Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 679


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘЫНЫУ
әҙерләу, эркет ҡайнатыу кеуек эштәрҙе ойоштора. Н. Мусин. Өҫтәл тулы һый: бө-йәт-бөйәт ҡаҡланған йылҡы ҡаҙыһы, ҡоштабаҡта өйөм ҡуй ите, бер бото ҡайырылған тултырылған тауыҡ, бер тәрилкә бешкән йомортҡа, тумалаҡ-тумалаҡ ҡорот, йомарлағы менән аҡ май, бер туҫтаҡ һары май, батмуста тауҙай өйөлгән бауырһаҡ, ҙур аҡ һауытта ҡыҙыл эремсек, тағы әллә нәмәләр. М. Кәрим.
ҠЫҘЫЛ ЭТ ҠАРАҒАТЫ (Р.: паслён сладко-горький; И.: woody nightshade; T.: kırmızı fosfor) и. бот.
Йомортҡа формаһындағы сағыу ҡыҙыл емешле, дымлы ерҙә үҫеүсе күп йыллыҡ ярымҡыуаҡ һәм уның емеше. □ Паслён сладко-горький (лат. Solanum dulcamara). Ҡыҙыл эт ҡарағаты - ағыулы емеш.
ҠЫҘЫЛ ӘЖЕКӘЙ (Р.: сорт красного творога; И.: red phosphorus; T: bir çeşit kırmızı ekşimik) и. этн. кул.
Дымы бөткәнсе ҡайнатылып, май менән шәкәр ҡушылған, ҡыҙыл эремсек төрө. □ Сорт красного творога (досуха вываренный творог, чуть приправленный маслом и сахарным песком). Ҡыҙыл әжекәй әҙерләу. Ҡыҙыл әжекәй менән сәй эсеу.
ҠЫҘЫЛ ӘШӘЛСӘ (Р: ятрышник кровавый; И.: bloody orchis; T: dactylorhiza kanlı) и. бот.
Орхидеялар ғаиләһенә ҡараған япраҡтары оҙонса, сәскәләре һәм эсе ҡыуыш, һабағы шәмәхә төҫөндәге үҫемлек. □ Ятрышник кровавый (лат. Orchis cruenta). R Ҡыҙыл әшәлсә тамырын бронхиттан дауаланыу өсөн ҡулланалар. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫЛ ЮЛ (Р: красная строка; И.: new paragraph fresh line; T.: satırbaşı) и.
Текстың юл башындағы эскәрәк индереп яҙылған өлөшө; яңы юл. □ Красная строка. Ҡыҙыл юлдан яҙыу. Ҡыҙыл юлдан яҙа башлау.
ҠЫҘЫЛ ЯҠУТ (Р: рубин; И.: ruby; T.: yakut) и. геол.
Алюминий оксиды, корунд минералының ҡиммәтле бер төрө. □ Рубин. Ҡыҙыл яҡут менән биҙәлгән йөҙөк.
ҠЫҘЫЛ ЯЛАНҒАС (Р: совершенно голый; И.: stark naked; T: çırçıplak) с. диал.
Кейемһеҙ, сыр яланғас. □ Совершенно голый. Ҡыҙыл яланғас йөрөу.
♦ Ҡыҙыл яланғас ҡалыу булған мөлкәт китеп, бик наҡыҫ хәлдә тороп ҡалыу. □ Остаться без ничего. ■ Ә беҙ, ундай-бындай хәйләләрҙе белмәнек, «асыҡ ауыҙҙар» бер нәмәһеҙ, ҡыҙыл яланғас торабыҙ ҙа ҡалабыҙ, имеш! К. Кинйәбулатова. • Ҡыҙ оҙат-маҡ — ҡыҙыл яланғас ҡалмаҡ. Мәҡәл.
ҠЫҘЫЛ ЯҢАҠ СЫПҠАЙ (Р: поганка краснощёкая; И.: Slavonian grebe; T.: kulaklı batağan) и. зоол.
Өйрәктән бәләкәйерәк, яңаҡтары ҡыҙғылт төҫтәге һыу ҡошо; ҡолаҡлы сыпҡай.
□ Поганка краснощёкая (лат. Podiceps auritus). Ҡыҙыл яңаҡ сыпҡай балаһы.
ҠЫҘЫЛ ЯРАН (Р: герань кровяно-красная; И.: red geranium; T: sardunya) и. бот.
Ҡыҙыл сәскәле яран гөлөнөң бер төрө.
□ Герань кровяно-красная (лат. Geranium sanguineum). Ҡыҙыл яран уҫтереу.
ҠЫҘЫМ и. диал. ҡар. ҡайынһеңле.
ҠЫҘЫНЫУ (ҡыҙын ) (Р: греться; И.: warm oneself; T: güneşlenmek, ısınmak) ҡ.
1. Тәнде эҫегә ҡыҙҙырыу. □ Греться. Ҡыҙынып алыу. Мейескә ҡыҙыныу. • Ҡеше яҡҡан утҡа ҡыҙынма. Мәҡәл.
2. Ҡояшҡа тәнде ҡыҙҙырыу. □ Загорать. Ҡыҙынып ятыу. М Ҡырсынға сыҡҡас, Сөнәғәт тубыҡтарын сәнсеп ҡояшта бер аҙ ҡыҙынып ултырҙы. Ж. Кейекбаев. Ҡыҙҙар шундуҡ йылғаға йугерә, тиҙ-тиҙ сисенә һалып, һыуға ташланалар, сыр-сыу килеп ҡойоналар, ә унан йәшел улән араһында, бөтөнләй шәрә килеш, кискә хәтлем ҡыҙынып ятырҙар ине. А. Абдуллин. Ҡукбуре, ҡояшта ҡыҙынып алмаҡ булып, өңөнән сыҡты.
679