ҡыҙыллы
corniculatus). Ҡыҙыл йылан ҡуҙағы — балға бай уҫемлек.
ҠЫҘЫЛ КИМЕК МАТДӘҺЕ (Р: мозг костный красный; И.: red bone marrow; T.: kırmızı kemik iliği) и. анат.
Ҡан, һөйәк яһаусы, организмды биологик һаҡлаусы, һөйәк һәм һөйәк матдәһе ҡыуышлығында урынлашҡан ҡыҙыл мейе. □ Мозг костный красный. Ҡыҙыл кимек матдәһенең функцияһы.
ҠЫҘЫЛ КИТАП (китабы) (Р: Красная книга; И.: Red book; T.: Kırmızı kitap) и.
Үтә аҙ ҡалған, юғалыу хәүефе аҫтында торған хайуандар, үҫемлектәр исемлеге. □ Красная книга. Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы.
ҠЫҘЫЛ КӨРТМӘЛЕ (Р: брусника; И.: cowberry; T.: kırmızı yabanmersini) и. бот.
1. Ялтырап торған мәңге йәшел ваҡ япраҡлы, алһыу суҡ сәскәле, ергә түшәлеп үҫкән ҡыуаҡ үҫемлек. □ Брусника (лат. Vaccinium vitis-idaea). Ҡыҙыл көртмәле япрағы.
2. Шул үҫемлектең ваҡ ҡына әсе ҡыҙыл еләге. □ Брусника. / Брусничный. Ҡыҙыл көртмәле ҡайнатмаһы.
ҠЫҘЫЛ ҠАН (Р: артериальная кровь; И.: arterial blood; T.: temiz kan) и. мед.
Артерия тамырҙары буйлап йөрөй, йөрәктән бөтә кәүҙәгә тарала торған ҡан; артерия ҡаны. □ Артериальная кровь. Ҡыҙыл ҡан артерияһы. Ҡыҙыл ҡан кислородҡа бай була.
ҠЫҘЫЛ ҠАН БӨРТӨКСӘЛӘРЕ (Р: эритроцит; И.: erythrocyte; T.: alyuvar) и. мед.
Ҡандың эсендә гемоглобин тотҡан йәҙрәһеҙ формалы элементы; эритроцит. □ Эритроцит. Ҡыҙыл ҡан бөртөксәләрен билдәләу өсөн анализ тапшырыу.
ҠЫҘЫЛ ҠАНДАЛА и. зоол. ҡар. еңгәсәй П.
ҠЫҘЫЛ ҠАРАҒАТ (Р: красная смородина; И.: redcurrant; T.: kırmızı kuşüzümü) и. бот.
Әскелт ҡыҙыл емешле ҡарағат үҫемлегенең бер төрө һәм шуның емеше. □ Красная смородина (лат. Ribes rubrum). Ҡыҙыл ҡарағат уҫтереу. Ҡыҙыл ҡарағат йыйыу. Ҡыҙыл ҡарағат ҡайнатмаһы.
ҠЫҘЫЛ ҠӘНӘФЕР (Р: гвоздика-травянка; И.: redcurrant; T: karanfil familyasından bir çiçek) и. бот.
1. Ҡәнәфер үҫемлегенең бер төрө. □ Гвоздика-травянка (лат. Dianthus deltoides).
2. Ҡыҙыл сәскәле ҡәнәфер. □ Красная гвоздика. Ҡыҙыл ҡәнәфер гөлләмәһе.
ҠЫҘЫЛЛАНДЫРЫУ (ҡыҙылдандыр-) (Р: сделать красным; И.: to make red; T.: kızartmak) ҡ.
Ҡыҙыл төҫкә индереү, ҡыҙартыу. □ Сделать красным. Ҡыҙылландырып алыу. Ҡыҙылландырып ебәреу. Ҡыҙылландыра төшөу.
ҠЫҘЫЛЛАНЫУ (ҡыҙыллан) (Р: краснеть; И.: turn red; T.: kızarmak) ҡ.
Ҡыҙыл төҫкә инеү; ҡыҙарыу. □ Краснеть, становиться красным. Ҡыҙыллана барыу. Ҡыҙылланып бөтөу. Ҡыҙыллана төшөу. Ҡыҙылланып китеу. Ҡыҙылланып тороу. Ъ Ҡояш, байыуға яҡынайған һайын, ҡыҙыллана, матурлана бара. Б. Хәсән. Йөрәк кукрәкте ярып сығырҙай булып һикерә, куҙ алдына октябрь көндәрендә тугелгән ҡандан ҡыҙылланған Мәскәу килеп баҫа, башта хыял орсоғо әйләнә башлай. Ш. Шәһәр.
ҠЫҘЫЛЛАУс. диал. ҡар. ҡыҙғылт. Офоҡ ҡыҙыллау төҫкә инде.
ҠЫҘЫЛЛАТЫУ (ҡыҙыллат-) (Р: делать красным; И.: render red; T.: kızartmak) ҡ.
Ҡыҙыл төҫкә индереү, ҡыҙылландырыу.
□ Делать красным. Ҡыҙыллатып алыу. Ҡыҙыллатып ебәреу. Ҡыҙыллатып ҡуйыу. Ҡы-ҙыллата төшөу.
ҠЫҘЫЛЛЫ (Р: красный; И.: red; T.: kırmızı) с.
Ҡыҙыл төҫтәге, ҡыҙыл төҫ ҡатнашҡан.
□ Красный. М Ҡукле, ҡыҙыллы, алһыу яҡтылыҡ менән яҡтыртылған сәхнәлә ике рояль тора. Ғ. Хисамов. Өй эсендәге һылыу итеп
673