ҠЫҘЫЛ ҒЫРТҠА МЕНЕҮ
ҡыҙыл галстуклы пионерҙар, ҡулға-ҡул тотоношоп, усаҡ тирәһендә әйлән-бәйлән уйнайҙар, йырлайҙар, көлөшәләр. Ғ. Аллаяров. Аҡ кулдәк, аҡ алъяпҡыстар өҫтөндә ҡыҙыл галстуктар айырым-асыҡ булып баҙлап тора. 3. Биишева.
ҠЫҘЫЛГВАРДЕЕЦ и. ҡар. ҡыҙыл гвардиясы. Я Шәмсиҙе бик оҙаҡ эҙләһәләр ҙә, таба алманылар. Сөнки ул бында тугел, бәлки Иркутск ҡалаһында ҡы-ҙылгвардеецтар менән бергә мылтыҡ көбәген юнкерҙар восстаниеһына ҡаршы төбәй ине. Ғ. Хәйри. Алдан Ҡасим, уның артынан Лобачев, Калачёв, Харистар, уларҙың артынан иңсәләренә патрон теҙгән, билдәренә бомба таҡҡан, иҙеуҙәрен асып ебәргән, таҫмалы фуражкаларын ҡыҫтырған бер төркөм ҡыҙылгвардеецтар килеп инделәр. А. Таһиров. Үҙҙәренең ҡыҙылгвардеецтары һәм дружинниктары менән нисек дуҫтарса һөйләшһә, тура килгәндә, байҙар, муллалар менән дә йылмайып, иркенләп һөйләшеп ултыра ала. А. Карнай.
ҠЫҘЫЛ ГВАРДИЯСЫ (Р.: красногвардеец; И.: Red guard; T.: Kızıl Muhafızlar) и. тар.
Ҡыҙыл гвардия сафында Совет власын яҡлап һуғышҡан кеше; ҡыҙылгвардеец. □ Красногвардеец. S Ғәбделвасиҡ беренсе ҡыҙыл партизан, ҡыҙыл гвардиясы. Төбәкте ашып китеп, ҙур донъяны әйләнеп ҡайтҡан кеше. Й. Солтанов.
ҠЫҘЫЛГҮҘ (Р: плотва; И.: roach; Т: ҫат-ҫа balığı) и. зоол.
Карптар ғаиләһенә ҡараған ҡыҙыл күҙле яҫмыҡ аҡ балыҡ (сабаҡҡа оҡшаған). □ Плотва, красноглазка (лат. Rutilus). Ҡыҙылгуҙ ыуылдырығы. Ҡыҙылгуҙгә ҡармаҡ һалыу. Ш Мәҫәлән, беҙҙән дә төптәрәк алабуға, унан аҫтараҡ ҡыҙылгуҙ, унан ары ҡыҫала йәшәй, тиҙәр. Й. Солтанов.
ҠЫҘЫЛҒАН и. бот. диал. ҡар. боланут. Ҡыҙылған сәскәһе. Ҡыҙылған сәйе.
ҠЫҘЫЛҒАНАТ (Р: краснопёрка; И.: red-eye; T: kızılkanat) и. зоол.
Карптар ғаиләһенә ҡараған ҡараһыу йәшел төҫлө, ҡыҙыл ҡанатлы яҫмыҡ балыҡ.
□ Краснопёрка (лат. Scardinius erythro-phthalmus). ■ Бына ҡыҙылғанаттар, кук-йөндәр, алабуғалар көтөу-көтөу булып талғын ғына йөҙөп йөрөй, сабаҡтар ҡайнаша, мөһабәт тынып ҡалған йылға өҫтөнә көмөш сатҡылар сәсрәтеп, бер өҙлөкһөҙ балыҡ ҡарпый. 3. Биишева. Эреле-ваҡлы сабаҡ, ҡыҙылғанат, йылғыр алабуғаларҙың кәмә төбөнә тупылдап төшөуе уҙенә курә бер ирмәк, алдауысуйын икән. Ә. Хәкимов. Ҡолас етмәҫ йәйендәр, төпкөлдән сығып, муйындарын тышҡа һуҙып торалар, уртала беләк буйы шуҡ суртандар һикерешеп куңел асалар, кәрәк киңлеге һимеҙ ҡорбандар, һырттары менән һыу өҫтөн ярып, ялҡау ғына йөҙөп йөрөйҙәр, кун бейәләй ҙурлығы оптолар ярға килеп морондарын төрткәндәр, вағыраҡ заттары инде бихисап: алабуға, сабаҡ, ҡарағанат, ҡыҙылғанат, тубәнауыҙ, ҡушбаш, ташбаш... М. Кәрим.
ҠЫҘЫЛҒАНДАЛА и. бот. диал. ҡар. ҡамҡа II, 1. ■ Ҡыҙылғандалалар сыҡҡан, көн йылыныр инде. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫЛҒОЙРОҠ (ҡыҙылғойроғо) (Р: горихвостка; И.: redstart; T: kızılkuyruk) и. зоол.
Барҡылдаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡалтырап торған ҡыҙғылт ҡойроҡло урман турғайы; ҡашҡа турғай. □ Горихвостка (лат. Phoenicurus phoenicurus). Ҡыҙылғойроҡ йомортҡаһы. Ҡыҙылғойроҡ ояһы.
ҠЫҘЫЛ ҒЫРТҠА МЕНЕҮ (Р: одна из стадий созревания пшеницы; И.: a phase in wheat ripening; T: buğday erişiminin bir devri) и. диал.
Бойҙай бешеү ваҡытының бер мәле.
□ Одна из стадий созревания пшеницы. ■ Ул ваҡиға ҡыҙыл ғыртҡа менеу осоронда булды. Экспедиция материалдарынан.
671