ҠЫҘЫУЛЫҠ
ҡәл. Ҡыҙыу кеше тиҙ ҡартайыр. Мәҡәл. Әк-рен эшен бөтөрөр, ҡыҙыу тешен бөтөрөр. Мәҡәл.
♦ Ҡыҙыу ҡанлы нимәгәлер үртәнеп, ярһып барыусан. □ Вспыльчивый. М Кусем — быға тиклем дә Ҡазан юлында урыҫтар менән байтаҡ алышҡан, һәр аҙымын уйлап атлаусы тәжрибәле, ҡыҙыу ҡанлы, әммә һалҡын баш менән эш итеусе етәксе ине. Н. Мусин. Ҡыҙыу ҡанлы Таһир Кусимов бындай кәмһетеуҙе кутәрә алмай, алдына килеп баҫа ла фуражканы урынына кире һалыуҙы һәм бөтә кеше алдында ғәфу утенеуҙе талап итә. Р. Өмөтбаев.
ҠЫҘЫУ III и. ҡар. ҡыҙыулыҡ. • Төтөнө куптең ҡыҙыуы юҡ. Мәҡәл. Ерек утындың ҡыҙыуы юҡ, еңгә ҡатындың йылыуы юҡ. Мәҡәл.
ҠЫҘЫУЛАНЫУ (ҡыҙыулан-) (Р: ускорить; И.: hasten, quicken; T.: hızlanmak) ҡ.
1. Етеҙ, йәһәт хәрәкәт алыу; шәбәйеү. □ Ускорить (движение). Аҙымдар ҡыҙыуланыу. ■ Зилский менән секретарь ҡыҙыуланып, ҡағыҙҙарын йыйнай һалып, ҙур эш бөтөргән кешеләрҙәй булған булып, эре генә баҫып, арттарына ҡарамай, өйҙән сығып киттеләр. Ғ. Дәүләтшин.
2. Көсөргәнешле, йәнле төҫ алыу. □ Усиливаться, приобретать напряжение. Эш ҡыҙыулана. ■ Арттағы эскадрондар ҙа өсөнсө эскадронға килеп ҡушылғас, алыш бигерәк тә ҡыҙыуланды. Я. Хамматов. Мотаһарҙың да эше ҡыҙыуланды хәҙер. Й. Солтанов. Әлем-ғол Миңьямалға ошо арала, берәй йәтешерәк урын тура килгәндә, һуҙ һалырға бик самалап йөрөнө. Тик был мәлдәрҙә эштәр ҡыҙыуланып киткәнгә, әллә нисектер, тура килмәне. С. Агиш.
3. кусм. Ҡыҙып китеү; ярһыу. □ Разъяриться, горячиться, вспылить. М Уның [Кин-йәғолдоң] ҡаны ҡыҙыуланып, йөрәге ярһып китте. А. Таһиров. [Йәнтурә — Буранбайға: ] Артыҡ ҡыҙыуланып уҙеңде харап итәһең бит, ҡустым! Я. Хамматов.
ҠЫҘЫУЛАТЫУ (ҡыҙыулат-) (Р.: ускорить; И.: quicken; T: hızlandırmak) ҡ.
1. Етеҙ, йәһәт хәрәкәтле итеү; шәбәйтеү. □ Ускорить, подгонять (лошадь). Атты ҡыҙыулатыу. ■ «Кит инде, әллә нимәләр уйлап сығарам», — тип, уҙе-нә-уҙе йәне көйгәндәй итеп, Шәһурә аҙымын ҡыҙыулатты. Н. Мусин. Профессор аҙымдарын ҡыҙыулатты, гуйә, ул шәп атлаһа, биш көн алтыға әйләнә инде. Д. Бүләков. Фәузиә аҙымын бер ҡыҙыулатты, берсә әкренәйтте. Т. Ғарипова. Сурағол аҙымын ҡыҙыулата-ҡыҙыулата Айсыуаҡ ҡарттың тәңгәленә килгәс, туҡтай төштө. Т. Хәйбуллин. Шул уйҙарҙы уйлап бөтөу-гә ул [Сәлих] ултырған еренән аҙ ғына алға ынтылып ҡуйҙы, ул бының менән машинаны тағы ла ҡыҙыулатырға самалаған кеуек ине. С. Агиш.
2. Көсөргәнешле, ашығыс итеү; ҡабаландырыу. □ Торопить, ускорить. Эште ҡыҙыулатыу. Әҙерлекте ҡыҙыулатыу. Я Был уйҙар уның [Тимербайҙың] сара куреуҙе ҡыҙыулатырға мәжбур итте. С. Агиш. Был биш көндә беҙ ике трактор сығарырға тейешбеҙ. Кыҙыулатырға кәрәк сәсеуҙе. А. Карнай. Бындай саҡта дәртләндерерлек бер ауыҙ һуҙ етә бит ул, эште ҡыҙыулатып алды ла киттеләр. Н. Мусин.
ҠЫҘЫУЛАУ (ҡыҙыула-) ҡ. ҡар. ҡыҙыулатыу. Н Кыҙыулап атлаған аҙымдар һулпәнгә ҡала башлағас, Сурағол ял итеу өсөн бер йыуан ғына ҡарағайҙың төбөнә арҡаһы менән һөйәлеп ултырғанса, куҙе сырымға китеп барҙы. Т. Хәйбуллин. Хаммат, йәне көйөп, тағы ҡыҙыулап йөрөп алды. 3. Биишева. Бер яҡтан, көндөң ҡороһонда эште ҡыҙыулап, ашығыс эшләу, икенсе яҡтан, игенде яландан ауылға ташып йөрөмәй, сәселгән урында уҡ тапатып алырға уйлағанлыҡтан, бөтә эш шуға ҡаратып эшләнде. Ғ. Дәүләтшин.
ҠЫҘЫУЛЫҠ (ҡыҙыулығы) (Р: жара;
И.: heat; T: sıcaklık) и.
683