ҠЫҘЫУ
Башҡортостандың автономияһын иғлан итеу талаптарын ҡуйған милли хәрәҡәт башҡорттар йәшәгән ботә төбәктәрҙә лә ҡыҙа бара. Р. Байымов. Тышта буран туҡтамай, ҡыҙа ғына бара. Н. Ҡәрип.
7. кусм. Йөрәкһеп, ярһыған хәлгә килеү, нәфрәтләнеп ярһыу; ҡотороу, шашыныу.
□ Горячиться, возбуждаться, распалиться. Ҡыҙып һөйләу. ■ «Был, әйттерәһегеҙ килһә, хыянат итеу була», — тине Нур, ҡыҙа төшөп. И. Абдуллин. Ул ҡапыл ҡыҙып китте, тәмәкеһен тоҡандырып, иҙән буйлап йөрөргә тотондо. Ф. Әсәнов. Юламанов тағы ҡыҙа башлағайны, булмәгә Йомағол менән Рәзилә-нең килеп инеуе уны тыйылырға мәжбур итте. Н. Мусин.
8. кусм. Нимәгәлер эйә булырға теләп йөрәкһеү, ынтылыу; ымһыныу, ҡыҙышыу. □ Зариться. Донъя малына ҡыҙыу. К Ҡаҙаҡтар Исмәғил ҡарттың өйөр-өйөр малына, бисәһенә, килененә ҡыҙған. Әкиәттән. «Ул донъя малына ҡыҙа торған кеше тугел ине», — тип яҙа Гөлсөм Ибраһимова Мөхәммәтсәлим бабаһы хаҡында. Ғ. Хөсәйенов. Тауарына ҡарап алыусыһы була. Яҡшы тауарға алыусылар аҡса ҡыҙғанмайҙар. Аҡсаһына ҡыҙаһың да ҡулыңдан киткәнен дә һиҙмәй ҡалаһың. Ғ. Хәйри. Рәфҡәт йәберһенеп китте: «Ҡасан минең аҡсаға ҡыҙғаным бар?» Р. Солтангәрәев. • Ҡыҙҙың ҡыҙғаны — ҡыҙыл сәкмән. Мәҡәл.
ҠЫҘЫУ II (Р: горячий; И.: hot; T.: sıcak, kızgın) с.
1. Бик юғары температуралы; эҫе.
□ Горячий, нагретый. Ҡыҙыу таба. Ҡыҙыу таш. Ҡыҙыу мунса. Ҡыҙыу лампа. М Ҡыҙыу көндәрҙең береһендә улар мең бәлә менән Аҡъялан баҫыуындағы, һоло урағын тамамлап, Ҡуктау баҫыуына килеп төштөләр. Ф. Әсәнов. Июль айының ҡурмас кеуек ҡурылған ҡыҙыу көндәре. Ер, кук тотош бер монарлы эҫелектән иҙерәп ял итә. 3. Биишева. Яҙҙың ҡыҙыу ҡояшы ҡарт ҡарҙарҙы кимерә, ашай. Ғ. Хәйри. Ҡышлаҡ йоҡлай.
Урамдың бер осонан икенсе осона йөрөп торған төнгө патрулдәр генә, көндөҙ ҡыҙыу ҡояшҡа кибеп ҡалған ҡоро ҡомдо ҡыштырлатып, утеп китәләр. Б. Хәсән. Йәйге ҡыҙыу ҡояштың яҡтыһы уның бешкән битен ялтыратты, ҡыҙыу ҡояш аҫтында эш менән бешкән маңлайындағы ҡыҫығыраҡ куҙ-ҙәре тағы аҙыраҡ ҡыҫылыңҡыранылар. А. Таһиров. Тимайҙың һуңғы һуҙҙәре сажлап янған ҡыҙыу тимергә ҙур силәк ҡарлы-боҙло һыу һипкән һымаҡ булды. И. Насыри. Мейес тирәһе эҫе һалған ҡыҙыу мунса менән бер ине. Ж. Кейекбаев. • Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ. Мәҡәл. Ҡыҙыу янған тиҙ һунер. Мәҡәл.
2. кусм. Бик етеҙ, йылдам. □ Быстрый, торопливый. Ҡыҙыу аҙым. Ҡыҙыу һөйләу. Ҡыҙыу эшләу. ■ Алдар һылтыҡлай биреп, ҡыҙыу аҙымлап атты утте лә атаһын килеп ҡосаҡланы. Н. Мусин. Урамдан ҡыҙыу итеп автомобиль уҙҙы. С. Агиш. • Ҡулы һыуыҡтың йөрәге ҡыҙыу. Мәҡәл.
3. кусм. Бик көсөргәнешле, ярһыулы. □ Жаркий, ожесточённый. Ҡыҙыу бесән ваҡыты. Мәжлестең ҡыҙыу мәле. Уттай ҡыҙыу эш. Ҡыҙыу һуғыш. ■ Ә ҡыҙыу эш уға [Сергейға] кутәрелеп ҡарарға ла ирек бирмәне. А. Абдуллин. Хатты оҙон итеп яҙа алманым. Ике көн инде ҡыҙыу һуғыш бара. Б. Хәсән. Төн ҡараңғы. Ауыл ситендә ҡыҙыу һуғыш башланды. А. Таһиров. Эшенең иң ҡыҙыу мәлендә уйламаған-көтмәгән ваҡиғалар романды туҡтатып торорға мәжбур итте. Ә. Хәкимов.
4. кусм. Тиҙ тоҡанып, тиҙ асыуланып, ярһып китеүсән; ҡыҙма. □ Вспыльчивый. Ҡыҙыу характерлы. Ҡыҙыу кеше. ■ «Хәҙер нисек икән?— тип уйланы Хәсән, киң яурынлы, оҙон ҡара мыйыҡлы, киң ҡаштары аҫтында янып торған ҡара куҙле, ҡыҙыу холоҡло Сөләймән ағайҙы куҙ алдына килтереп. Ф. Әсәнов. Беренсе кавалерия полкы сардары Муса Мортазин бик батыр, әммә сиктән тыш ҡыҙыу кеше ине. Ә.-З. Вәлиди. • Ҡыҙҙың ҡыҙыуы — ҡуҙҙың ҡыҙыуы. Мә-
682