Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 701


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡыйтыҡ
әйтеп бөтөр-бөтмәҫ, алдағыһына тотона. С. Агиш.
ҠЫЙРАУ (кыйра-) (Р.: разрушаться; И.: become wrecked; T.: yıkılmak) ҡ.
1. Хараба хәленә килеү; емерелеү, ҡыйралыу. □ Разрушаться. ■ Егет алмас ҡылысын бер һелтәгән икән, дейеуҙең алтын һарайҙары ҡыйрап төшкән, ти. Әкиәттән. Йорт ишегенең ур яғында торған вывесканың баш һуҙҙәре ҡыйрап төшөп, «... гимназияһы» тигән аҙаҡҡы һуҙе генә тороп ҡалғайны.
3. Биишева.
2. Яраҡһыҙ хәлгә килеү; боҙолоу. □ Стать непригодным, испортиться. Машина ҡыйраған. Ашлыҡ туҙаны һырыған комбайн эргәһендә йәш егет, майланған кепкаһын елкәһенә ук шылдырып, һыҙғырына-һыҙғырына, ниҙер ремонтлап маташа. — Ҡыйрап ултыраһыңмы әллә? Ярҙам кәрәкмәйме? — тип Миңнеғәле егеттең куңелен яуларға нисек тә йомшағыраҡ өндәште. Ш. Янбаев.
3. Тар-мар булып, ҡырылып, юҡҡа сығыу. □ Погибнуть. Ғәскәр ҡыйраны.
ҠЫЙ-СЫЙ оҡш. диал. ҡар. сыр-сыу. Ҡый-сый килеу. ■ Утрауҙа ултырып, һеҙ ниҙер булә инегеҙ, тамағығыҙ ҡарлыҡҡансы ҡый-сый килә инегеҙ. Р. Ғарипов.
ҠЫЙСЫҠ (ҡыйсығы) и. диал. ҡар. ҡаҙыҡ теш. Буренең ҡыйсыҡ теше.
ҠЫЙСЫЛЫУ (ҡыйсыл-) ҡ. диал. ҡар. ҡыйпылыу. Ҡыйсылып төшкән сәс.
ҠЫЙСЫУ (ҡыйсы-) ҡ. диал. ҡар. ҡыйпыу. Ҡыйсып алыу.
ҠЫЙТАЙТЫУ (ҡыйтайт ) (Р: резко накренить; И.: tilt sharply; T.: aniden yana yatırmak) ҡ.
1. Ҡапыл ҡырынайтыу. □ Резко накренить. Арбаны ҡыйтайтыу. ■ «Мин — ҡарсыҡҡа, һеҙ бабайға әйләнгәсме?» — тине Рая, ирендәрен ҡыйтайтып. И. Абдуллин.
2. кусм. Ҡапыл үсектереү; ҡылтайтыу. □ Внезапно обидеть, задеть. Баланы ҡыйтайтыу. һуҙ менән ҡыйтайтыу.
ҠЫЙТАЙЫУ (ҡыйтай-, ҡыйтая) (Р: резко накрениться; И.: become tilted sharply; T.: aniden yana yatmak) ҡ.
1. Ҡапыл ҡырынайыу; ҡыйшайыу. □ Резко накрениться. Арба ҡыйтайҙы. Сана ҡыйтайҙы. Я Тимер рәшәткәләр батҡан, куп таштар ҡыйтайған, байтаҡ буралар емерелеп ята. Ә. Әминев.
2. кусм. ҡар. ҡылтайыу. Тиктомалға ҡыйтайыу. Әйткән һуҙгә ҡыйтайыу.
ҠЫЙТАЙЫШЫУ (ҡыйтайыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡыйтайыу, взаимн. от ҡыйтайыу. Ҡыйтайышып китеу. ■ Ныязғолдоң был һуҙҙәре: «Ағайың менән талашып, ҡыйтайышып ситтә эшләп йөрөһәң дә, бер ҙә артҡан нәмәң юҡ икән, ҡустым, һаман шул йолҡош икәнһең», — тигән һуҙҙәр ине. һ. Дәүләтшина.
ҠЫЙТАНЛАУ (ҡыйтанла-) (Р: кокетничать; И.: flirt with; flaunt; T.: cilvelenmek) ҡ.
Күҙ-башты уйнатып, һырғаланыу; ҡылансыҡланыу. □ Кокетничать, кривляться. ■ Яман ҡатын шул булыр: ауыҙы-башы останлап, аҫау кирҙәй ҡыйтанлап .. ултырыр. Йола йырынан. «Ҡуйсәле, атаһы, ҡуй», — тип ҡыйтанлап ҡыҙарынһа ла, иренән ишеткән һуҙҙәргә эстән генә ҡыуанып бөтә алманы Тәбиҙә. Я. Хамматов.
ҠЫЙТАҢЛАУ (ҡыйтаңла-) ҡ. диал. ҡар. ҡылтайыу. Ҡыйтаңлап усегеп бара.
ҠЫЙТАР с. диал. ҡар. өркәк. К Бик ҡыйтар һәуерек, байҡабыраҡ йөрө. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЙТЫ I с. диал. ҡар. ҡылтым. Ҡыйты ир. Ҡыйты кеше.
ҠЫЙТЫ II с. диал. ҡар. өркәк. Ҡыйты бейә.
ҠЫЙТЫҠ I с. диал. ҡар. ҡыйпысыҡ. Ҡыйтыҡ ҡыҙ.
ҠЫЙТЫҠ II с. диал. ҡар. ҡылтым. Ҡыйтыҡ бала.
ҠЫЙТЫҠ III с. диал. ҡар. өркәк. Ҡыйтыҡ бейә. Ҡыйтыҡ мал.
701