Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 681


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘЫУ
рып сығыу. ■ Ул [Мәғәфур ], бөтә әрәмәләрҙе ҡыҙырып, йугеректе эҙләп сыҡты, ҡыңғырау ишетелгән һәр бер урынға барҙы .. ләкин байтал табылманы. Ж. Кейекбаев. Урал арҡаларын ҡыҙырып, малы артынан килгән мәшһур Таңдыса йөҙөндә Мәҙинә әсәһенең йөҙ һыҙаттарын, булмыш-торошон таныны. Т. Ғарипова. Ул [Юлыш] уҙ кусенә ҡайтып, көндәр буйы йә тынсыу тирмәлә уйһыҙ -хисһеҙ ҡымшанмай ятыр булды, йә, ырыуҙаштарынан ҡасҡан һымаҡ, яңғыҙы дала ҡыҙырҙы. Ә. Хәкимов. • Ил ҡыҙырған һынсы була, туҡалдың бары тыңсы була. Мәҡәл. Куп һөйләгән иҙер, куп ҡыҙырған гиҙер. Мәҡәл. Аҡылһыҙ баш аяҡ тындырмаҫ, аяҡһыҙ баш донъя ҡыҙырмаҫ. Мәҡәл. Куп йәшәгән белмәҫ, куп ҡыҙырған белер. Мәҡәл.
ҠЫҘЫУ I (ҡыҙ-) (Р.: разогреваться; И.: grow warm; T.: kızmak) ҡ.
1. Бик юғары температуралы, эҫе хәлгә килеү. □ Разогреваться, раскаляться. Лампа ҡыҙа. Таба ҡыҙа. ■ Әсирҙәр ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙған мейесте һырып алдылар. Ә. Хәкимов. Немецты траншеяға һөйрәп төшөргән саҡта ғына, Хәсәндең аяҡ аҫтында мина шартланы. Уның һул балтырын ҡыҙған тимер киҫәге өтөп алғандай булды. Ф. Әсәнов. Караһам, ҡулына ап-аҡ булып ҡыҙған тимер тотоп, бер әҙәм баҫып тора. Н. Мусин. Ә баҡсаның ҡояшта ҡыҙған тимер ихатаһына һөйәлеп, ҡапҡа янында Емеш менән Хөрмәт баҫып тора. 3. Биишева. Көн ҡыҙа башлағас, Сөнәғәттең ҡармаҡ һалған еренә һыу инергә ваҡ малайҙар килеп етте. Ж. Кейекбаев. Кояш кутәрелде, көн ҡыҙҙы, канау буйы бөркөу, беҙ һаман шыуышабыҙ. Д. Юлтый. • Кара кеше ҡыҙғансы, һары кеше яна башлай. Мәҡәл.
2. Еүеш көйөнә баҫырылып, эҫеү. □ Преть. ■ Икенсе участкала 3 000 ботлап бойҙай ҡыҙа башлаған. А. Карнай.
3. Ауырыуҙан йәки бүтән сәбәптән температура күтәрелеү. □ Подниматься, увеличиваться (о температуре тела). ■ Төн һалҡын
һәм көслө буран булыуға ҡарамаҫтан, туҡмалған Шәмси өшөмәй, бәлки уның бөтә тәне ҡыҙа ғына бара ине. Ғ. Хәйри.
4. Хәрәкәттән йылыныу. □ Разогреться (при движении). Йугереуҙән тәндәр ҡыҙып китте. Шәп атлауҙан аяҡтар ҡыҙҙы. ■ Аты әле яңы ҡыҙа башлағайны, ул баҫҡан урынында уйнап торҙо. Р. Низамов. • Толпар, тояғы ҡыҙһа, ҡанатланып осор. Мәҡәл.
5. кусм. Шашҡан, ярһыу төҫ алыу, көсәйеү, йәнләнеү. □ Оживать, активизироваться. Кыҙып бейеу. Мәжлес ҡыҙа. Уйын ҡыҙа. Ярыш ҡыҙа. ■ Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа, Мәҙинәне туңәрәктән бәреп сығара алмаған малайҙар ярһый, сәмләнә, устарына төкөрөп, Мәҙинәгә яҫҡанған йөн тупҡа хикмәтле һуҙҙәр әйтеп бәреп тә ҡарайҙар. Т. Ғарипова. Ашап-эсеп ҡоторонған халыҡҡа етә ҡалды. Һеперелеп тышҡа сыҡтылар. Оран һалып сауыллыҡ араһына ябырылдылар. Уйын ҡыҙа. Т. Хәйбуллин. Карағайлы туғайының һәр өлөшөндә, төркөмдәргә буле-неп бесән сапҡан кешеләр араһында, ярыш ҡыҙҙы. Я. Хамматов. Шунан китте мәжлес ҡыҙып! Ниндәй генә ризыҡ юҡ ине табында! Д. Бүләков. Ул ҡайғыртмай кем ҡайғыртһын ғаилә именлеген? Шуны куҙ уңында тотоп, быйыл аспирантураға бармаҫҡа ҡарар итеуен әйткәс, Нәсимә уны өгөтләргә кереште. Искәндәр уҙ дәлилдәрен уртаға һалды. Бәхәс ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Ә. Хәкимов. Имам хатиптың әйткәндәренә бик ук хушһынып бөтмәнеләр буғай, мәжлес ҡыҙа бара һуҙ, бәхәстәр ҙә ҡуйырыбыраҡ китте: губернаторына, падишаһына ла тел тейҙереуҙәр ишетелде, янаулы-усле һуҙҙәр яңғыраны. Ғ. Хөсәйенов. Ауыл осондағы сирәмлектә уйнаған бәләкәс малайҙар, ҡыҙҙар ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшергә тотондо. Р. Низамов.
6. кусм. Саманан тыш көсәйеп, ҡурҡыныс төҫ алыу. □ Разгораться, һуғыш ҡыҙҙы. Буран ҡыҙа. ■ Көслөк менән тартып алынған ғәзиз ерҙәрен, сабынлыҡтарын, урмандарын кире ҡайтарып алыу, ер һатыуҙы туҡтатыу
681