ҡыҙыл
ҙамыҡ, ҡыҙылса булһа, бәләкәй баланы ҡыҙыл сепрәккә төрөп һалаһың да әпсенен әйтәһең. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
♦ Ҡыҙыл ауыҙ үҫеп етмәгән, етлекмәгән (кәмһетеберәк әйтелә). □ пренебр. Недоношенный, невозмужавший. ■ Егеттән өсөнсө мәртәбә килгән яусыны: «Ҡыҙыл ауыҙ зимагорҙар өсөн ҡыҙ үҫтермәнем», — тип бороп ҡайтарҙы ул. М. Хәйҙәров. Ҡыҙыл ҡар яуғас бер ҡасан да үтәлмәй, булмай торған эш-хәл тураһында мыҫҡыл менән әйтелә. □ После дождика в четверг. ■ [Айбар:] Халыҡ телендә ғүмерҙә лә башҡарылмаясаҡ эш, ҡыҙыл ҡар яуғас була, тиҙәр. Ғ. Хисамов. Ҡыҙыл сәкмән <йәйгән> төҫлө еләк бик күп булған урынға ҡарата әйтелә. □ Как красный ковёр. В Беҙҙең һай соҡорҙа еләк тәгәрәп бешә. Ҡыҙыл сәкмән йәйгән төҫлө тоташ ҡыҙарып ята. М. Кәрим. Ҡыҙыл ыштан кейҙереү ошаҡ, хөсөт йөрөткән кешегә ҡарата асыу менән әйтелә. □ Слово, выражающее презрение к людям, занимающимся наушничеством, доносом. ■ [Сәсән — Боҫтанға:] Харап булған икән, әйтә күр, ҡыҙыл ыштан кейҙереп сығарыр. Б. Бикбай. Ҡыҙыл эт ашаһын харам малға йәки үтә һаран кешенең нәмәһенә ҡарата әйтелә. □ Об имуществе, богатстве скупого человека с презрением. В Үҙенә яҙған мал булмаһын, урлағанын ҡыҙыл эт ашаһын. Картотека фондынан. Ҡыҙыл әтәс ҡуныу янғын сығыу □ Загореться (о пожаре). В Бер ҡара урман кеүек төндә ҡыҙыл әтәс ҡунған уның [хыянатсының] өйөнә. Ә. Вахитов.
ҠЫҘЫЛ II (Р.: помада; И.: rouge lipstick; T.: ruj) и. һөйл.
1. Ирен буяғыс. □ Помада. Иренгә ҡыҙыл һөртөү. Ҡыҙыл яғыу.
2. Инлек. □ Румяна. Биткә ҡыҙыл яғыу.
ҠЫҘЫЛ III и. иҫк. ҡар. алтын 1,1. Ҡыҙыл ялатылған сынаяҡ.
ҠЫҘЫЛ IV и. диал. ҡар. тут. В Борон биҙрәләрҙе ҡыҙылдан ҡом менән ышҡып
таҙартҡандар. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫЛ АҒАС (Р: красное дерево; И.: mahogany; T.: maun) и. бот.
Эшкәртеүгә уңайлы һәм шул уҡ ваҡытта ҡаты, ҡыҙғылт төҫтәге ағас төрө (махогон, һандал ағастарын шулай атайҙар). □ Красное дерево. Ҡыҙыл ағастан эшләнгән өҫтәл. Ҡыҙыл ағастан яһалған ҡумта.
ҠЫҘЫЛАЙЫУ (ҡыҙылай-, ҡыҙылая) (Р: краснеть; И.: redden; T.: kırmızı olmak) ҡ.
Ҡыҙыл төҫкә инеү; ҡыҙарыу. □ Краснеть. Бите ҡыҙылайҙы. Ҡыҙылайып тора. Ҡолаҡ ситтәре ҡыҙылайған. В Һаҡмар, Һаҡмар... Һыуың терегөмөш кеүек булһа, күҙ йәшенән тоҙланған, яуҙа ауған батырҙарҙың ҡанынан ҡыҙылайған инде. Ғ. Хисамов. Хэйруллиндең күҙ ситтәре әллә ни рәүешле ҡыҙылайып тора. С. Агиш.
ҠЫҘЫЛ АҠСАРЛАҠ (аҡсарлағы) (Р: розовая чайка; И.: pink seagull; T.: pembe martı) и. зоол.
Арктикала йәшәй торған, бауыр аҫты ҡыҙыл төҫтә булған, һирәк осрай торған аҡсарлаҡ. □ Розовая чайка (лат. Rhodostethia rosea). Ҡыҙыл аҡсарлаҡ йомортҡаһы.
ҠЫҘЫЛ АҠЫҠ (аҡығы) (Р: красный сердолик; И.: red cornelian; T.: kırmızı akik) и.
1. Ҡыҙыл төҫтәге аҫыл таш (халцедондың бер төрө). □ Красный сердолик.
2. миф. Һаҡлау һәм дауалау көсөнә эйә булған мифлаштырылған таш. □ Красный сердолик, имеющий обережную, отгонную силу.
ҠЫҘЫЛ АЛАБУТА (Р: красная лебеда; И.: garden orache; T.: kırmızı quinoa) и. бот.
Төҙ һабаҡлы, ҡыҙыл йәки ҡыҙыл һыҙатлы йәшел төҫтәге ромб кеүек япраҡлы бер йыллыҡ үлән. □ Красная лебеда (лат. Atriplex hortensis).
ҠЫҘЫЛ АЛА ТУМЫРТҠА и. зоол. диал. ҡар. ваҡ ала тумыртҡа.
ҠЫҘЫЛ АЛМА и. диал. ҡар. картуф.
668