Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 699


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙРАЛЫШЫУ
2. Бер ситкә ҡыялатыу. □ Косить. Ҡыйпып ябыу. Ҡыйпып киҫеү. Ҡыйпып һалыу. Ҡыйпып ебәреу.
3. күсм. Күңелгә тәьҫир итеү. □ Задевать, беспокоиться. Йөрәкте ҡыйпытыу. Н Ни әйтергә лә, ни этләргә лә белмәнем, тик мейемде бер генә һүҙ ҡыйпып үтте: «Зөләйха!» Н. Мусин. «Нисек кенә булмаһын, Зәкиәгә тел тейҙермәҫкә», — тигән уй Мицлегәле йөрәген ҡыйпып үтте. Я. Хамматов.
ҠЫЙПЫУ ҠАР и. диал. ҡар. ҡырпаҡ ҡар. Ҡыйпыу ҡар яуа башланы.
ҠЫЙРАЛЫУ (ҡыйрал-) (Р.: разрушаться; И.: go to ruin; collapse; T.: yıkılmak) ҡ.
1. Ватылыу; емерелеү. □ Разрушаться, разбиваться. Ҡыйралып бөтөү. Ҡыйралып тороу. Ҡыйралып ятыу. Быяла ҡыйралды. Ҡыйралып төшөү. Ҡыйралып бара. ■ Ана күпме ир-егеттәр башын һалды, йорт-ер ҡыйралды, көткән ирек килмәне. Ғ. Хөсәйенов. Ҡортҡаның өйөн йыуып-йышып, уның үҙе һымаҡ бына-бына ҡыйралып төшөргә торған мөйөш-һөйөшөн, ишек тупһаһын, тәҙрә төптәрен ҡағып-һуғып, мөмкин булған тиклем әтмәлләштерә һалдылар. Б. Бикбай. Ҡартуф ерен дә һөрҙөрҙө атаһы. Ҡыйралған ҡоймаларҙы ла рәтләне. Т. Ғарипова. Ҡама-лов үҙе ҡатнаша алмауына ҡайғырған һымаҡ (ул бейей ҙә, йырлай ҙа белмәй ине), моңһоу ғына йылмайып ҡарап торғанда — ҡапыл ғына винтовканан атҡан шартлау һәм быяла ҡыйралған тауыш ишетелде. А. Карнай.
2. Яраҡһыҙ хәлгә килеү; боҙолоу. □ Испортиться. Ҡыйралып ятыу. Ҡыйралып бөтөү. Трактор эшләй алмай ҡыйралып ята. М Урғыс ҙур ташҡа барып төртөлгән, ураҡтың унлап теше ҡойолған. Ҡыйралған инде ураҡ, мин һиңә әйтәйем, ҡыйралған. Ф. Әсәнов. Ҡыйралған техниканы аяҡҡа баҫтырырға, байтаҡ һуғышсылары сафтан сыҡҡан батареяларҙы өҫтәмә көс менән тулыландырырға кәрәк ине. Ш. Бикҡолов.
3. күсм. Арып ныҡ ҡаҡшау. □ Быть обессиленным, истощаться. Бесәндән ҡыйра
лып ҡайтыу. М Бөтә кәүҙә ҡыйралып төшөп бара. Д. Юлтый.
4. Тар-мар ителеү, юҡҡа сығыу. □ Гибнуть, погибать (в большом количестве). Ҡыйралған ғәскәр.
5. күсм. Юҡҡа сығыу, бойомға ашмау (өмөттәр, ышаныстар, теләктәр тураһында). □ Рушиться, ломаться, расстраиваться. Ҡыйралған өмөттәр. ■ Ҡояш һүнгән, донъяһы ҡыйралған, илде ҡараңғы баҫҡан. Р. Солтангәрәев. Уның уйынса, бер ҡыйралған тормошто яңы ямау менән генә бөтәйтеп булмай һымаҡ ине. Б. Бикбай. Диплом яҡларға торғанда ғына, бөтәһе ҡыйралды, елгә осто. Ә. Хәкимов. Ҡылысы һынды батырҙың, ышаныстары ҡыйралды. Р. Камал.
ҠЫЙРАЛЫШ (Р: гибель; И.: ruin; wreck; downfall; T: yıkılış) и.
Яу, һөжүм һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәләкәт. □ Гибель. Н Курск янында илле көн буйына дауам иткән ҡаты ҡыйралыш һөҙөмтәһендә, немец-фашистары армияһы үҙенең ярты миллион кешеһен юғалтты. Ф. Әсәнов. Әхмәҙиә, өс йыл самаһы һуғышта йөрөп, ҡыйралышты күп күргән кеше. Р. Солтангәрәев. Бүре баш түбән мәтәлләп барып төштө. Ләкин торорға, был ҡот осҡос ерҙән — ҡолаҡ ишетмәгән, күҙ күрмәгән ҡыйралыштан тиҙерәк ҡасып ҡотолорға кәрәк! Ә. Хәкимов. Алда ни көтәлер инде уларҙы. Алышмы, ҡыйралышмы? Алғышмы, ҡарғышмы? Ғ. Хөсәйенов. Ҡәнзәфәргә улай туҡмалып, халыҡтың ҡыйралышын күреүҙән һыҙланып йөрөү эләкмәгән, шуға ла ул, ил һынлы ил ҡапыл ғына юҡҡа сыҡмаҫ, тип үҙенекен ҡайыра. Б. Рафиҡов.
ҠЫЙРАЛЫШЫУ (ҡыйралыш-) к.
1. урт. ҡар. ҡыйралыу, взаимн. от ҡыйралыу. Бөтә нәмә ҡыйралышып ята. ■ Бер төркөм казактар, таш стеналарға етеп, баҫҡыстар менән үргә үрмәләргә лә тотонғайнылар, ләкин өҫтән яуған таштарҙан, ҡайнар ыҫмалаларҙан ҡыйралышып,
699