ҠЫҘЫЛ СЕПРӘК
Кешеләрҙең, бигерәк тә балаларҙың тура эсәктәрендә паразитлыҡ итә торған ваҡ йомро селәүсен. □ Острица (лат. Vermicularis enterobius).
ҠЫҘЫЛ СЕПРӘК (сепрәге) (Р.: красная тряпка; И.: kind of a charm; T.: kırmızı kumaş) и. миф.
Күҙ тейеүҙән, ауырыуҙан һаҡлау көсөнә эйә булған мифлаштырылған ҡыҙыл төҫтәге сепрәк. □ Красная тряпка (мифологизированный обережный предмет, имеет отгонную силу). К Ҡуҙ теймәһен тип быҙауҙың, ҡолондоң, бәрәстең, һыйырҙың ҡойроғона ҡыҙыл сепрәк бәйләйҙәр. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫЛ СИРТМӘ (Р.: опухание конечностей; И.: swelling of limbs; T.: ayak-kollarm şişmesi) и. мед. диал.
Аяҡ-ҡулдың шешенеүе. □ Опухание конечностей (болезнь). Ҡыҙыл сиртмәнән ыҙаланыу.
ҠЫҘЫЛ СӨГӨЛДӨР (Р: красная свёкла; И.: beetroot; T.: pancar) и. бот.
Алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, ҡыҙыл тамыры ашамлыҡ итеп ҡулланылған эре япраҡлы йәшелсә һәм шул үҫемлектең ашауға яраҡлы тамыры. □ Красная свёкла, свёкла обыкновенная (лат. Beta vulgaris). Ҡыҙыл сөгөлдөр ултыртыу. Ҡыҙыл сөгөлдөр уҫтереу. Ҡыҙыл сөгөлдөр салаты. Ҡыҙыл сөгөлдөр орлоғо.
ҠЫҘЫЛСУҠЫШ ТАУ СӘҮКӘҺЕ (Р: клушица красноклювая; И.: chough; T.: kızılca karga) и. зоол.
Йылы яҡта тауҙарҙа таралған кәкре суҡышы һәм боттары ҡыҙыл төҫтәге тау сәүкәһе. □ Клушица красноклювая (лат. Pyr-rhocorax pyrrhocorax). Ҡыҙылсуҡыш may сәу-кәһе ояһы.
ҠЫҘЫЛ ТАҠТА (Р: Доска почёта; И.: beard of honour; T.: onur tahtası) и.
Яҡшы эш тураһында маҡтап яҙа торған урын, хеҙмәт таҡтаһы. □ Доска почёта. ■ Колхоз кәнсәһе алдына ҡара таҡта, ҡыҙыл таҡта
элеп ҡуйҙыҡ, һәр кем уҙенең нисек эшләгәнен шунан куреп, белеп торһон. М. Тажи.
ҠЫҘЫЛ ТАЛ (Р: краснотал; И.: red willow; T: kırmızı tal) и. бот.
Йәш ботаҡтары ҡыҙғылт һоро төҫтәге тал төрө. □ Краснотал (лат. Salix acutifolia).
ҠЫҘЫЛ ТАЛПАН (Р: клещ-краснотел-ка; И.: tick species; T: mite) и. зоол.
Көҙ көнө кешеләргә һәм хайуандарға йәбешә торған ҡыҙыл талпан. □ Клещ-крас-нотелка (лат. Eutrombidium rostratus). Ҡыҙыл талпандан һаҡланыу. Ҡыҙыл талпан ҡаҙалыу.
ҠЫҘЫЛ ТАМЫР и. бот. диал. ҡар. бөрмәкәй I. Быуа тирәһен ҡыҙыл тамыр ҡаплаған.
ҠЫҘЫЛ ТЕЛ I и. анат. диал. ҡар. кесе тел.
ҠЫҘЫЛ ТЕЛ II (Р: красноречие; И.: eloquence; T: belagat) и.
һүҙгә оҫталыҡ, оҫта матур итеп һөйләү һәләте. □ Красноречие; ораторство. М Ҡанһыҙ, илем йәйҙергән, буйһондороп һарайға, ҡул аҫтыма йыйҙырған, ҡыҙыл телең бал төҫлө булып, илгә таралған... «Иҙеүкәй менән Мораҙым». • Ҡыҙ ауыҙында ҡыҙыл тел. Мәҡәл. Һөйҙөргән дә ҡыҙыл тел, биҙҙергән дә ҡыҙыл тел. Мәҡәл.
ҠЫҘЫЛ ТИМЕРТАШ (Р: гематит; И.: hematite; T.: hematit) и. геол.
Тимер рудаһының киң таралған төрө. □ Гематит. Ҡыҙыл тимерташ ятҡылығы.
ҠЫҘЫЛ ТИМЕРӘҮ (Р: водянистый лишай; И.: kind of herpes; T.: sulu liken) u. мед.диал.
Еүешләнеп торған тимерәү. □ Водянистый лишай. Ҡыҙыл тимерәуҙән ыҙаланыу. Тәнен ҡыҙыл тимерәу баҫҡан.
ҠЫҘЫЛ ТОРОМТАЙ (Р: пустельга красная; И.: red kestrel; T.: kerkenez) и. зоол.
Көньяҡ Европала киң таралған, арҡаһы ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге торомтай төрө. □ Пустельга красная (лат. Falco cenchris). Ҡыҙыл
676