ҠЫЙ-ҠЫУАТ
гәндәй, кешеләрҙең ҡый-ҡыу һалып, ат ҡыуалаған, арба тәгәрмәстәренең ташҡа бәрелеп шатырлаған, шул арбаларға тейәлгән суйын зыңғырлаған тауыштарҙы ишеткәндәй булам мин. Н. Мусин.
ҠЫЙ-ҠЫУАТ и. йыйн. ҡар. ҡый-ҡыпыр.
Урамды ҡый-ҡыуаттан таҙартыу.
ҠЫЙҠЫУЛАУ (ҡыйҡыула-) (Р.: гикать;
И.: whoop; T.: çığlık atmak) ҡ.
Һөрәнләп, һайт-һойт килеп ҡысҡырыу; ҡый-ҡыу һалыу. □ Гикать, кричать, кричать с гиканьем. Ҡыйҡыулап аттарҙы ҡыуыу. Ҡыйҡыулап киләләр. ■ Ҡөтөүсе ҡапыл ырғып торған ыңғай сыбыртҡыһын эләктерә һалып: «һайт, һайт! Ну-ка! Ҡуда? Тр-рр...» — тип ҡыйҡыуларға кереште. Р. Ҡол-Дәүләт. Шундай ҡара яуҙы күрмәй булалармы һуң — күрҙеләр. Бәлки, ҡыймаҫтар, ҡурҡырҙармы тиһәң, ҡайҙа ул — күреү менән ҡыйҡыулап сабышып өҫтәренә атлыҡтылар. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫЙҠЫУЛАШЫУ (ҡыйҡыулаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡыйҡыулау, взаимн. от ҡыйҡыулау. ■ Абайлаһа, үҙҙәрен ике-өс ер буйы алда ҡамалап алған ҡыуғынсыларға табан һырттан унлап казак һыбайлыларының ҡыйҡыулашып йән-фарман сабып килеүен күрҙе ул. Ғ. Хөсәйенов. Ҡыҫмаҡ, үтеп, ҡыш уҙғандан һуң, килде яҙ, ҡыйҡыулашып килде осоп өйрәк-ҡаҙ. Я. Хамматов.
ҠЫЙҠЫУ-ҺӨРӘН (Р: шум; И.: shindy; T.: gürültü) и. йыйн.
Ығы-зығылы сыр-сыу тауыш. □ Шум, возглас. ■ Туҙан ҡатыш төтөн болотон йырып, аттар йән-фарман алға сапты. Илаш-һыҡташ, үҙәк өҙгөс ҡыйҡыу-һөрән, үлемесле фажиғә артта ҡалды. Ә. Хәкимов. Алдағы һырт аръяғындағыуйһыулыҡҡа төшкән дошман яуы алғырғыһына Есем һыбайлылары ҡыйҡыу-һөрән һалып ташланды. Ғ. Хөсәйенов. Беҙ аптырашыбыҙҙан бағана кеүек ҡатып торабыҙ, һәр тарафтан — өйҙәренән, ишек алдарынан илаш, үҙәк өҙгөс ҡый
ҡыу-һөрән, ялыныу-ялбарыу тауыштары ишетелеп тора. Д. Юлтый.
ҠЫЙЛАНМЫШ и. диал. ҡар. ҡыланыш.
■ Ҡыйланмышы шулай инде уның. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЙЛАНЫУ I (ҡыйлан-) (Р: засориться; И.: become littered; T.: tıkanmak) ҡ.
1. Ҡыйлыға әйләнеү, ҡыйлы булыу. □ Засориться. Ҡыйланған ихата. Ҡыйланған урам. ■ Улар ғына түгел, өс йыл буйынса меңләгән обоздар үткән ауылдарҙа, таралған, ҡыйланған урамдарҙа ла яҙ, йәй ҡаршылап, үҙҙәренә тормош теләгән, йылы ҡояш яҡтыһынан үбелеүҙе өмөт иткән үҫемлектәр баш күтәреп үҫергә, йәйлек ғүмерҙәренә эйә булырға маташалар. А. Таһиров.
2. Ҡый үләндәре менән тулыу. □ Зарасти сорной травой. Баҫыу ҡыйланған. Баҡса ҡыйланып бара. Ҡыйланыуға юл ҡуймау.
ҠЫЙЛАНЫУ II (ҡыйлан ) ҡ. диал. ҡар. ҡыланыу. ■ «Һеҙҙең ебәргән продотряд башлығығыҙ әҙәм башына килмәгәнде ҡыйлана...» — тиештеләр крәҫтиәндәр. А. Таһиров. [Ҡаһымбай:] Малай-шалай шикелле башта юҡ-бар менән ҡыйлана ла аҙаҡтан аҡса аҙ тип, һиңә бәйләнә, — тине. И. Ғиззәтуллин.
ҠЫЙЛАУ (ҡыйла-) (Р: сорить; И.: litter; T.: çöp atmak) ҡ.
1. Ҡыйлы итеү, сүп баҫыу. □ Сорить, мусорить. Ихатаны ҡыйлау. ■ [Ыраҫ:] Ә бит улар [күгәрсендәр] ошо үҙегеҙ көсәнеп таҙартҡан мөлкәтте хәшәрәт тиҙәктәре, ҡанат-ҡаурыйҙары менән ҡыйлай, шул сүп-сар яҙын сәскестәрҙең орлоҡ үткәргестәренә тығыла, сәсеүҙең темпы, сифаты түбәнәйә. Й. Солтанов.
2. Ҡый үләнле итеү; сүпләү. □ Зарастать сорной травой. Баҡсаны мысай ҡыйлап ултыра. ■ Эҫе көндә күләгә биреүҙән башҡа файҙаһы ла юҡ яңғыҙаҡтың [имәндең]. Баҫыу ҡыйлап ултыра; ер һөрә, иген сәсә башлаһаң, урап үтергә кәрәк. Д. Бүләков.
694