Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 672


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘЫЛ ҒӘСКӘР
ҠЫҘЫЛ ҒӘСКӘР (Р.: Красная Армия; И.: the Red Army; T.: Kızıl Ordu) и. map.
1918—1946 йылдарҙа баштан рус, артабан совет ғәскәренең атамаһы. □ Красная Армия. М Ҡыҙыл ғәскәр фашистарҙың көлөн күккә ебәрә. Халыҡ йырынан.
ҠЫҘЫЛДАР (Р: красные; И.: the Reds; T.: Kızıl Ordu) и. тар.
Революцион ғәскәр. □ Красные. М Ҡыҙылдарға һәм ҡалала баш күтәргән большевиктарға ҡаршы тороусы кос — тик атаман Дутов казактары ғына булып сыҡты. Р. Байымов. Ун ете йәшлек Илһам да ун һигеҙенсе йылдың йәйендә, атҡа атланып, биленә ҡылыс таҡты. Уның, ҡыҙылдарға ҡушылып, Төлкөсураның, Гөлзөһрәнең ҡонон ҡайтарырға сығыуын күргәс, шатлыҡтарымдың сиге булманы. Н. Мусин. Граждандар һуғышы йылдарында был тирәнән ғәскәр күп үткән — аҡтары ла, ҡыҙылдары ла. Р. Солтангәрәев. Һуғыш бизмәне әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа тайшанып, ниһайәт, ҡыҙылдар тарафына тамам ауышҡас, ҡарт алпауыт аҡтарға эйәреп Колчак ғәскәренә ҡаса. Ә. Хәкимов. Граждандар һуғышы осоронда Ҡазан өсөн бик ҡаты һуғыштар барған. Шундай һуғыштарҙың береһендә ҡыҙылдар Ҡаҙанды ҡалдырып сығырға мәжбүр булғандар. 3. Биишева.
ҠЫҘЫ Л Д ЫҠ (ҡыҙылдығы) и. диал. ҡар. шаңдаҡ. ■ Ҡыҙылдык уйнаһа, һуғыш була. һынамыш.
ҠЫҘЫЛ ЕЛӘК (еләге) (Р: красные ягоды; И.: kind of ritual berries; T.: kırmızı çilek) и. миф. этн.
Ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ ауырыуынан дауалауҙа ҡулланылған мифлаштырылған ҡыҙыл төҫтәге еләк. □ Красные ягоды {мифологизированные ягоды, применяющиеся при лечении краснухи и кори). ■ Ҡыҙылсаға бөрлөгән кеүек ҡыҙыл еләк ашатҡандар. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫЛ ЕП (ебе) (Р: красная нитка; И.: magical red thread; T.: kırmızı ip) и. этн. миф.
Ҡыҙылса менән ауырығанда имләү ебе (шул еп менән ауырыуҙың буйын үлсәп, берәй ҡарсыҡҡа хәйер итеп бирелә). □ Красная нитка (мифологизированная красная нитка, применяющаяся при лечении кори).
ҠЫҘЫЛ ИМЕ (Р: заговаривание красным; И.: kind of charm(ing) exorcism; T.: kırmızı büyüsü ile iyi etmek) и. этн. миф.
Ҡыҙылса менән ауырығанда ауырыуҙы имләү йолаһы. □ Заговаривание красным (при лечении кори). М Борон ҡыҙылсанан ҡыҙыл имен ҡулланғандар: ҡыҙыл ҡарағатты, ҡыҙыл көртмәлене, ҡыҙыл баланды имсәк һөтөнә ҡушып эсергәндәр һәм шешкә тамыҙғандар. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫЛЙЕЛӘК (ҡыҙылйеләге) и. бот. диал. ҡар. ҡайын еләге. ■ Ҡыҙылйеләк күптән бешкән инде. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫЛ ЙОНДОҘ ОРДЕНЫ (Р:орден Красной Звезды; И.: Order of the Red Star; T.: Kızıl Yıldız Orderi) и. map.
Һуғыш йәки тыныс ваҡыттарҙа СССР именлеген һаҡлау өсөн күп көс һалған шәхестәрҙе бүләкләү өсөн 1930 йылда ЦИК Президиумы тарафынан индерелгән орден.
□ Орден Красной Звезды. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү.
ҠЫҘЫЛЙЫЛАН (Р: красная змея; И.: mythical red serpent; T.: mitoloji kırmızı yılan) и. миф.
Мифлаштырылған ҡыҙыл төҫтәге йылан, баҡырйылан (янғын сығыуын белдерә).
□ Красная змея (мифологизированная змея, предвестница пожара). М Йортҡа ҡыҙыл йылан килһә, янғын сыға. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫЛ ЙЫЛАН ҠУҘАҒЫ (Р: лядвенец рогатый; И.: perennial grass species; T: boynuzlu deervetches) и. бот.
Үрмәле һабаҡлы, өсәр япраҡлы, сәскәлеге сатыр биш һары сәскәнән торған күп йыллыҡ үлән. □ Лядвенец рогатый (лат. Lotus
672