Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 669


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘЫЛБАУЫР БАРҠЫЛДАҠ
ҠЫҘЫЛ АРАҠЫ (Р.: красное вино; И.: red wine; T.: kırmızı şarap) и. һөйл.
Виноградтың ҡара сортынан яһалған шарап. □ Красное вино. В Ҡыҙыл араҡы менән ултырған мискәләрҙе тәгәрләтеп килтереп сығарҙылар. Ж. Кейекбаев, һуңынан сәйәхәтсене ҡыҙыл араҡы менән һыйланылар. Ә. Бикчәнтәев. Исмәғил дә бер-ике рюмка ҡыҙыл араҡыны ағыҙғас, Камалиҙың фекеренә ҡушылып, башын һелкте. Ғ. Хәйри.
ҠЫҘЫЛАРМЕЕЦ (Р: красноармеец; И.: Red guard; T.: Kızıl Muhafizlar) и. тар.
Ҡыҙыл армия һалдаты. □ Красноармеец.
ҠЫҘЫЛ АРМИЯ (Р: Красная Армия; И.: Red army; N.ı Kızıl Ordu) и. тар.
Совет Армияһының 1918 йылдан 1946 йылға тиклем булған исеме. □ Красная Армия. ■ «Элекке замандағы шикелле ҡыҙ урлау миңә, эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының эскадрон командирына, коммунисҡа, хурлыҡ! Бындай ҡыланышым өсөн башымдан һыйпамаясаҡтар», — тип .. Миңлеғәле китергә йыйналды. Я. Хамматов. Ҡыҙыл Армия көнө алдынан фронтҡа бүләктәр йыйып ебәрҙек. Ф. Әсәнов. [Ғүмәр:] Юҡ... Мин рус армияһы офицеры инем... Революцияға ҡаршы, Ҡыҙыл Армияға ҡаршы бер генә мәртәбәлә атманым. Н. Асанбаев.
ҠЫҘЫЛАЯҠ I (ҡыҙылаяғы) и. зоол. диал.
1. ҡар. тәтелдәүек.
2. ҡар. оҙонаяҡ сәпсәү.
ҠЫҘЫЛАЯҠ II (ҡыҙылаяғы) и. бот. диал. ҡар. ҡына I, 2.
ҠЫҘЫЛ БАЙРАҠ (байрағы) (Р: Красное знамя; И.: Red banner; T.: Kırmızı bayrak) и. map.
Революцион көрәштең һәм Ҡыҙыл Армияның символы, СССР-ҙың дәүләт байрағы. □ Красное знамя. ■ Ҡешеләрҙең баш өҫтәрендә елберләгән ҙур ҡыҙыл байраҡ йыйылған халыҡҡа, ҡояшҡа баш эйгән һымаҡ, эйелде. А. Карнай. Урам халыҡ менән тулған, эшселәр бер туҡтауһыҙ колонналар булып
үтеп торалар, үрҙә алтын төҫлө буяу менән яҙылған ҡыҙыл байраҡтар ҡояш яҡтыһында ялҡын һымаҡ ялтлайҙар. И. Насыри.
ҠЫҘЫЛ БАЙРАҠ ОРДЕНЫ (Р: орден Красного Знамени; И.: Order of the Red Banner; T.: Kızıl Bayrak Nişanı) и. тар.
Советтар Союзының беренсе ордены; социалистик Ватанды яҡлағанда күрһәтелгән батырлыҡтарҙы баһалау өсөн 1918 йылда ҡабул ителгән. □ Орден Красного Знамени. м Борисовҡа — Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Ишбулдыға — Дан ордены, Мөжәһиткә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды. Ғ. Аллаяров. Мозырь ҡалаһын алыуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн 16-сы гвардия атлы дивизияһын Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләйҙәр. Р. Өмөтбаев.
ҠЫҘЫЛБАЛСЫҠ (ҡыҙылбалсығы-) и. диал. ҡар. юшҡын.
ҠЫҘЫЛБАЛЫҠ (ҡыҙылбалығы) (Р: таймень; И.: Hucho; T.: kırmızı balık) и. зоол.
Мәрсен һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡараһыу тәңкәле, оҙонса тәнле, ҡыҙғылт ҡанатлы бик эре йыртҡыс балыҡ. □ Таймень (лат. Hucho taimen). ■ Күлдәрҙә, йылғаларҙа, һыуһаҡлағыстарҙа суртан, алабуға, еҙмыйыҡ, бәрҙе, ҡыҙылбалыҡ кеүек балыҡтар йылтырмаға ҡаба. «Йәшлек» 1 август 2009. Урмандары икһеҙ-сикһеҙ, саф һыулы йылғалары балыҡтарға бай, хатта хәҙер һирәк осрай торған бағыр, бәрҙе, ҡыҙылбалыҡ һаҡланған. Интернет селтәренән.
ҠЫҘЫЛ БАЛЫҠТАР (Р: осетровые; И.: the sturgean family fishes; T: mersin balığı) и. зоол.
Мәрсен һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған балыҡтарҙың дөйөм атамаһы. □ Осетровые (лат. Acipenseridae). Ҡыҙыл балыҡтар үрсетеү.
ҠЫҘЫЛБАУЫР БАРҠЫЛДАҠ (барҡылдағы) (Р: дрозд-белобровик; И.: redwing; T: kızıl ardıç kuşu) и. зоол.
Урмандарҙа, туғайҙағы ҡалҡыулыҡтарҙа йәшәүсе, арҡаһы һоро йәшкелт, ҡабырғала
669