ҠЫҘЫҠАС
таш бәғерен нисек йомшарттың? Н. Мусин. [Фәүзиә — Гөлбаныуға:] Һин һаман аңламаныңмы, ҡыҙыҡай?! Был кейемдәр ҙә, Ихсанбай ҙа һиңә бәхет килтермәйәсәк! Сис уларҙы, ташла, утҡа яҡ... Т. Ғарипова. «Эй, ҡыҙыҡай, — тине Сафуан, асыуһыҙ тауыш менән. — һин минең мундирҙы ҡойҡаға әйлән-дереп ҡуйма тағы». И. Абдуллин.
2. Таныш булмаған ҡыҙ. □ Девушка, девица (о незнакомой девушке). Я Ҡыҙыҡай ҡулындағы сыбыҡ менән бәпкәләрҙе ауыл яғына ҡыуҙы. Ж. Кейекбаев. Бәпкә ҡарап ултырған ике ҡара моронло, һәләмә кейемле ҡыҙыҡайҙан башҡа урамда кеше заты күренмәй. Ф. Әсәнов, «һа-һа-һай-й!» — тип Зәбирәнең тауышы менән ук үсекләп яуап бирҙе уға яҡында ғына бер ҡыҙыҡай. Ф. Иҫәнғолов. Әле теге аҡ ҡайын: «Мине ташлап китәһеңдәме ни?» — тигән һымаҡ моңһоу ғына елберләй ине. Гүйә, аҡ күлдәкле ҡыҙыҡай өҙөлөп-өҙөлөп ҡул болғай. Р. Байбулатов.
ҠЫҘЫҠАС и. ҡар. ҡыҙыҡай. Я Матур ҡыҙыҡас еләк йыя, силәккәйен, силәккәйен элеп шул беләккә. Йырҙан.
ҠЫҘЫҠ ИТЕҮ (ҡыҙыҡ ит-) (Р.: поставить в смешное положение; И.: put in a funny situation; T: komik duruma düşürmek) ҡ.
Көлкө хәлгә ҡалдырыу. □ Поставить в смешное положение, выставить в смешном свете. Я Йәйләүгә килгәндә үҙҙәрен бер ҡыҙыҡ иттеләр. Дөрөҫө, мыҫҡыллауҙарына мыҫҡыл менән яуаплап ҡаранылар, ахырыһы. Ғ. Хөсәйенов. Малайҙарға ҡыҙҙы тертләтеп тә, үсекләп тә ҡыҙыҡ итергә кәрәк ине.
3. Биишева. Саҙрислам хәҙрәт бик шутник кеше була. Быны ҡыҙыҡ итер өсөн, бер хәйлә ҡора. И. Насыри. Малайҙың [Мәжиттең] башында бер хәйлә «ҡып» итеп ҡалмаһынмы. Туҡта, ҡыҙыҡ итһен үҙҙәрен!.. Р. Байбулатов.
ҠЫҘЫҠ КҮРЕҮ (ҡыҙыҡ күр-) (Р: считать смешным; И.: think it funny; T: komik bulmak) ҡ.
Ниндәйҙер күренеште ҡыҙыҡ итеп ҡабул итеү, ҡыҙыҡ итеп уйлау. □ Считать смешным, принимать за смешное. Я Таңсулпан төрлө рәүештә һалынған өйҙәргә ҡыҙыҡ күреп ҡарай. Н. Мусин. Элек Емеш менән Шәүрә ошо шаршыла һыу инеүҙе ҡыҙыҡ күрә торғайнылар. 3. Биишева.
ҠЫҘЫҠҠА ҺАНАУ (ҡыҙыҡҡа һана-) ҡ. ҡар. ҡыҙыҡ күреү.
ҠЫҘЫҠЛАНЫУ (ҡыҙыҡлан ) ҡ. ҡар. ҡыҙығайыу. Ҡыҙыҡлана барыу. Ҡыҙыҡланып китеү. Ҡыҙыҡлана төшөү. Я [Зилский менән секретарь] халыҡтың һайлау мәсьәләһе менән иң ҡыҙыҡланып еткән бер осоронда ғына, был мәлде аңдып тороп, йыйылыштан сығып ҡастылар. Ғ. Дәүләтшин. Ул [Әхмәҙулла] ысынлап ҡыҙыҡланып китте, әйтерһең, инженер түгел, ә ауыл малайы. Р. Солтангәрәев.
ҠЫҘЫҠ ЛАУ (ҡыҙыҡла-) ҡ. диал. ҡар. ҡотортоу 1. Я Халыҡты ҡыҙыҡлап йөрөй. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫҠЛЫ (Р: смешной; И.: laughable; T: gülünçlü) с.
1. Көлкө килтергес; ҡыҙыҡ, мәрәкә.
□ Смешной, интересный, забавный. Ҡыҙыклы көләмәс. Я Ул бер ваҡытта ла тел сарлап, бушты бушҡа ауҙарып, ләстит һатып ултырманы, ләкин кәрәк урынында юмор ҡатыштырып, ҡыҙыҡлы хикәйәттәр һөйләргәлә булдыра торғайны. М. Тажи. [Зәлифә ] палатаға ингән һайын, берәй ҡыҙыҡлы һүҙ әйтеп, ауырыуҙарҙы көлдөрөп ала. Ф. Әсәнов. Улай ҙа булмай ҡыҙҙар йүгереп килеп еттеләр, гүйә, ҡыҙыҡлы тамашанан мәхрүм ҡалалар. Р Байбулатов. [Индрил] ҡыҙыҡлы анекдоттар һөйләп төнгә тиклем беҙҙе көлдөрҙө. Д. Юлтый.
2. Күңел биләгес; мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ.
□ Интересный, увлекательный. Ҡыҙыҡлы асыш. Ҡыҙыклы уйын. Ҡыҙыклы китап. Я «Рәтен белгән кешегә ат өйрәтеүҙән дә ҡыҙыҡлы эш юҡ ул донъяла!» — тип ризалашты Мансур. Ф. Әсәнов. Эш миңә, бер яҡтан,
664