Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 666


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ
1. Ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятыу. □ Возбуждать интерес, заинтересовать. Ҡыҙыҡһындырған һорау. Ҡыҙыҡһындыра төшөу. Ҡыҙыҡһындырып ебәреу. Ҡыҙыҡһындырып йөрөу. Уҡыу менән ҡыҙыҡһындырыу. М Тик рус ғәскәре генә, шул иҫәптән, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған башҡорт полктары, туғыҙ ай буйы француздар менән батырҙарса алышты. Я. Хамматов. Йомшаҡ урман һуҡмағын йырмаслап йөҙәр метрға һуҙылған төрткө сысҡан юлының тап ҡаты һуҡмаҡ аша сыҡҡан ере ҡыҙыҡһындыра беҙҙе. Д. Шәрәфетдинов. Ярым узбәксә кейенеп, өҫтәл артында ниҙер яҙып ултырған баһадир кәуҙәле егет комиссарҙы берҙәй ҡыҙыҡһындыра. Р. Өмөтбаев.
2. Хуплап, ярҙам итеп кемделер берәр эш башҡарырға, эштең сифатын яҡшыртырға теләк тыуҙырыу. □ Поощрять. // Поощрение. Ҡыҙыҡһындырыу премияһы. Ҡыҙыҡһындырыу саралары. Матди яҡтан ҡыҙыҡһындырыу. Баланы ҡыҙыҡһындырып тороу. Аҡса менән ҡыҙыҡһындырып ебәреу.
ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ (ҡыҙыҡһын-) (Р.: интересоваться; И.: take an interest (in); T.: ilgilenmek) ҡ.
Мөһим күреп, иғтибарҙы, күңелде бәйләү; белергә тырышыу. □ Интересоваться. Фән менән ҡыҙыҡһыныу. Музыка менән ҡыҙыҡһыныу. М Был минең рус телен артабан өйрәнеуемә һәм сәйәси мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһына башлауыма сәбәп булды. Ә.-З. Вәлиди. Тыуған яҡтары менән ҡыҙыҡһынған баринға башҡорт ер-һыу атамаларын, кейек, ҡош-ҡорт исемдәрен генә тугел, уларҙыц уҙгә сифаттарын, дәртләнеп китһә, тарихтарын, легендаларын ҡушып һөйләп ташлай ине. Ғ. Хөсәйенов. «Һуғыш ваҡытында ла тула өмәләре буламы ни әле?» — тип ҡыҙыҡһынды Хәсән. Ф. Әсәнов.
ҠЫҘЫҠҺЫНЫУСАН (Р: любознательный; И.: inquisitive; T.: meraklı) с.
Һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныу ғәҙәте булған; нимәнелер белергә тырышҡан. □ Лю
бознательный. Ҡыҙыҡһыныусанукыусы. Ҡыҙыҡһыныусан ҡараш. Фән менән ҡыҙыҡһыныусан. Ҡыҙыҡһыныусан ҡиәфәт. Я Ҡазый Мәхмут тарих менән дә шөғөлләнгән, ҡыҙыҡһыныусан бер зат ине. Ә.-З. Вәлиди. Ниңә килгән ул бында? Тәңреһенән улем һорапмы, әллә бәндәләрҙец ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарынан ҡасыпмы? Т. Ғарипова. Мирсалих Биксурин — киң эрудициялы, төрлө фәндәр менән ҡыҙыҡһыныусан бик эшмәкәр шәхес. Ғ. Хөсәйенов. — Ялды һуң беҙ ҡайҙа итәсәкбеҙ... һәм нисек? — тип төпсөндө ҡыҙыҡһыныусан Ласточкин. М. Кәрим. Шәрғиә менән Зифаның куңелен ниндәйҙер һиҙемләу тойғоһо дерелдәтеп утте, ләкин улар инеусене һаман танымаған төҫлө әуәлге аптырау ҡатыш ҡыҙыҡһыныусан, туҙемһеҙ-ләнеп көтөусән ҡиәфәт менән ултыралар ине әле. Н. Мусин.
ҠЫҘЫҠҺЫНЫУСАНЛЫҠ (ҡыҙыҡһыныусанлығы) (Р: любознательность; И.: inquisitiveness; T.: merakhhk) и.
Ҡыҙыҡһыныусан булыу. □ Любознательность. Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ курһәтеу. Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ менән уҡырға тотоноу. М Йөҙө уттай янды Флурәнең, куҙҙәре ҙур асылды, йәш менән тулды. Тик уның монологын Вил Ваһапович өҙҙө — ул уҙен ҡулға алырға өлгөрҙө лә ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныусанлыҡ менән ҡыҙҙы куҙәтте. Ш. Хажиәхмәтов. Ҡатындарса ҡыҙыҡһыныусанлыҡ та, әсәләрсә йәлләу ҙә тартты һымаҡ уны.
3. Биишева. Йәш, шуға курә лә ҡыҙыҡһыныусанлығын, балалығын юймаған ҡараш. Т. Ғарипова. Балала уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡты уятыусы сығанаҡ бик куп. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 2, 2008.
ҠЫҘЫҠҺЫНЫУСЫ (Р: заинтересованный; И.: interested; T.: ilgili) с.
1. Ҡыҙыҡһыныу ғәҙәте булған. □ Заинтересованный. Ҡыҙыҡһыныусы кеше. М Урыҫ, татар, ғәрәп телдәрен, тыуған халҡының фольклорын яҡшы өйрәнеп, фән һәм әҙәбиәт менән һәр саҡ ҡыҙыҡһыныусы Мөхәм-
666