Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 684


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘЫШМА
1. Юғары температурала булыу; эҫелек.
□ Жара, зной. Ҡыҙыулыҡ һурелде. Тән ҡыҙыулығы. ■ Ҡыҙыулыҡ утте, кейемдәре ҡопторлап туңған, тәндәре тоҙло һыу, нефткә буялған кешеләр тештәре тешкә теймәй ҡалтырана башлағайны. Р. Солтангәрәев. Бөгөн ҡояш та, ҡыҙыулығы мөлдөрәмә артылып барғандай, йылы нурҙары менән ерҙе йомарт ҡойондора. Д. Юлтый. Төн ҡараңғыланған, көнбағыш яҡта кук йөҙөндәге ҡояш ҡыҙыулығы ла куренмәй, ул хәҙер аҡһыл төҫкә әйләнеп, ерҙең төньяғына табан шыуыша. А. Таһиров.
2. кусм. Эш-хәрәкәт тиҙлеге. □ Скорость движения. Хәрәкәт ҡыҙыулығы. Ҡыҙыулыҡты арттырыу. Н Тепловоз ҡыҙыулығын арттыра төшкәс, биттәргә һалҡынса ел бәрелде. Й. Мостафин. Бына шулай, дан артынан ҡыуған кешеләрҙең ҡыҙыулығын тормош уҙе һыуыта. Ш. Янбаев.
3. кусм. Тиҙ генә тоҡанып барыу сифаты. □ Горячность, вспыльчивость. ■ Рәшит ҡыҙыулыҡ менән йоҙроғон төйнәп, ҡулын юғары кутәреп, мөйөштәге Сәмигә табан атлай башланы. Ғ. Хәйри. Шул сәғәттә ук Шәһәрбаныу ярһыу бер ҡыҙыулыҡ менән тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡта ҡаҡты, барлыҡ ҡына монаятын арбаға тейәне лә, аттың ҡабырғаһына шыйыҡ сыбыҡ менән шыйырҙы. Т. Ғарипова. Сәғиҙә кисә ҡурҡыу ҡатыш ҡыҙыулыҡ менән аяҡтарының ауыртҡанын артыҡ һиҙмәһә лә, иртән торғас, атлай ҙа алмай ине. М. Тажи.
ҠЫҘЫШМА с. диал. ҡар. ҡыҙма. Ҡыҙышма кеше.
ҠЫҘЫШТЫРЫУ (ҡыҙыштыр) (Р.: злить; И.: anger; T: kızdırmak) к.
1. Асыуландырып ярһытыу. □ Злить. Ғәйбәт һуҙ менән ҡыҙыштырыу. Тиктомалға ҡыҙыштырыу. ■ Райком секретары ауыҙынан ишетелгән был һуҙҙәр Мирхәйҙәр бабайҙы оторо ҡыҙыштырып ебәрҙе. И. Ғиззәтуллин.
2. кусм. Ымһындырыу; ҡыҙыҡтырыу.
□ Манить (о чём-л. ярком). Миләш ҡыҙыл
суҡтары менән ҡыҙыштырып тора. ■ Ҡош-ҡортҡа һунар тыйылған саҡ булғанға, мылтыҡ атманылар, һунар эштәре кутәргән ағуналар, һәр төрлө ҡыр ҡоштары һунарсы йөрәген тетрәтеп, ҡыҙыштырып баш осонда ғына әйләнде. Ш. Янбаев.
ҠЫҘЫШЫУ (ҡыҙыш-) (Р: горячиться; И.: get angry; T: kızmak) ҡ.
1. Тулҡынланыуҙан, ярһыуҙан һ. б. ҡыҙарып, эҫе хәлгә килеү. □ Горячиться. Бушҡа ҡыҙышыу. ■ Мин, көллө тәнем уттай ҡыҙышып, хәл өҫтөндә ята инем. Д. Юлтый. Сикәләрем ҡыҙышты: шулай ҙа был Әпте-рәйҙе дөмбәҫләп алмай булмаҫ — ҡул ҡыҫышып бирешкән һуҙен боҙа бит! Й. Солтанов.
2. кусм. Йөрәкһенеп, дәртләнеп ярһыу. □ Воодушевляться, вдохновляться. Ҡыҙышып уҡырға керешеу. Ҡыҙышып уйнау. Ҡыҙышып тороу. Ҡыҙышып ҡуйыу. Ҡыҙышып йөрөу. ■ Яңы йорт бөтөрөп ингәс, хатта элекке оҫта ла, ҡыҙышып китеп, мейесен Шәкур ағайҙан сығарта. Ш. Бикҡол. Шулай ҡыҙышып эшләй торғас, кис булғанын һиҙмәй ҙә ҡалалар, һөҙөмтәләрҙе тикшерергә тип, улар янына бригадир килә. И. Ғиззәтуллин. Шундай ҡыҙыҡ уйын булғанғалыр инде, кисен эштән ҡайтып, урамға тән яҙырға сыҡҡан өлкән ағайҙар ҙа йыш ҡына ҡыҙышып китәләр ҙә, малайҙар кеуек ук зыҡ ҡубып, сәкән һуғырға тотоналар. Н. Мусин.
3. кусм. Асыуланып ярһыу. □ Разъяриться. Ҡыҙышып алыу. Ҡыҙышып китеу. ■ Тугушов менән Сафин, һуғышырға ҡыҙыша башлап, Нәғимовтың өҫтөнә ташланғанда, ишектән Рубенко килеп инде. А. Карнай. Улар [шофёрҙар] ҡайтҡас, Ҡа-һымбай бөтөнләй сығырынан сыҡты, оторо ҡыҙышып, ҡоторона башланы. И. Ғиззәтуллин.
4. кусм. Нимәгәлер күңел биреп, ымһынып, йөрәкһеү; ҡыҙығыу. □ Прельщаться, соблазняться. Малға ҡыҙышыу. Аҡсаға ҡыҙышыу. • Ҡукбуре һиҙә: былар уның балаларына көндән-көн нығыраҡ ҡыҙыша. Т. Ғари-
684