Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 680


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘЫП ТУҘЫУ
Т. Ғарипова. Ул хәҙер эшкә бөтөнләй ярамай, тик урамға сығып, ҡояшҡа ҡыҙынып ултырғанда ғына байман таба, бер аҙ тындары иркенәйә төшә. Т. Хәйбуллин. Сыҡмаған ҡояшҡа ҡыҙындың шул, Ҡәҙриә, уйламайыраҡ эшләнең. Ә. Хәкимов. • Сыҡмаған ҡояшҡа ҡыҙынма. Мәҡәл.
ҠЫҘЫП ТУҘЫУ (ҡыҙып туҙ ) (Р.: разъяриться; И.: get into a fury; T.: kudurmak) ҡ.
Асыуланып ярһыу, ярһып әрләшеү. □ Разъяриться, быть разъярённым. Юҡ-барға ҡыҙып туҙыу.
ҠЫҘЫРАЙЫУ (ҡыҙырай-, ҡыҙырая) ҡ. диал. ҡар. ярһыу. ■ Ана ҡыҙырайып килеп ултыра, бик ҡыҙыу. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫРАС I (Р: бездомный; И.: homeless; T.: barınaksız) с.
Йортһоҙ-ерһеҙ ил ҡыҙырып йөрөгән кеше. □ Бездомный. ■ [Каҙаҡ батыры — Ҡу-ҙыйкурпәскә:] Мин апайымды һиңә бирер инем, .. әммә һин ҡыҙырас башҡорт булғанлыҡтан, атайым .. быға риза булыр, тип ышана алмайым. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҠЫҘЫРАС II с. диал. ҡар. ҡыҙыу II, 4.
ҠЫҘЫРАУ (ҡыҙыра-) ҡ. диал. ҡар. ҡыҙыу II, 4. Ҡыҙырап китеу.
ҠЫҘЫРБАҠ с. диал. ҡар. ҡыҙыу II, 4.
Ҡыҙырбаҡ әҙәм.
ҠЫҘЫРБЫЙ с. диал. ҡар. ҡыҙырас.
■ Был өмөтһөҙ кыҙырбый менән һуҙ көрәштереп тороуҙың мәғәнәһе юҡлығын тойоп, Аҡсәскә китеп барҙы. Б. Бикбай.
ҠЫҘЫРМЫШ (Р: пройдоха; И.: rogue; T.: açıkgöz) и. диал.
1. Йылмаяҡ, мөстән, күп йөрөүсән кеше. □ Пройдоха. Ҡыҙырмыш бәндә.
2. Ауыл буйлап эшһеҙ ҡыҙырып йөрөргә яратҡан кеше. □ Любитель шляться по деревне. ■ Эш һөймәҫ ҡыҙырмыш әҙәм ул. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘЫРТЫУ (ҡыҙырт ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡыҙырыу, понуд. от ҡыҙырыу. Донъяны ҡыҙыртыу. ■ Ҡешене донъя ҡыҙыртып икмәк косо генә йөрөтә икән. Ш. Янбаев.
2. Ҡыҙыҡтырыу, дәртләндереү, ҡотортоу. □ Подстрекать. Ҡыҙыртып йөрөп ятыу.
ҠЫҘЫРЫМ (Р: местность; И.: terrain; T.: yer) и.
Ниҙеңдер эргәһенән һуҙылған буй. □ Местность (вдоль чего-л.). Тау ҡыҙырымы. Туғай ҡыҙырымы. ■ Байып барған ҡояштың һурән нурҙары ауыл эргәһендәге тауҙарға һибелде, тау биттәрендәге япраҡ ярырға бөрөләнгән, унда-бында өйөм-өйөм булып ултырған ҡыҙырым сауҡалар киске ҡояштың нурында ҡыҙыл буҫтау төҫөнә инделәр. Ж. Кейекбаев. Үҙҙәре лә артылышты ут-кәс, бер асыҡ ҡыраста кусемдәренең башы тигеҙлектә, ҡойроғо тау ҡыҙырымына терәлеп, йыландай бөгөлә-һуҙыла алға шыу ыуын ҡыҙығып куҙәттеләр. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫҘЫРЫНЫУ (ҡыҙырын ) ҡ. ҡайт. ҡар. ҡыҙырыу, возвр. от ҡыҙырыу. ■ Улар [Ҡолморҙа старшиналар] Урал тауҙарын ҡыҙырынып йөрөй торғас, Бетрә йылғаһы буйлап сала һикертеп килгәндә, ҡапыл аты һөрөнөп, йығылып төшә лә, кук юрға биленләп быны ҡалдырып сығып китә. Т. Хәйбуллин. Ярты йыл да булып китте, мин Мөрсәлим ауылының юлын онота башлағайным инде, ял көндәре, ғәҙәттәгесә, баҙарға ла сыҡмаҫ булып киттем, сыҡһам да, ҡыҙырынып йөрөмәйем, тиҙ генә әйләнәм дә ҡайтам.
3. Ураҡсин. Тай-тулаҡ ҡалай уйнаҡлай, айғырҙар, буғалар ажарлана, бейәләр, иңгән дөйәләр ҡысаңдай, тәкәләр ҡыҙырына. Ғ. Хөсәйенов. Уҡырға тип китеп, көнө буйы урам ҡыҙырынған көндәре лә йышайғандан-йышайҙы уның [Рауилдың]. Б. Бикбай.
ҠЫҘЫРЫУ (ҡыҙыр-) (Р: бродить; И.: wander; roam; T.: dolaşmak) ҡ.
Рәтләп, арҡыры-буй йөрөү; гиҙеү. □ Бродить, скитаться. Ҡала урамдарын ҡыҙырыу. Ҡыҙырып ҡайтыу. Ҡыҙырып йөрөу. Ҡыҙы
680