ҡыйтыҡ
ҠЫЙТЫҠ IV (ҡыйтығы) и. диал. ҡар. ҡыйпылсыҡ I. Ситса ҡыйтығы.
ҠЫЙТЫҠАЙ с. диал. ҡар. ҡылтым. Ҡыйтыҡай әҙәм.
ҠЫЙ ҮЛӘНЕ (Р.: сорная трава; И.: weed; T.: yabancı ot) и.
Баҫыуҙағы, баҡсалағы төрлө кәрәкһеҙ үлән. □ Сорная трава, сорняк. Баҫыуҙы ҡый үләне баҫҡан. Ҡый үләненә ҡаршы гербицид ҡулланыу. ■ Иртәнге һалҡында картуф баҡсаһындағы ҡый үләндәрен уташтыра-быҙ ҙа көнө буйына тиерлек йылғанан ҡайтмайбыҙ. М. Садыкова. Иген менән бергә ҡый үләндәре лә дәррәү ҡалҡып сыҡты. 3. Ураҡсин. Теге ваҡыт ул [Йәнтилин] тап бына ошо яланда ҡый үләндәре утап йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы осратты. И. Ғиззәтуллин.
ҠЫЙХЫТ [ғәр. -^] и. диал. ҡар. йот. Егерме беренсе йылғы ҡыйхыт.
ҠЫЙХЫТСЫЛЫҠ (ҡыйхытсылығы) и. диал. ҡар. ҡытлыҡ. Ҡыйхытсылыҡ кисереү.
ҠЫЙХЫТТЫҠ (ҡыйхыттығы) и. диал. ҡар. аслыҡ. Ҡыйхыттык заманы. Ҡыйхыт-тыҡтан интегеү.
ҠЫЙ-ҺАЙ I (Р.: мусор; И.: litter; sweepings; T.: çöp) и. йыйн.
Йыйын юҡ-бар ташландыҡ нәмә; сүп-сар. □ Мусор, в Бына утын әҙерләргә, диләнкәләрҙәге остарҙы, ҡый-һайҙы үртәргә, бүрәнә ташыу өсөн юл көрәргә бер нисә бригада ойошторорға ине. Н. Мусин. Шунан бирле уҙған биш-алты йылда һәр кем өлөшөнә төшкән иманаһын, танһыҡлап көтөп алған бәпеселәй ҡәҙерләп-тәрбиәләп, ҡый-һайҙан таҙартты, ашланы, күпертеп һөрҙө-тырматты. Ә. Хәкимов. Яралылар һарай буйында теҙелеп ятабыҙ. Аяҡтарында йөрөй алғандар ҡый-һай йыйып ут яғалар. А. Таһиров.
ҠЫЙ-ҺАЙ II (Р: никчёмный; И.: good-for-nothing; T.: yeteneksiz) с. һөйл.
Ҡулынан йүнле эш килмәгән, булдыҡһыҙ (кешегә ҡарата). □ Никчёмный (о человеке). Ҡый-Һай түрә. Ҡый-Һай әҙәм. М Ҡый-
һай түрәләр инде өйҙә генә ултырып ҡалырға ҡәнәғәтләнмәнеләр. Т. Хәйбуллин.
ҠЫЙҺЫТТЫҠ (ҡыйһыттығы) и. диал. ҡар. ҡытлыҡ. Ҡыйһыттыҡ кисереү.
ҠЫЙШАЙТЫЛЫУ (ҡыйшайтыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡыйшайтыу, страд, от ҡыйшайтыу. ■ Бер нисә һүҙҙе хата тәржемә итеү һәм һөйләмде дөрөҫ ойоштормау арҡаһында, оригиналдағы мәғәнә урынһыҙға ҡыйшайтыла һәм яғымһыҙ һөйләм килеп сыға. Картотека фондынан.
ҠЫЙШАЙТЫУ (ҡыйшайт-) (Р:кривить; И.: tilt; twist; T.: eğriltmek) ҡ.
Ҡыйыш хәлгә килтереү; ҡырынайтыу. □ Кривить, скашивать, перекашивать. Ауыҙҙы ҡыйшайтыу. Ҡыйшайта барыу. Ҡыйшайта төшөү. Ҡыйшайтып сығыу. Ҡыйшайтып тороу. Ҡыйшайтып бөтөрөү. Ҡыйшайтып ебәреү. Ҡыйшайтып йөрөү. Ҡыйшайтып ҡуйыу. Ҡыйшайтып кейеү. М Батыр, нимә эшләйбеҙ тигәндәй, боролоп дуҫына ҡараны. Ә тегеһе ауыҙын ҡыйшайта ла башланы. Н. Ғәйетбаев. Сәхибә башын ҡыйшайтты, уц күҙен өҫкәрәк күтәрҙе. Ғ. Хәйри. Өҫтөндә — таныш уҡалы кафтаны, бер яурыны аша — зәцгәр таҫма, икенсе яурыны аша ҡайыш менән ҡылыс аҫыулы, билғауына ике пистолет ҡыҫтырылған, ә бүреген ғәҙәтенсә бер сикәһенә ҡыйшайтып кейгән. Б. Рафиҡов. Шәмсун, сәбәбен табып, яцғыҙы ғына сығып китергә тырышҡайны, ҡыҙ, балалар шикелле муйынын ҡыйшайтып, үсеккән ҡиәфәткә инде. Н. Мусин. Бер ата айыу, өцөнән сығышлай, тәпәйе менән услап, тегенец [Мардан Гардановтыц] танауын ҡыйшайтҡан. М. Кәрим.
♦ Ауыҙ ҡыйшайтыу сырай боҙоп (һытып) ҡыланыу. □ Гримасничать. К «Хамбал — Хаммат! Хамбал — Хаммат!» — Малайҙар шулай һөрәнләй, үҙҙәре ауыҙҙарын ҡыйшайтып тегене үсекләй, урындарында һикергеләй. Р. Солтангәрәев. • Маҡтансыҡ, мыйығын тырпайтыр, алдаҡсы ауыҙын ҡыйшайтыр. Әйтем.
702