЫҘЫҠ II (Р: интересно; И.: interestingly; T.: ilginç biçimde) инш.
һөйләүсенең ғәжәпләнеүен белдерә. □ Интересно (вводное слово). ■ Бәлки бер мәл, куп кенә ваҡыт уткәс, килеп сығыр. Ҡыҙыҡ, шул саҡ таныр инеме икән ул Батырҙы, Хәлитте. Н. Ғәйетбаев. Барыһы ла, барыһы ла минең өсөн ор -яңы... Ҡыҙыҡ, әллә улар миңә яңы, әллә мин уларға яңы... белгән юҡ. Ғ. Хәйри. Ҡыҙыҡ, Ихсанбайын ҡарауыллап ҡына барғайны кәнсәгә, аҙаҡ ҡарауылсы булып төштө. Т. Ғарипова. Ҡыҙыҡ, Торсонбайҙы ҡабат осратһам, уҙен нисегерәк тотор ине икән? Н. Мусин. Ҡолаҡтарым, берәй ерҙән уның матур тауышы ишетелмәҫме икән тип, аулай. Ҡыҙыҡ, нимә тип һуҙ ҡушаһы икән уға? Д. Юлтый.
ҠЫҘЫҠАЙ (Р: доченька; И.: my girl!; girlie!; T.: kızcağız) и.
1. Ҡыҙ кешегә үҙ итеп кесерәйтеп йәки иркәләтеп әйтеү һүҙе. □ Доченька, дочка. ■ Хужабикә, йәш ҡатындың тойғолары менән иҫәпләшмәйенсә, баш сайҡаны һәм «Яңылышаһың, ай, яңылышаһың, ҡыҙыҡай!» — тине. Я. Хамматов. [Сурағолов:] Йә әле, шаян ҡыҙыҡай, һөйләп ебәр: банк мөдиренең
663