ҠЫҘЫЛБАШ КЕҪӘРТКЕ
ры һәм ҡанат остары ерән, аҡһыл ерән төҫтәге ҡашлы, барҡылдаҡ төркөмөнә ҡараған ҡош.
□ Дрозд-белобровик (лат. Turdus musicus). Ҡыҙылбауыр барҡылдаҡ йомортҡаһы. Ҡыҙылбауыр барҡылдаҡ тауышы.
ҠЫҘЫЛБАШ КЕҪӘРТКЕ (Р: кровосос; И.: bloodsucker; T.: kertenkele) и. зоол.
Азияның көньяҡ өлөшөндә таралған, башы һәм тәне ҡыҙыл төҫтәге кеҫәртке.
□ Кровосос (разновидность ящерицы) (лат. Calotes versicolor). ■ Ҡыҙылбаш кеҫәртке ваҡ бөжәктәр менән туҡлана. Интернет селтәренән.
ҠЫҘЫЛБАШ ТУРҒАЙ и. зоол. диал. ҡар. таҡыя турғай. Ҡыҙылбаш турғай ояһы.
ҠЫҘЫЛ БЕТ (Р.: тля кровяная; И.: woolly aphid; T.: yünlü yaprakbiti) и. зоол.
Рәсәйҙең көньяғында емеш ағастарының ҡоротҡосо булған, ҡанатһыҙ, йөнтәҫ ҡыҙғылт төҫтәге бөжәк. □ Тля кровяная (лат. Eriosoma lanigerum). Алмағасты ҡыҙыл беттән таҙартыу. Ҡыҙыл беткә ағыу һибеу.
ҠЫҘЫЛБИҘӘҮ (Р: женщина, ставшая бесплодной после первых родов; И.: woman having become sterile after childbirth; T.: bir çocuktan sonra kısır kalmış kadın) и. диал.
Бер бала тапҡандан һуң биҙәү булып ҡалған ҡатын. □ Женщина, ставшая бесплодной после первых родов. ■ Ҡыҙылбиҙәу булып ҡалған ҡатын. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫЛБОҒАҠ (ҡыҙылбоғағы) (Р: гагара краснозобая; И.: red-throated diver; T: kırmızı boğazlı diver) и. зоол.
Алдан муйын тирәһендә ҡыҙғылт төҫтәге табы булған гагара ҡоштарының бер төрө.
□ Гагара краснозобая (лат. Gavia stellata). Ҡыҙылбоғак йомортҡаһы. Ҡыҙылбоғаҡ ҡауырһыны.
ҠЫҘЫЛ БОРОС (Р: красный перец; И.: paprika; T: kırmızı biber) и. бот.
1. Япраҡтары эллипс фораһында, емештәре эре йомро йәки оҙонса, ҡыҙыл, һары, ҡара ҡыҙыл төҫтәге тропик үҫемлек.
□ Красный перец (лат. Capsicum frutescens). Ҡыҙыл борос уҫтереу. Ҡыҙыл борос емеше.
2. Шул үҫемлектең емешен киптереп, онтап яһалған тәмләткес. □ Красный перец. Ашты ҡыҙыл борос менән тәмләу. Фаршҡа ҡыҙыл борос өҫтәу.
ҠЫҘЫЛ БӨРЛӨГӘН (Р: костяника красная; И.: stone berry; T.: taş berry) и. бот.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡыҙыл төҫтәге дүртәр тосло емеше ҡуша үҫкән үҫемлек. □ Костяника красная (лат. Rubus saxatilis). Ҡыҙыл бөрлөгән емеше. Ҡыҙыл бөрлөгән ҡайнатмаһы. ■ [Дәйләғи:] Мин беләм, һаҙауыл битенә төшһәк, ҡыҙыл бөрлөгән менән ҡайын еләге ҡыҙыл сапан япҡандай ҡыҙарып, куҙҙец яуын алып ята. И. Ғиззәтуллин. Алһыу ҡан тамсылары ҡыҙыл бөрлөгән булып йәшел улән өҫтөндә һибелеп ҡалды. Ш. Янбаев.
ҠЫҘЫЛ БҮРЕ (Р: красный волк; И.: Cuon alpinus; T.: kızıl kurt) и. зоол.
Азияның көнсығыш һәм үҙәк өлөшөндә, Австралияла йәшәй торған ерән йөнлө бүре. □ Красный волк (лат. Cuon alpinus). Ҡыҙыл буре тиреһе. Ҡыҙыл буре балаһы.
ҠЫҘЫЛ БӘПЕМБӘ (Р: красный одуванчик; И.: dandelion species; T.: kırmızı karahindiba) и. бот.
Сәскәһе ҡыҙыл төҫтәге бәпембә төрө.
□ Красный одуванчик (лат. Taraxacum).
ҠЫҘЫЛ БӘШМӘК (бәшмәге) (Р: подосиновик; И.: red mushroom; T.: kırmızı mantar) и. бот.
Ҡалпағы ҡыҙыл, һабағы аҡ төҫтәге, уҫаҡ ағастары тирәһендә таралған, ашарға яраҡлы бәшмәк; уҫаҡ бәшмәге. □ Подосиновик (лат. Leccinum aurantiacum). Ҡыҙыл бәшмәк йыйыу.
ҠЫҘЫЛ ГАЛСТУК (галстугы) (Р: красный галстук; И.: red Pioneer tie; T.: kırmızı kravat) и. map.
Советтар союзы осоронда пионерҙар ойошмаһы ағзалары тағып йөрөгән галстук. □ Красный галстук. М Аҡ кулдәк,
670