Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 704


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙШАН-МЫЙШАН
һуҡыр шәм яҡтыртып, иренең телгеләнгән арҡаһына иреткән бурһыҡ майын һөрттө. Я. Хамматов.
ҠЫЙШАН-МЫЙШАН (Р.: вперевалку; И.: hither and thither; T.: eğri büğrü) p.
1. Төрлө яҡҡа аушайып, ҡыйыш-мыйыш килгән хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Вперевалку. Ҡыйшан-мыйшан атлау. ■ [Сабир] уксәһенә баҫып ҡыйшан-мыйшан бөгөлдө лә ҡапыл, бәйҙән ысҡынған шикелле, алға ынтылды һәм ҡотороноп-талпынып бейергә тотондо. Я. Хамматов.
2. кусм. Күҙҙе, башты уйнатып, борғоланған ҡылыҡты белдергән һүҙ. □ Игриво. Ҡыйшан-мыйшан һөйләшеу.
ҠЫЙШЫҠ с. диал. ҡар. ҡыйыш 1. ■ Шәриф, уҙе торасаҡ йорттоң ҡыйшыҡ ҡапҡаһынан сығып, әлеге уҙе тора торған ергә ҡайтып еткәнсе, уҙенең аяҡ баҫымына тура килтереп: «Ҡай-ҙан аҡ-са та-быр-ға? Ҡай-ҙан аҡ-са та-быр-ға?» — тигән һуҙҙәрҙе ауыҙ эсенән генә ҡабатлай-ҡабатлай ҡайтты. Ғ. Хәйри.
ҠЫЙЫҒАЙТЫУ (ҡыйығайт-) ҡ. ҡар. ҡыйшайтыу. Ҡыйығайта барыу. Ҡыйығайта төшөу. Ҡыйығайтып бөтөрөу. Ҡыйығайтып ебәреу. Ҡыйығайтып тороу.
ҠЫЙЫҒАЙЫУ (ҡыйығай-, ҡыйығая) ҡ. ҡар. ҡыйшайыу. Ҡыйығайған лапаҫ. Ҡыйығайған бағана. Ҡыйығая төшөу. Ҡыйығайып китеу. Ҡыйығайып ҡалыу. ■ Уның [Хәлкәйҙең] урындығы ҡыйығайып киткән кеуек булды. Д. Юлтый.
ҠЫЙЫҠ I (Р: наклонный; И.: inclined, sloping; T.: eğik) с.
1. Ҡыя йүнәлешле. □ Наклонный. ■ Өй тубәһе ҡыйыҡ таҡта, баҫа алмайҙыр ку-гәрсен. Халыҡ йырынан. Ул, ашығып ҡына кейенгәс, ҡышҡы ҡояштың ҡыйыҡ ҡарай торған яҡтыһы төшкән тур тәҙрә янына барҙы. А. Таһиров. Ҡыҙҙың ата йорто — беҙгә ҡыйыҡ ҡаршылаш ҡына. Б. Бикбай. • Уңмағандың уғы ҡыйыҡ китер. Мәҡәл. Ҡыйыҡ булһа ла, юл яҡшы. Мәҡәл.
2. Бер яҡҡа ҡырын; ҡыйыш. □ Кривой. Ҡыйыҡ ирен. Ҡыйыҡ ҡапҡа. М Урҙым урак, ҡуйҙым ҙурат, ҙуратым, ҡыйығыраҡ. Халыҡ йырынан. Тау аҫтында иҫке ауыл уҙенең һалам тубәле ҡыйыҡ өйҙәре, һәр өй эргәһендә ауырға торған ҡапҡалары менән йәйелеп ята. А. Таһиров. • Ҡыйыҡ булһа ла, өй булһын, ҡарт булһа ла, ир булһын. Әйтем. Ҡыйыҡ ағас та төҙ яна. Мәҡәл. Ауыҙың ҡыйыҡ булһа ла, һуҙең тура булһын. Мәҡәл. Ҡәкрене ҡыйыҡҡа һаплама. Мәҡәл. Ауыҙы ҡыйыҡ булһа ла, байҙың ҡыҙы ир һайлар. Мәҡәл.
3. кусм. Дөрөҫлөккә ярашһыҙ; хата, яңылыш. □ Скользкий, неверный. Ҡыйыҡ аҙым яһау. Ҡыйыҡ юлдан барыу. Ҡыйыҡ эш башҡарыу. Ҡыйыҡ атлау. Ҡыйыҡ тороу. Ҡыйыҡ ятыу. ■ Әлмираның бығаса ҡылған ҡырын эштәрен, ҡыйыҡ аҙымдарын [бисәләр] элеп алып һелкеп һалдылар. И. Ғиззәтуллин. • Уйы ҡыйыҡтың уғы ҡыйыҡ. Әйтем. Ҡараҡтың ҡулы ҡыйыҡ. Мәҡәл. Бәйел-һеҙләнеу — алама ҡылыҡ, әшәке һуҙҙең юлы ҡыйыҡ. Мәҡәл. Бәйелһеҙ һуҙҙең ғумере оҙон, юлы ҡыйыҡ. Мәҡәл.
♦ Ҡыйыҡ атып, тура тейҙереү бер һөйләп, икенсене аңлатыу. □ Говорить иносказательно. Ҡыйыҡ ауыҙ бик мәшәү, ебегән. □ Разиня, ротозей. Ҡыйыҡ көҙгөлә күреү дөрөҫ аңламау, ысынбарлыҡты күрмәү. □ Видеть в кривом зеркале. Ҡыйыҡ күҙ менән ҡарау 1) асыуланып, асыу менән ҡарау. □ Смотреть косо; 2) яратмау, хуп күрмәү. □ Невзлюбить. Ҡыйыҡ эш насар, хаҡ булмаған эш. □ Неправедное дело. Ҡыйыҡ юл менән йөрөү йәмәғәтселек өсөн зыянлы, үҙе өсөн хәүефле эш-ҡылыҡ менән мауығып китеү. □ Заниматься противоправным делом. М Тәләуи ҡыйыҡ юл менән йөрөй, колхоз хужалығын нығытыу тураһында ҡайғыртмай, уҙ яғын ғына ҡайыра. Ғ. Аллаяров.
ҠЫЙЫҠ II (ҡыйығы) (Р: крыша;
И.: roof; T: dam) и.
704