ҠЫҘЫЛ ҺОЛҮЛӘН
торомтай ояһы. Ҡыҙыл торомтай йомортҡаһы.
ҠЫҘЫЛ ТӨЛКӨ (Р.: лисица красная; И.: red fox; T.: kırmızı tilki) и. зоол.
1. Башҡортостанда осрай торған ғәҙәти ҡыҙыл төҫтәге төлкө. □ Лисица красная (лат. Vulpes vulpes). Ҡыҙыл төлкө тиреһе. Ҡыҙыл төлкө балаһы. B Ҡыҙыл ғына төлкө тауҙар курке, батыр ғына егет ил курке. Батыр ғына егет илдән китһә, шунда бөтә, дуҫтар, ил курке. Бәйеттән.
2. Шул төлкө тиреһе. □ Шкура красной лисицы. Ҡыҙыл төлкөнән тегелгән тун.
ҠЫҘЫЛ ТУЙ (Р.: комсомольская свадьба; И.: komsomol members' wedding; T.: düğün) и. тар.
1917 йылғы революциянан һуң яңы совет йолалары менән үткәрелгән туй. □ Комсомольская свадьба (свадьба, проводимая после революции по новым советским обычаям). М һәр көҙ шаулап утә был ауылда ҙур байрамдар, мәжлестәр, ҡыҙыл туйҙар. М. Сөндөклө. Кис ауылдың матур ғына биҙәлгән клубында Зөһрә менән Шакирҙың «ҡыҙыл туй»ы яһалды. Ғ. Хәйри. Ҡыҙыл туй, ҡыҙыҡлы кисә таңға ҡәҙәр дауам итте. Ф. Әсәнов. Кисен ҡыҙыл мөйөштә ҡыҙыл туй яһанылар — йырланылар, бейенеләр, кумәк уйындар уйнанылар — ифрат куңелле булды. М. Кәрим.
ҠЫҘЫЛ ТУРҒАЙ (Р: обыкновенная чечевица; И.: common rosefinch; T.: bayağı çüt-re) и. зоол.
Ҡыҙылтүштән башы ҡыҙыл булыуы, бәләкәйлеге менән айырылған ҡырағай ҡош. □ Обыкновенная чечевица (лат. Carpodacus erythrinus). Ҡыҙыл турғай йомортҡаһы. Ҡыҙыл турғай ояһы.
ҠЫҘЫЛТҮШ (Р: снегирь; И.: bullfinch; T.: şakrak kuşu) и. зоол.
Алаҡас турғай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, арҡаһы күкһел, түбәһе, ҡойроғо, ҡанат осо ҡара, атаһының түше ҡыҙыл төҫтә булған урман турғайы. □ Снегирь (лат.
Pyrrhula pyrrhula). ■ Урман тын. Ара-тирә ҡыҙылтуш турғайҙар пырылдап юлды арҡыры осоп сығып китә һәм ҡуйы ағас араһына инеп юғала. Ж. Кейекбаев. Фырылдап осоп килеп, бәләкәй генә ҡыҙылтуш турғай эргәләге ҡарағайҙың һирәк-мирәк өрпәләм мук йәбешкән, кугелйем төҫтәге ҡыуарған ботағына ултырҙы, башын ҡыйшайтып, бында ни эшләп ятаһың, тигән шикелле, Ишмырҙаға ҡараны. Н. Мусин. Ҡоштар ҡарағай, ҡайын ағастарына ҡунып һайрарҙар, ҡыҙылтуш, ҡарабаш турғайҙар, балан, мышар емешен супләй-супләй, һеҙгә рәхмәт әйтеп, ботаҡтан ботаҡҡа һикерешеп уйнарҙар. М. Тажи.
ҠЫҘЫЛ ҮҘӘК (үҙәге) и. диал. ҡар. ҡыҙыл үңәс.
ҠЫҘЫЛ ҮКСӘ и. диал. ҡар. сарыҡ. Аяғында ҡыҙыл уксә. Ҡыҙыл уксә кейеп алған.
ҠЫҘЫЛ ҮМӘС и. анат. диал. ҡар. ҡыҙыл үңәс. М Ҡыҙыл умәстән аш төшә ләһә ул. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫЛ ҮҢӘС (Р: пищевод; И.: esophagus; T: yemek borusu) и. анат.
Ашҡаҙанға төшкән аш юлы, йотҡолоҡ һәм ашҡаҙан араһында урынлашҡан көпшәле мускуллы ағза. □ Пищевод. Яһалма ҡыҙыл уңәс. Ҡыҙыл уңәскә операция яһау.
ҠЫҘЫЛ ФОСФОР (Р.: красный фосфор; И.: red phosphorus; T.: kırmızı fosfor) и. хим.
Ҡыҙғылт көрән төҫтәге онтаҡ, фосфорҙың төрө, шырпы етештереүҙә ҡулланыла. □ Красный фосфор. Н Ҡыҙыл фосфор ағыулы тугел, һыуҙа иремәй, йылытҡанда осоп бөтә. «Башҡортостан уҡытыусыһы». №5, 2007.
ҠЫҘЫЛХАН и. бот. диал. ҡар. боланут. Киптерелгән ҡыҙылхан.
ҠЫҘЫЛ ҺОЛҮЛӘН (Р: овсяница красная; И.: red fescue; T: kırmızı yumak) и. бот.
Ҡыҙғылт шәмәхә башаҡлы һолүләненең бер төрө. □ Овсяница красная (лат. Festuca rubra). Ҡыҙыл һолулән орлоғо. Ҡыҙыл һолулән сәсеу.
677