Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 695


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙМЫЛДАУ
ҠЫЙЛЫ (Р.: сорный; И.: weed grown; T.: çöplü) с.
1. Ҡыйы, сүбе булған; ҡый ҡатыш. □ Сорный, засорённый. Ҡыйлы иҙән. Ҡыйлы орлоҡ. Ҡыйлы бойҙай. Ҡыйлы фураж. ■ [Гөлкәй:] Таҙартылған орлоҡто яҡшы эшкәртелгән ергә сәсһәң — мул уңыш алырһың, ҡыйлы орлоҡ сәсһәң — ҡырлыҡ менән ҡалырһың... Ғ. Аллаяров. Аҡназар ағайҙар үткән йылдарҙа ни саҡлы тырышһалар ҙа, берҙән, ямғырҙың ер ҡандырырлыҡ яума-уы, икенсенән, орлоҡтоң ҡыйлы, ас булыуы, яңғыҙ ат, кәрәкле ҡорамал етешмәүе, тағы бүтән төрлө тәбиғи сәбәптәр менән йыл да утыҙ-ҡырҡ боттан артмай торғайны. Ғ. Дәүләтшин.
2. Ҡый үләнле. □ Содержащий сорную траву, с сорной травой. Ҡыйлы баҫыу. Ҡыйлы ялан.
ҠЫЙЛЫҠ (ҡыйлығы) (Р.: свалка; И.: dump; T.: çöplük) и.
Сүп-сар түгә торған урын; сүплек. [ 1 Свалка. Ҡыйлыҡҡа түгеү. ■ Бер көн өй йыйыштырғанда, урындыҡ аҫтынан иҫке бер бу -мала тапты Мәҙинә. Шуны ҡыйлыҡҡа сығарып ташларға һалып ҡуйған еренән атаһы кире өйгә индерҙе. Т. Ғарипова. [Емеш:] Ҡуй, бармайыҡ. Эҫе. Әйҙәгеҙ, Ҡормош олатайҙарҙың ҡыйлығына барайыҡ. 3. Биишева. Тауыш мунса артындағы ҡыйлыҡта үҫкән әрем, алабуталыҡ араһынан килә. А. Таһиров.
ҠЫЙМА I (Р: инфекционная болезнь кобыл; И.: mares’ infectious desease; T: kısrakların bulaşıcı hastalığı) и. вет.
Йылҡы малы тороҡҡан мәлдә барлыҡҡа килгән йоғошло ауырыу. □ Инфекционная болезнь кобыл (при случке). Я Ваҡытында дауаламағанда, йылҡы малы ҡыйманан үлә. Интернет селтәренән.
ҠЫЙМА II и. диал. ҡар. туҡ эсәк. Ашҡа ҡыйма турау. Ҡыйма бешереү.
ҠЫЙМЫЛ и. иҫк. ҡар. хәрәкәт. Я Барҙы ла бала ҡыҙға ҡулын һалды, ҡарағым, сыра
ғым, тип ҡыймыл һалды. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ҠЫЙМЫЛДАТЫУ (ҡыймылдат-) (Р: шевелить; И.: stir; T.: kımıldatmak) ҡ.
1. Урындағы көйө еңелсә хәрәкәтләндереү; ҡуҙғатыу, ҡыбырлатыу. □ Шевелить, пошевеливать. // Шевеление. Ирендәрҙе ҡыймылдатыу. Ҡәүҙәне ҡыймылдатыу. Ултырғысты ҡыймылдатыу. Я Зәки, өшөй башлаған кәүҙәһен ҡыймылдата алмайынса, урынында ҡалды. Я. Хамматов. Йәштәр, намаҙ уҡығандай, ирендәрен ҡыймылдатты. Р. Камал. һөйөклөһө менән һөйләшкәндәй итеп, [Ҡүсимов] йоҡа ирендәрен ҡыймылдатып, эйәренән төшмәй генә, һәр юлы мөхәббәт бөркөп торған хатты уҡырға тотондо. Р. Өмөтбаев. Ипләп кенә, кемдәндер ҡурҡҡандай, Фәтихов әле бер, әле икенсе ҡулын ҡыймылдатып ҡараны — иҫәндәр, ауыртмайҙар; аяҡтарын яҙып бөктө, улар ҙа иҫән, ауыртмай. И. Абдуллин. Ул [Ғимай] инде ҡулдарын да көскә-көскә генә ҡыймылдатыу хәленә килде. И. Насыри.
2. Урындан ҡуҙғатыу, йөрөтөү. □ Заставить двигаться. Я Бәндәне ризыҡ тигән ҡыймылдатыр; сәселгән ризығы булһа, йөрөп ятыр. М. Аҡмулла.
♦ Ҡыл да ҡыймылдатмау бер ниндәй эш эшләмәй йөрөү. □ Пальцем не шевельнуть. Н Тормоштоң эреле-ваҡлы бәреү-һу-ғыуҙарын, яҙмыш ҡушҡандыр тип, тыныс кисерҙе ул; уҙ мәнфәғәтен яҡлап, ҡыл да ҡыймылдатҡаны булманы уның. Ғ. Әмири. Халыҡтың тормошон еңеләйтеү өсөн, исмаһам, ҡыл да ҡыймылдата алмағас, яҡты донъяла йәшәүҙән ни хикмәт? Я. Хамматов. Холҡона килһә, йомош тыңлай, холҡона килмәһә, хыт үлтер һин уны, ҡыл да ҡыймылдатмай. М. Кәрим.
ҠЫЙМЫЛДАУ (ҡыймылда-) (Р.: шевелиться; И.: stir; T.: kımıldamak) ҡ.
1. Урындағы көйө еңелсә хәрәкәт яһау; ҡуҙғалыу, ҡыбырлау. □ Шевелиться, пошевелиться. Ирендәр ҡыймылдай. Бармаҡ ҡый
695