ҠЫЙРАТЫЛЫУ
кире траншеяларға сигенделәр. Ғ. Хөсәйенов. Был ҡаты бәрелештә уның ике йөҙ офицеры һәм һалдаты ҡыйралышты. Р. Өмөтбаев.
2. Пыр туҙыу, зыҡ ҡубыу. □ Шуметь, галдеть. Ҡыйралышып уйнап йөрөу.
ҠЫЙРАТЫЛЫУ (ҡыйратыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡыйратыу, страд, от ҡыйратыу. Ъ Дошман Мәскәу эргәһендә ҡыйратылһа ла, уҙенең һөжумен йомшартырға йыйынмай. Ф. Әсәнов. Төн. Ҡыйратылған француз армияһының ҡалдыҡтары усаҡ тирәһендә ултыра. Б. Бикбай. Ауылдар ҡыйратылған, уртәлгән, өйҙәр урынында көл-кумер өйөмдәре генә ҡалған. Д. Юлтый.
ҠЫЙРАТЫУ (ҡыйрат ) (Р.: разрушить; И.: wreck, ruin; T.: yıkmak) ҡ.
1. Ватыу; емереү, ҡырыу. □ Разрушить. Ҡыйратып бөтөрөу. Ҡыйратып йөрөу. Ҡыйратып ҡуйыу. ■ Тиҙ арала төньяҡтағы ҡыуаҡлыҡтар араһында урынлашҡан дошмандың ике артиллерия һәм ике миномёт батареяларын ҡыйратып, улар [ҡыҙылармеецтар] Лобановка ауылындағы гитлерсылар менән алыша башланылар. Я. Хамматов. Шул ваҡыт беҙҙең ғәйнәләр дурт йөҙ ҡәҙәре кеше уҡ-һөңгө менән ҡоралланып әлеге полкты сабып, ҡәлғә һуҡҡан ерен ҡыйратып, тегеләрҙе ҡыуып ебәрҙеләр. Ғ. Хөсәйенов. Наводчик тигеҙ генә рычагты тартты. Беренсе снаряд уҡ алдынғы танкының башняһын ҡыйратты. Ә. Ча-ныш.
2. Яраҡһыҙ хәлгә килтереү; боҙоу. □ Испортить, сделать неприпригодным. Ҡыйратып ташлау. Ҡыйратып бөтөу. ■ Ҡара һин уларҙы! Берегеҙ кеше туҡмай, икенсегеҙ техника ҡыйрата, өсөнсөгөҙ шуларҙы башҡаларға япһара — бөтәгеҙ бер сыбыҡтан ҡыуылған йунһеҙҙәр! Й. Солтанов. Шулай байман йәшәп ятҡанда солоҡтарҙы айыу ҡыйрата башлай, малдарҙы айыу йыға. Ғ. Хөсәйенов. • Яҡшы кеше эш яратыр, яман кеше эш ҡыйратыр. Мәҡәл.
3. Ҡырып, таратып, тар-мар итеү. □ Громить, разгромить. Килгән яуҙы ҡыйратыу. Дошман ғәскәрен ҡыйратыу. ■ Ә беҙҙең Ерәнҡашҡа, фашистарҙы ҡыйратып бөткәс, Еңеу бәйгеһендә сабасаҡ. Һин уға теймә, буре! Й. Солтанов. Икенсе төндөң таңында партизандар, аҡтарҙың ауылдағы ҙур булмаған отрядын ҡыйратып, тотҡондарҙы ҡотҡарҙы. С. Ханов. [Һөйәрбикә:] Ана, беҙҙекеләрҙе ҡыйратып киләләр! М. Буранғолов. Беренсе июлдә чехтар менән башҡорттар Турғаяҡ станцияһында ҡыҙылдарҙы бик ҡаты ҡыйратты. Ә.- 3. Вәлиди. Автоматчиктар төркөмөн ҡыйраттыҡ. Тере ҡалғандары сигенделәр. Б. Дим. Дошмандың башҡа урындан ашығыс кусерелгән 17-се дивизияһын ҡыйратҡан корпустың һыбайлылары Чернухино, Брон-ской, Городище тимер юл станцияларын һуғышып алғас, уларҙы Ворошиловград ҡалаһы менән тоташтырыусы тимер юл өҙөлдө. Я. Хамматов.
4. кусм. Мул итеп, күҙгә күренерлек итеп нимәлер башҡарыу. □ Совершать, вершить (что-то значительное). Ҡыйратып яҙып ташлау. ■ Ысынлап та, ниңә шул хәтле иғтибар? Мин ул хәтле нимә ҡыйратҡанмын?
3. Биишева. — Ә һуғыштан һуң, яҡташ, нимә ҡыйратмаҡ булаһың? — тип һорау бирҙем. Ш. Бикҡолов. Халыҡһыҙ, яңғыҙы, ул [Байымов] ни ҡыйрата ала ине? А. Абдуллин.
♦ Эш ҡыйратыу нимәлер эшләп ташлау, бик шәп эшләү. □ Вершить дела. ■ Әммә арыҡ аттар, ябыҡ һыйырҙар менән генә әллә ни эш ҡыйратып булмай ине. Ф. Әсәнов. Шунан, ҡорҙаш, — тине ул [Хәкимйән], һолтанбай эргәһенә ултырып, — ни эштәр ҡыйратып йөрөйһөң? Н. Мусин. Ниндәй эш ҡыйратты һуң әле ул ошо тиклем ҙур йыйылышта, бөтә район халҡы алдында куккә ку-тәреп маҡтарлыҡ? Ә. Хәкимов. Нурый ҡайтып инде. Әллә ниндәй ҙур эш ҡыйратҡандай булып һөйләнергә тотондо, һәр бер һуҙҙе
700