Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 685


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЖМЫРЛАУ
пова. Бай ҡыҙышып турәнең өҫтөндәге шәп кейемдәрен дә һалдырып алған тиҙәр. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫҘ ӘЙТТЕРЕҮ (ҡыҙ әйттер-) (Р.: сватать невесту; И.: brokage bride; T.: kiz istemek) ҡ. этн.
Егеттең ата-әсәһе ҡыҙҙың ата-әсәһе менән осрашып, балаларҙы ҡауыштырыу тураһында килешеүе. □ Сватать невесту. // Сговор. М Туй уткәс, йәш ғаилә башы кәләшенә: «Ҡаҙ һуйырға, ҡымыҙ ҡуйырға ине», — тигән. Ҡатыны әйткән: «Ҡаҙҙы, улың тыуып, уҫеп еткәс, һуйырбыҙ. Ҡымыҙҙы, шул улың ҡыҙ әйттергәс, бешербеҙ». Әкиәттән. Ҡыҙ әйттереп ҡайтҡас, туған-тыумаса, курше-кулән хәл-әхуәл белешергә килә. М. Бураҡаева.
ҠЫҘ ЯБЫУ (ҡыҙ яп-) (Р.: первая брачная ночь; И.: the first night; T.: gerdek) ҡ. этн.
Кейәүгә сыға торған ҡыҙҙы кейәү менән ҡунаҡ өйгә ябыу (йола). □ Первая брачная ночь. ■ Ҡыҙ япҡанда, мылтыҡтан аталар, төрлө уйындар уйнаталар, ҡыҫҡаһы — ҡыҙыҡ була. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЖАУ (Р: скупой; И.: miserly; T: cimri) с.
Йомошҡа ҡаты; һаран. □ Скупой. Ҡыжау әҙәм. Ҡыжау булыу.
ҠЫЖҠ (Р: кряк!; И.: quack!; T.: vak!) оҡш.
Өйрәк тауышын белдергән һүҙ. □ Кряк (подражание звуку, издаваемому утками). Өйрәктәр ҡыжҡ итеу.
ҠЫЖҠ-ҠЫЖҠ (Р: кряк-кряк; И.: quack!; T.: vak vak) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ҡыжҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Кряк-кряк (подражание звуку, издаваемому утками). Өйрәктәр ҡыжҡ-ҡыжҡ итә.
ҠЫЖҠЫЛДАҠ (ҡыжҡылдағы) (Р.: кук-ша; И.: Siberian jay; T.: Sibiryah alakarga) и. зоол.
Дөйөм төҫө ҡара көрән, һарғылт һипкелле, ҡанаттарының сите, ҡойроҡ төбө ерән тап
лы, күгәрсендән бәләкәйерәк ҡош. □ Кукша (лат. Perisoreus infaustus). Ҡыжҡылдаҡ ояһы. Ҡыжҡылдаҡ йомортҡаһы. ■ Ҡыжҡылдаҡ ағас ботаҡтарында һәм ерҙә йөрөй, һирәк оса. Э. Ишбирҙин.
ҠЫЖҠЫЛДАУ (ҡыжҡылда-) (Р: крякать; И.: quack; Т.: vakvak etmek) ҡ.
1. Ҡыжҡ-кыжҡ итеү, ҡыжҡ-ҡыжҡ килеү.
□ Крякать. Өйрәктәр ҡыжҡылдай.
2. Ҡаж-ҡож йүткереү; ҡажҡылдау.
□ Сильно кашлять. Бала ҡыжҡылдай, һыуыҡ тейеуҙән ҡыжҡылдау.
ҠЫЖҠЫЛТАУ (ҡыжҡылта-) ҡ. диал. ҡар. ҡарлығыу. ■ Ике көн ҡыжҡылтап йөрөгән ине, сәпсим быулыҡты ла ҡуйҙы. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЖҠЫМ с. диал. ҡар. ҡарлыҡҡан.
Ҡыжҡым тауыш менән ҡысҡырыу.
ҠЫЖМЫЛДАУ (ҡыжмылда-) (Р: кишеть; И.: swarm, teem; T.: kaynaşmak) ҡ. диал.
1. Ҡымйыу. □ Кишеть. Ҡорттар ҡыж-мылдай. Майҙанда халыҡ ҡыжмылдай.
2. Ҡыймылдау. □ Шевелиться. Йылан ҡыжмылдай.
ҠЫЖМЫРАУ (ҡыжмыра-) ҡ. диал. ҡар. ҡымйыу. Ҡыжмырап торған ҡорттар.
ҠЫЖМЫРЙЫУ (ҡыжмырйы-) ҡ. диал. ҡар. ҡымырйыу. Бөтә тән ҡыжмырйый.
ҠЫЖМЫР-ҠЫЖМЫР (Р: подража ние беспорядочному движению насекомых; И.: imitative word; T.: yansıma) оҡш.
Ҡорттарҙың өйкөлөшөп, ҡайнашып торғанын белдергән оҡшатыу һүҙе. □ Подражание беспорядочному движению насекомых и т. п. в различных направлениях. Ҡыжмыр-ҡыжмыр килеу. Ҡыжмыр-ҡыжмыр итеу.
ҠЫЖМЫРЛАУ (ҡыжмырла-) (Р: кишеть; И.: swarm; T.: kaynaşmak) ҡ.
1. Өйкөлөшөп, сыуалып ҡайнашыу; ҡымйыу. □ Кишеть. Ҡырмыҫҡалар ҡыжмырлай. Ҡорттар ҡыжмырлай. ■ Бөтә ер өҫтө, бөтә тереклек ҡыжмырлай, йәнләнә, ҡояш яҡтыһын курергә ашыға ине. К. Мәргән. Разведка Вальково станцияһында дош
685