Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 675


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘЫЛ СЕЛӘҮСЕН
менән хан улы килә тигән хәбәр бар. Халыҡ ижадынан.
ҠЫҘЫЛ мөйөш (Р.: красный уголок; И.: Red Corner; T.: Kızıl Köşe) и. тар.
Төрлө стендтар, плакаттар ҡуйылған бина, бүлмә йәки шул бинаның сәйәси мәғлүмәт, агитация алып барыу өсөн билдәләнгән өлөшө. □ Красный уголок. Мәктәптә ҡыҙыл мөйөш ойоштороу. Ҡыҙыл мөйөшкә плакаттар элеу.
ҠЫҘЫЛ МУНСАҠ (мунсағы) (Р: коралловые бусы; И.: mythologized red beads; T.: kırmızı gerdanlık) и. миф.
һаҡлау көсөнә эйә булған, мифлаштырылған ҡыҙыл төҫтәге мәрйен муйынсаҡ. □ Коралловые бусы (мифологизированный обережный предмет). Я Ҡыҙыл мунсаҡ таҡҡан килендәргә тел-теш, куҙ утмәй. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫЛ МҮК ЕЛӘГЕ и. бот. диал. ҡар. ҡыҙыл көртмәле.
ҠЫҘЫЛ МӘРЙЕН (Р: красный коралл; И.: red coral; T: mercan kırmızısı) и. зоол.
Урта диңгеҙҙә йәшәй торған ҡыҙыл төҫтәге мәрйен төрө. □ Красный коралл (лат. Corallium rubrum). Ҡыҙыл мәрйен колонияһы. Ҡыҙыл мәрйендәрҙән типселгән башҡорт ҡашмауы.
ҠЫҘЫЛ ӨЙРӘК (өйрәге) (Р: огарь; И.: shelduck; T: angut) и. зоол.
Йорт өйрәгенән ҙурыраҡ, ҡанаттарының осо, ҡойроғо ҡара, дөйөм ерән төҫтәге өйрәк. □ Огарь (лат. Tadoma ferruginea). Я Башҡа өйрәктәр менән сағыштырғанда ҡыҙыл өйрәк ҡоро ерҙә туҡланырға ярата. Интернет селтәренән. Кулдең ситендә генә матур ҡыҙыл өйрәк йөҙөп йөрөгәнен куреп, егет уны атмай ғына алырға уйлай. Әкиәттән.
ҠЫҘЫЛСА I (Р: корь; И.: rubella; T.: kızamıkçık) и. мед.
1. Бөтә тәнде алһыу һипкел ҡаплап, температура ныҡ күтәрелеп, күҙ, тамаҡ тиресәләре шешеп, тымаулата, йүткертә, хәлһеҙләндерә торған йоғошло ауырыу. □ Корь.
■ Инде әҙерләнеп бөтөп кенә йөрөй ине ул, ҡапыл уның Аҡсәскәһе ҡыҙылса менән сәсрәп ауырып китте. Б. Бикбай. [Хужа ҡатын:] Ике балабыҙ булды. Уларының да шатлығын курә алманым. Икеһе лә ҡыҙылсанан улде. Д. Юлтый. Йәнә йыл ярымдан [Вәлимә менән Сәлмәндең] малайҙары ҡыҙылсанан әрәм булды. С. Шәрипов. • Ҡыҙылсаға ҡыҙыл ҡор. Мәҡәл.
2. миф. Ауырыу эйәһе. □ Дух кори.
ҠЫҘЫЛСА II и. зоол. диал. ҡар. ҡыҙылбалыҡ. Я Беҙ ҙә шулай ташбаштан, кук йөндән башланыҡ бит балыҡ ҡаптырырға, — тип уйлай Сөнәғәт, — унан бәрҙе, бағыр, ҡыҙылса, шамбы балыҡтары тота башланыҡ. Ж. Кейекбаев.
ҠЫҘЫЛСА АТАҺЫ (Р.: дух кори; И.: rubella desease spirit; T.: Kızamıkçık iyesi) и. миф.
Ҡыҙылса ауырыуының эйәһе. □ Дух кори. Я Ҡыҙылсаны тырнаһаң, ҡыҙылса атаһы ҡалҡа. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫЛСА ИМЕ (Р: магическое лечение кори; И.: measles treatment; T.: kızamık tedavisi) и. миф.
Ҡыҙылсаны ҡыҙыл әйбер менән магик имләү ысулы. □ Магический способ лечения кори с помощью красных вещей. Я Ҡыҙылсаны ҡыҙыл менән имләйҙәр. Ҡыҙылса именә ҡыҙыл еләк, ҡыҙыл юрған, ҡыҙыл шаршау инә. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠЫҘЫЛСА ИНӘҺЕ и. миф. ҡар. ҡыҙылса эйәһе.
ҠЫҘЫЛСА ЭЙӘҺЕ (Р: дух кори; И.: spirit of measles; T.: Kızamık iyesi) и. миф.
Ҡыҙылса ауырыуының эйәһе (кешене һауыҡтырыу өсөн шул эйәгә ҡыҙыл әтәсте ҡорбан итеп салғандар). □ Мифический дух кори (для избавления от духа кори резали красного петуха и его кровью мазали лоб больного). Ҡыҙылса эйәһен ҡыуыу.
ҠЫҘЫЛ СЕЛӘҮСЕН (Р: острица; И.: pinworm; T.: kıl kurdu) и. зоол.
675
00:00
00:00
00:00