Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 674


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘЫЛЛЫ-ЙӘШЕЛЛЕ
һалынған мейес егәрле еңгәйҙәр тарафынан ап-аҡ итеп аҡбалсыҡланған да, башҡорт бисәләренең башына килгән бөтә фантазия ҡулланылып, йәшелле, кукле, ҡыҙыллы буяуҙар менән кәрниздәре, ҡашағалары биҙәкләнгән. Ғ. Дәүләтшин. Магазиндың дурт яғына теҙелгән, кәмал әһәмиәт менән тәртипкә ҡуйылған аҡлы, һарылы, ҡыҙыллы тышлы китаптар магазинға матурлыҡ биреп торалар. М. Ғафури.
ҠЫҘЫЛЛЫ-ЙӘШЕЛЛЕ (Р.: красно-зелёный; И.: red and green; T.: kırmızı ve yeşil) c.
Ҡыҙыл менән йәшел ҡатнашҡан. □ Красно-зелёный. Ҡыҙыллы-йәшелле келәм.
ҠЫҘЫЛЛЫ-КҮКЛЕ (Р.: красно-синий; И.: red and blue; T.: kırmızı ve mavi) c.
Ҡыҙыл менән күк ҡатнашҡан. □ Красносиний. Ҡыҙыллы-кукле байраҡ.
ҠЫҘЫЛЛЫҠ I (ҡыҙыллығы) (Р: краснота; И.: redness; T.: kırmızılık) и.
1. Ҡыҙыл төҫ. □ Краснота (о цвете). Таң ҡыҙыллығы. Шәфәҡ ҡыҙыллығы. Ш Бер ҡараһаң, ошо зәңгәр кук йөҙө һәм теҙмә тауҙар артындағы офоҡ сите ҡыҙыллыҡҡа буялған һымаҡ куренә. М. Тажи. Көнсығышта таң ҡыҙыллығында Көнбайыш Алай һәм Ҡаратегин һырттары, көньяҡ-көнсығышта Мачаға курше тау теҙмәләре. Ә.-З. Вәлиди. Көнбайышта шәфәҡ ҡыҙыллығы шикелле алһыулыҡ әллә ҡайҙарға, куҙ куреме еткән тиклем ерҙәргә һуҙыла. Р. Өмөтбаев. Шәфәҡ ҡыҙыллығы кәмеп, аҡһыл шәулә төньяғына шыуышҡан саҡта, Моҡан ҙур һимеҙ ҡонан ҡуйҙы эйәр алдына һалып ҡайтты. А. Таһиров. Ҡояш батҡас, һауала ҡыҙыллыҡ оҙаҡ торһа, аяҙ булыр. һынамыш.
2. Ҡандың ағышы шәбәйеүҙән хасил булған тәндәге ҡыҙыл төҫ. □ Покраснение (тела). Н Әкрәм, битенә һирпелгән ҡыҙыллыҡтан арынырға тырышып, торҙо, аҙымлап, йөҙөн тәҙрәгә борҙо. Й. Солтанов. Рәзи-ләнең битенә ҡыҙыллыҡ йугерҙе, боролоп, халыҡ араһына кереп китеу йунен ҡараны.
Н. Мусин. Урындыҡ ширлегендә ниҙер эшләп ултырған ҡыҙ аптырап ҡаушап ҡалды, йөҙөнә бәреп сыҡҡан ҡыҙыллыҡты хатта ҡарағусҡыл йөҙө лә йәшерә алманы. Т. Ғарипова. Сәмиҙең йөҙөнә, ҡарпыш ҡолаҡтарына ҡуйы ҡыҙыллыҡ йугерҙе, ҡарашы туҡталыр нөктә тапмай иҙәндә йөрөнө. Ә. Әминев.
♦ Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтереү хурлыҡҡа ҡалдырыу; оятлы итеү. □ Вгонять в краску, позорить. ■ Моратов ҡәнәғәтләнеу менән тамағын ҡырып ҡуйҙы. Мәстурәһе бер ҡасан да, һис ҡайҙа ла уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Н. Мусин. Таңһылыу беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерер ҡыҙ тугел. Ә. Хәкимов. Ул [Ғәрихә] уҙенең шундай етеҙлектәре менән бынамын тигән егеттәрҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерҙе. Б. Бикбай.
ҠЫҘЫЛЛЫҠ II (ҡыҙыллығы) (Р: вечерняя заря; И.: sunset; T: gün batımı) и. диал.
Киске шәфәҡ. □ Вечерняя заря. Ҡөтөу ҡыҙыллыҡтан һуң ҡайта.
ҠЫҘЫЛЛЫ-ҠАРАЛЫ (Р: тёмно-красный; И.: dark red; T: koyu kırmızı) c.
Ҡуйы ҡыҙыл, ҡан төҫтә. □ Тёмно-красный. Ҡыҙыллы-каралы келәм.
ҠЫҘЫЛЛЫ-ҺАРЫЛЫ (Р: красножёлтый; И.: red and yellow; T: kırmızı ve sarı) c.
Ҡыҙыл менән һары ҡатнашҡан. □ Красно-жёлтый. Ҡыҙыллы-һарылы гөлләмә.
ҠЫҘЫЛ МАЛ (Р: мануфактура; И.: textiles; T: manifatura) и. иҫк.
Туҡыма, мануфактура. □ Мануфактура. К Зариф бай ҡыҙыл мал менән һатыу итә ине. Ғ. Ғүмәр. Өфөнән был төбәк баҙарҙарына ҡыҙыл мал һатыусылар һәр ваҡыт килеп йөрөй. Ғ. Хәйри. Ҡыны, һабы алтын менән биҙәлгән ҡылысҡа, йылтырап торған кеш тунға, ҡара төлкө тиреле буреккә, әллә ни саҡлы ҡыҙыл малға кемдең генә куҙе ҡыҙмаған икән. Ғ. Хөсәйенов. Бикәм, һин ни уйлайһың? Дана уҫкән ҡыҙың бар, Хәзәр ханы улына һорай торған уйы бар. Ҡаруан-каруан ҡыҙыл мал, өйөр-өйөр йылҡы алып, баш бей
674