ҡыҙыл
мәтсәлимдең әсәһе лә, атаһы кеуек, уҡымышлы, шиғри куңелле булды. Я. Хамматов. Буй-Һынға башҡаларҙан айырылып торған, һөйләнергә әуәҫ, тегене-быны белергә ҡыҙыҡһыныусы, теге ҡалын тауышлы Ямал ҡарағай урманына төртөп курһәтте. М. Тажи.
2. Нимә йәки кем менән ҡыҙыҡһынған, мауыҡҡан. □ Интересующийся кем-чем. ■ Тәҙрәләрҙән ҡыҙыҡһыныусы баштар байтаҡ куренеп ҡалды, ихатала йөрөгән ҡай берәу-ҙәр ашыға-ашыға урамға ла килеп сыҡты. Р. Байымов. Ҡыҙыҡһыныусы кешеләр ҡарттың уҙенә әйтмәһәләр ҙә, уның һәр бер хәрәкәтен куҙәтеп, тикшереп торҙолар. И. Ғиззәтуллин.
ҠЫҘЫЛ I (Р.: красный; И.: red; T: kırmızı) с.
1. Спектрҙағы төп төҫтәрҙең береһе; ҡан төҫөндәге. □ Красный (о цвете). Ҡыҙыл сәскә. Ҡыҙыл сарафан. Ҡыҙыл буяу. Ҡыҙыл яулыҡ. Я Хәлит әкрен генә артына боролоп ҡараны. Ҡулына туңдырма тотҡан ҡыҙыл кулдәкле ҡыҙ, ысынлап та, уларға эйәреп килә. Н. Ғәйетбаев. Бына бит, аҡ офицерҙың кукбуҙын уйнаҡлатып, кәпәскә, кукрәккә ҡыҙыл таҫма тағып, Иҫәнбәт урамынан бер генә утһәң ине тигән теләк һис кенә лә тынғы бирмәне. 3. Биишева. Ҡыҙыл таҫма Әкрәмдең уҙенең буркендә генә тугел, һул яҡ кукрәгендә, йөрәк тапҡырына тағылған. А. Таһиров. Бөтәһе лә ҡыҙыл яулыҡ болғай. Ниңә улай һуң ул? Д. Бүләков. [Этҡол бай] ҡабаҡ шикелле биттәренән борсаҡ-борсаҡ сыҡҡан тирҙәрен кеҫәһенән ҙур ҡыҙыл яулыҡ сығарып һөртә-һөртә урынына барып ултырҙы. Т. Хәйбуллин. • Ҡыҙыл телем тыйманым, ҡыҙым өйөнә һыйманым. Мәҡәл. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа. Мәҡәл. Һәр ҡыҙылға ҡыҙыҡма. Мәҡәл. Ҡыҙ ҡыҙыл алтындан ҡиммәт. Мәҡәл. Ҡыҙҙар — ҡыҙыл суҡ. Мәҡәл. Уллы кеше — урта бай, ҡыҙлы кеше — ҡыҙыл бай. Мәҡәл. Атай улде — иркен ҡалды, ҡыҙыл тышлы тун ҡалды. Мәҡәл. Ҡыҙ сағында — ҡыҙыл ут, ҡатын булғас, ҡәҙере
юҡ. Мәҡәл. Ҡыҙғанғандың малын ҡыҙыл эт ашай. Мәҡәл. Ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡиммәт. Мәҡәл. Ҡыҙыл алманың эсе ҡорт. Мәҡәл. Һөйҙөргән дә ҡыҙыл тел, биҙҙергән дә ҡыҙыл тел. Мәҡәл.
2. Үҫемлек, йәнлек һәм ҡайһы бер минерал атамаларҙың аныҡлаусыһы булып килә. □ Красный (употребляется в составе сложных названий растений, животных, минералов и т. д.) Ҡыҙыл көртмәле. Ҡыҙыл йылан. Ҡыҙыл аҡыҡ. М «Йә, ауыҙыңды ас, куҙеңде йом!» — тип баҫып торғанын хәтерләй, ауыҙында шул саҡта ҡапҡан ҡыҙыл бөрлөгән тәмен тойғандай була. Н. Мусин. Ҡушҡайын туғайлығы июль баштарында, бесән өҫтөндә бигерәк тә матур була. Был ваҡытта ер еләге, ҡыҙыл бөрлөгән өлгөрә, йукәләр сәскә ата. Ф. Әсәнов.
3. Ҡатмарлы төҫ атамаларының бер өлөшө булып килә. □ Выступает как составная часть при обозначении сложных цветовых названий. Сейә ҡыҙыл. Бурлат ҡыҙыл.
4. тар. Революцион көрәшкә, Совет ҡоролошо һәм Ҡыҙыл Армияға бәйләнешле, революция яҡлы. □ Красный (о сторонниках революции, о Советской Армии). Ҡыҙыл фронтовиктар. Ҡыҙыл командирҙар. ■ Бына бит әле лә уҙе ҡулына ҡорал тотоп аҡтарға ҡаршы һуғышып йөрөй. Ҡыҙыл партизан.
3. Биишева. Көндәрҙән бер көндө Подлипки ауылының уҡытыусыһы, элекке ҡыҙыл партизан Кондратий Егорович Бережной, ҡаланан ун ике-ун өс йәштәр тирәһендәге бер ҡыҙ бала эйәртеп ҡайтты. М. Кәрим. 1920 йыл июленең беренсе көндәрендә Мәскәуҙән Төркөстанға ҡасып китеп барған сағымда Пенза ҡалаһының рәсми газетаһында («Пензенская правда») бер ҡыҙыл офицерҙың ут-кән һуғыш хаҡындағы хәтирәләрен уҡыным. Ә.-З. Вәлиди.
5. миф. Мифлаштырылған һаҡлау, ҡурсалау көсөнә эйә булған төҫ. □ Красный (мифологизированный цвет). Боронғо ки-ленлектәр ҡыҙыл төҫтән тегелгән. М Ҡы
667