ҠЫҘЫЛ ҺЫҘЫҠ
ҠЫҘЫЛ ҺЫҘЫҠ (һыҙығы) (Р.: красная линия; И.: red line; T.: kırmızı hat) и. архит.
Урамдарҙы, юлдарҙы, майҙандарҙы төҙөлөш урындарынан айырып торған шартлы сик; төҙөлөш ҡыҙыл һыҙыҡты үтергә тейеш түгел. □ Красная линия. Төҙөлөш планы менән билдәләнгән ҡыҙыл һыҙыҡ.
ҠЫҘЫЛ ҺЫЙЫР и. зөол. диал. ҡар. ҡамҡа III, 1. Көндәр йылытҡас, ҡыҙыл һыйыр сыҡҡан икән.
ҠЫҘЫЛ ҺЫР и. мед. диал. ҡар. сырхыуат. Ҡыҙыл һыр менән ыҙалау.
ҠЫҘЫЛ ШАЛҠАН и. бөт. диал. ҡар. сөгөлдөр. Ҡыҙыл шалҡан үҫтереү.
ҠЫҘЫЛ ШАРАП (шарабы) и. ҡар. ҡыҙыл араҡы. Ҡыҙыл шарап ҡойөу.
ҠЫҘЫЛ ШЕШ и. мед. диал. ҡар. сырхыуат. Ҡыҙыл шеш менән ыҙалау.
ҠЫҘЫЛ ШЕШЕК (шешеге) и. мед. диал. ҡар. сырхыуат. Ҡыҙыл шешек сыҡҡан.
ҠЫҘЫЛ ШӘШКЕ (Р.: колонок; И.: Siberian polecat; T.: hoparlörler) и. зоол.
1. Себерҙең урта һәм көньяҡ өлөшөндә, Амур буйында, Уссури крайында һәм Ҡаҙағ-станда йәшәй торған ҡыҙыл йәки һары тиреле ваҡ йәнлек. □ Колонок (лат. Mustela sibirica). Ҡыҙыл шәшке аулау. Ҡыҙыл шәшке үрсетеү.
2. Шул йәнлектең тиреһе. □ Колонок. Ҡыҙыл шәшкенән тегелгән тун.
ҠЫҘЫЛ ЫЛАУ (Р: красный обоз; И.: string of carts with the first harvest; T.: kırmızı tren) и. map.
Тәүге уңышты ҙур тантана менән күмәк атҡа йәки машинаға тейәп ҡалаға, элеваторға оҙатыу. □ Красный обоз. Ҡыҙыл ылау менән оҙатыу. ■ Ҡыҙыл ылауға юл биреп, ситтә көтөп торған машина урынынан ҡабат ҡуҙғалып киткәс, Ваһапов Шаймо-ратовтың тыуған ауылы Биштәкәгә барып әйләнергә теләк белдерҙе. Я. Хамматов. Көҙөн колхозсыларҙың хеҙмәт көнөнә тейгән
ашлыҡты ҡыҙыл ылауҙар менән өйҙән өйгә таратып йөрөнөләр. Ф. Әсәнов.
ҠЫҘЫЛ ЫЛЫМЫҠТАР (Р: водоросли красные; И.: red algae; T.: kırmızı algler) и. бот.
Ҡыҙыл төҫтәге диңгеҙ ылымыҡтары. □ Водоросли красные (лат. Rhodophyta). М Ҡыҙыл ылымыҡтарҙың йәшәү циклы ҡат -марлы. Интернет селтәренән.
ҠЫҘЫЛ ЫУЫЛДЫРЫҠ (ыуылдырығы) (Р: красная икра; И.: red caviar; T.: kırmızı havyar) и.
Ҡиммәтле деликатес аҙыҡ һаналған һөмбаш, мәрсен ғаиләләренә ҡараған балыҡтарҙың ыуылдырығы. □ Красная икра. ■ Нәҙек кенә итеп ҡырҡылған кипкән колбаса, ҡыҙарып бешкән помидор, һай тәрилкәләрҙә ҡыҙыл ыуылдырыҡ, тағы әллә ни төрлө әлүән-әлүән аҙыҡ-әүҡәт килеп ултыра. Р. Өмөтбаев.
ҠЫҘЫЛ ЭҢЕР и.
1. диал. ҡар. шәфәҡ. ■ Ҡүҙ бәйләнеп, ҡыҙыл эңер төшкәс, ҡунаҡтар Мәстүрә ҡарсыҡ өйөнә йыйылды. Ә. Хәкимов.
2. миф. Хәүефле ваҡыт, яман көстәрҙең активлашҡан ваҡыты. □ Вечерние сумерки (опасное время). Ҡыҙыл эңерҙә йоҡларға ярамай, ауырырһың. Ҡыҙыл эңерҙә сарпыу ҡағыла.
ҠЫҘЫЛ ЭРЕК (эреге) и. этн. кул. диал. ҡар. ҡыҙыл әжекәй. Ҡыҙыл эрек әҙерләу.
ҠЫҘЫЛ ЭРЕМЕК (эремеге) и. этн. кул. диал. ҡар. ҡыҙыл әжекәй. Ҡыҙыл эремек ҡайнатыу.
ҠЫҘЫЛ ЭРЕМСЕК (эремсеге-) (Р: красный творог; И.: Bashkir national quarks; T.: kırmızı ekşimik) и. этн. кул.
Эрегән һөттө ҡыҙартҡансы ҡайнатып яһаған ашамлыҡ, әжегәй. □ Красный творог (вываренный творог, башкирское национальное блюдо). ■ [Рауза] синдектән һары май, ҡорот, ҡыҙыл эремсек индерҙе. Т. Ғарипова. Ҡымыҙ бешеүгә ул да оҫта. Тик күберәк һыйырҙарҙы һауып, май яҙыу, ҡыҙыл эремсек
678