ҠЫҘЫҠҺЫНДЫРЫУ
бик ҡыҙыҡлы һәм куңелле булып тойолдо. Ә.- 3. Вәлиди. Айырым сәбәптән башланған эш йырҙар донъяһына сәйәхәткә әйләнеп китә, ҡыҙыҡлы асыштарға юлыҡтыра. Р. Бикбаев. Кисә бик куңелле утте. Бер уҡытыусы егет «Мөхәббәт иҫкерәме?» тигән темаға ҡыҙыҡлы ғына лекция һөйләне. Н. Мусин.
ҠЫҘЫҠМАН с. диал. ҡар. ҡыҙыҡлы.
■ Шундай ҡыҙыҡман, иҫ китмән хәл булды. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫҠ ТАБЫУ (ҡыҙыҡ тап-) (Р.: находить смешным; И.: think it funny; T.: komik bulmak) ҡ.
Ниндәйҙер күренештең ҡыҙыҡ яғын күреп, ҡыҙыҡһыныу. □ Находить смешным.
■ Бурәнә ярығынан да ҡыҙыҡ табып, шарҡылдарға торған йәш ҡатындар дәррәу көлөргә тотондо. Яр. Вәлиев. Гөлшат ҡына, ерле юҡтан ҡыҙыҡ табып, пырх-пырх көлөп алғыланы. Б. Рафиҡов. Ул [Резеда], бер ҙә юҡтан ниндәйҙер ҡыҙыҡ табып, сабый бала һымаҡ шырҡылдап көлә йәки бер сәбәпһеҙгә упкәләп илай торған булып ҡайтты. М. Садыҡова.
ҠЫҘЫҠТЫРҒЫС (Р.: занимательный; И.: amusing; entertaining; T.: ilgi çekici) c.
Күңел биләгес, күңел әүрәткес; ҡыҙыҡлы. □ Занимательный. Ҡыҙыҡтырғыс ваҡиға.
■ Шәкерттәрҙең йәшерәктәренә, ә бәләкәй Тажетдин менән Зөләйханы әйтеп тораһы ла тугел, был сәйер ҡара урман, усаҡ йылыһы, иртәнге тәмле ризыҡтар утә ҡыҙыҡ, ҡыҙыҡтырғыс булып куренде. Ғ. Хөсәйенов. Ялтырауыҡ, ҡыҙыҡтырғыс ҡала тормошо балалар куңелен уҙенә нығыраҡ тарта. А. Мағазов.
ҠЫҘЫҠТЫРЫУ (ҡыҙыҡтыр) (Р.: прельщать; И.: interest; T.: ilgisini çekmek) ҡ.
1. Ҡыҙығыу тойғоһо уятыу. □ Прельщать, соблазнять. Аҡса менән ҡыҙыҡтырыу. Уҡыу менән ҡыҙыҡтырыу. Ҡыҙыҡтырып алыу. Ҡыҙыҡтырып ҡуйыу. ■ Был ғына етмәһә, тәмле сәй менән кәнфит тә өҫтәрмен, — тип ҡыҙыҡтыра бригадир арттағыларҙы. И. Ғиззәтуллин. Мул туләнәсәк хаҡ кеше
ләрҙе ҡыҙыҡтыра ҡалды. Теге ырҙында ла, был ырҙында ла машиналар һәм сыбағаштар менән иген һуғыу башланды. А. Карнай. Юҡ, ҡартты һеҙ бер туҫтаҡ ҡымыҙға ҡыҙыҡтырып ала алмаҫһығыҙ инде хәҙер, ул уҙ ғумерен байҙарҙың малын бер туҫтаҡ ҡымыҙ хаҡына көтөп йөрөгән, — тине [Талип]. А. Таһиров. Юҡ, ҡәҙер-хөрмәт, мал-мөлкәт, дан, дәрәжә ҡыҙыҡтырманы Һабрау ҙы. Ә. Хәкимов. Ҙурыраҡ турәлек ҡыҙыҡтырған Тевкилевте. Ғ. Хөсәйенов.
2. Күңелде тартыу, күңелде йәлеп итеү; һоҡландырыу. □ Интересовать, заинтересовать; интриговать, заинтриговывать. Ҡыҙыҡтырып ебәреу. Ҡыҙыҡтырып йөрөу. Ҡыҙыҡтырып тороу. ■ Ҡинйәғолдоң киң кукрәге, таҙа, ныҡ кәуҙәһе Кандаловты ҡыҙыҡтыра, унан эштә өмөт көтә ине... А. Таһиров. Гумерендә бер сәскә атмаған, емеш бирмәгән ҡыу ағас кемде ҡыҙыҡтырһын?!
3. Биишева. Башҡалар Әҙһәм ҡарттың хәбәрен йотолоп тыңлап ултырҙылар, ә Әх-мәдиҙе Аласабыр хикәйәһе ҡыҙыҡтырҙы. Ж. Кейекбаев.
3. Дәртләндереү, ҡыҙыҡһындырыу. □ Поощрять. // Поощрение. Матди яҡтан ҡыҙыҡтырыу. Ҡыҙыҡтырыу премияһы. Ҡыҙыҡтырыу саралары.
ҠЫҘЫҠҺЫҘ (Р: неинтересный; И.: uninteresting; T: ilginç olmayan) с.
Иғтибарҙы тарта, күңелде әүрәтә алмаҫлыҡ. □ Неинтересный. М Ниндәй ҙә булһа эш курһәтергә ашҡыныусы, хәуефкә, батырлыҡҡа ынтылыусы Ваняға ҡыҙыҡһыҙыраҡ тойолған бурыс йөкмәтелде. Ә. Хәкимов. [Бибихаят:] Ҡыҙыҡһыҙ һеҙ, Ханиә апай. Н. Нәжми. Мәҙрәсәнең шатлыҡһыҙ, ҡыҙыҡһыҙ бер төрлө тормошо ла, Ғаббас мулланың теге донъя, ожмах, тамуҡ тураһындағы бөткөһөҙ өгөт-нәсихәттәре лә уны бик тиҙ екһендерҙе. 3. Биишева.
ҠЫҘЫҠҺЫНДЫРЫУ (ҡыҙыҡһындыр-) (Р: возбуждать интерес; И.: excite interest in; T: ilgi çekmek) ҡ.
665