ҠЫЙШАНЛАУ
ҠЫЙШАЙЫУ (ҡыйшай-, кыйшая) (Р.: кривиться; И.: become tilted; T.: eğrilmek) ҡ.
1. Ҡыйыш хәлгә килеү; ҡырынайыу. □ Кривиться, скашиваться, искривляться. Ишек ҡыйшайған. Тәҙрә ҡыйшайған. Я Мифтахетдин торҙо, ҡалтыранған ҡулдары менән өҫ-башын ҡаҡҡыланы, бер яҡҡа ҡыйшайған галстугын төҙәтте. Й. Солтанов. Батыр ҡағылыу менән, ултырғыстағы ир бер яҡҡа ҡыйшайып китте лә иҙәнгә ауҙы. Н. Ғәйетбаев. Тирәк башында умартаның ҡыйшайып ултырыуы быйыл унда күс ҡун-мауын әйтеп тора. Ж. Кейекбаев. Бер казак сабып барған еренән ҡапыл артҡа ҡай-шалды, уның башы бер яҡҡа ҡыйшайҙы, аты сабыуынан туҡтаманы, казак атынан ҡоланы. А. Таһиров. Оло тау араһына екләп, һырынып ултырған ауылдың төньяғын ҡаплап алған ап-аҡ ҡайынлыҡтарға терәлеп бәләкәй генә, ҡыйшайып бөткән, ябыуһыҙ, байғош ҡына өйҙәр рәттән теҙелеп китәләр. Т. Хәйбуллин. • Кешенән көлмә, ауыҙың ҡыйшайып ҡалыр. Мәҡәл.
2. күсм. Ҡапыл үпкәләү, үсегеү; ҡылтайыу. □ Обижаться. Ҡыйшайып йөрөү. Я Саюшев Ҡаратауға ҡунаҡҡа түгел, ә эш менән барыуын, яңғыҙы булһа ла китәсәген әйткәйне, икенсе яҡҡа ҡыйшайҙы. «Мине шул, юлаусы шикелле, юл ыңғайында ғына ултыртып йөрөтмәһәң», — тип алды ла китте. Н. Мусин.
♦ Ауыҙы ла ҡыйшаймай оялып, тартынып тормау, тура ярып һөйләү. □ Не стесняться.
ҠЫЙШАЙЫШЫУ (ҡыйтайыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡыйшайыу, взаимн. от ҡыйшайыу. Я Инвалид атаһы, ул [Зәйни] ҡайтыуға, үгәй инә алһа ла, йорт-ҡураға бер ҡаҙыҡ та ҡаҡмаған. Элеккеләре лә ҡайһыһы ҡыйшайышып, ҡайһыһы ауып, тигәндәй, донъялары бөлөүгә тартҡан. Й. Солтанов.
ҠЫЙ-ШАҠТЫм. диал. ҡар. иҫке-моҫҡо.
Кый-шаҡты кейеп йөрөү.
ҠЫЙ-ШАҠЫР и. йыйн. диал. ҡар. ҡый-ҡыпыр. ■ Өйөндә һис йүнле нәмә юҡ, гел ҡый-шаҡыр. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЙШАНБЫЙ с. диал. ҡар. яй. Үтә ҡыйшанбый кеше.
ҠЫЙШАНДАҠ (ҡый шан д ағы) и. диал. ҡар. көрөҫ үҙәге. Кыйшандаҡ һынып сыҡҡан.
ҠЫЙШАН-ҠЫЙШАН оҡш. ҡар. ҡыйыш-мыйыш. Кыйшан-ҡыйшан килеү.
ҠЫЙШАНЛАҠ (Р.: шаткий; И.: rickety; shaky; T: kağşar) с.
1. Ҡыйшанлап торған. □ Шаткий, расшатанный. Ҡыйшанлаҡ урындыҡ. Ҡыйшанлаҡ өҫтәл.
2. күсм. Ҡыйшанларға яратыусан; ҡылансыҡ. □ Кокетливый. Ҡыйшанлаҡ ҡыҙ. Ҡыйшанлаҡ бала.
ҠЫЙШАНЛАТЫУ (ҡыйшанлат-) (Р: шатать; И.: shake; T: kağşamak) ҡ.
Төрлө яҡҡа аушайтыу, борғослау. □ Шатать, расшатывать. Диванды ҡыйшанлатыу. Кәүҙәне ҡыйшанлатыу. Я Усман кәүҙәһен һалмаҡ ҡына ҡыйшанлатты. Я. Хамматов.
ҠЫЙШАНЛАУ (ҡыйшанла-) (Р: шататься; И.: come loose; T: kağşanmak) ҡ.
1. Төрлө яҡҡа аушайыу, борғосланыу, ҡыйыш-мыйыш килеү. □ Шататься. М Штык һуғышында Сөнәғәт бик ҡаты яраланды. Ул бер аҙ ваҡыт ҡыйшанлап торҙо ла ергә йығылды. Ж. Кейекбаев. Өҫтө ябылмаған оҙон ағас өҫтәл артына аяҡтары ҡаҡшап, тейер-теймәҫтән ҡыйшанларға әҙер торған оҙон эскәмйә килтереп ҡуйҙылар. И. Насыри. Әхәт иһә, ултырған ерен килештермәгәндәй, тирә-яғындағы кешеләрҙән уңайһыҙланып, ары-бире ҡыйшанлап ҡуйҙы. Н. Мусин.
2. күсм. Күҙҙе, башты уйнатып, һырғаланыу, ҡылансыҡланыу. □ Кривляться, ломаться. Я Өйҙә бик матур ҡыҙ ултыра, ти. «Хуш килдең», — тигән була, ти, ҡыҙ ҡыйшанлап. Әкиәттән. Йәш ҡатыны, икенсе мөйөштә ҡыйшанлаған Сәхибә менән Мө-хәдис көндәштәрен тыу бейәләргә оҡшатып, уларға ләм-мим бер ни әйтмәйенсә,
703