Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 705


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡыйыҡ-мыйыҡ
1. Йорт, ҡаралтының ян-яҡҡа һарҡыулап эшләнгән түбә ябыуы. □ Крыша, кровля. Һарай ҡыйығы. Кыйыҡ ябыу. Ҡыйыҡһыҙ һарай. Н Уны [ос һәнәген]әсәйем, бесән ваҡыты утеу менән, йәптәре тарбағайланмаһын өсөн, йукә менән бөрөп бәйләп, һыу төшмәҫлек ергә — өй ҡыйығы эсенә һалып ҡуя. Н. Мусин. Ошо мәлдә Гөлбаныуҙарға ҡаршы ғына ергә һеңдерә биреп һалынған, ҡыйығы бөрөп ябылған, урыҫ ҡапҡалы йорттоң берҙән-бер вариҫы булған Ихсанбай сатырмаҡланып, ирәйеп уҫкән тирәк төбөндә Гөлбаныуҙы көттө. Т. Ғарипова. Сәрбиямал, йомартланып китеп, өй ҡыйығынан бер бәйләм ҡаҡланған ҡаҙы ла алып төшөп, тоҡсайға тыҡты. 3. Биишева. Иртәле-кисле шаҡтай ғына һалҡынайтып ебәрһә лә, көн урталарында өй ҡыйыҡтарынан тамсылар тама, сана юлдарына сәпсек эсерлек һыу йыйыла. Ф. Әсәнов. Һәр береһенең тип әйтерлек ҡапҡа баштарына, йорт ҡыйыҡтарына сыйырсыҡ ояһы ҡуйылған. М. Тажи. Кәкук ҡыйыҡ башынан осоп утһә, ут сыға, тиҙәр. Ырым. һайыҫҡан ҡыйыҡ башына ҡунһа, ҡайғы килер. Ырым.
2. диал. ҡар. ҡыра 1,1. Тау ҡыйығы.
ҠЫЙЫҠ III (ҡыйығы) (Р.: лоскут; И.: patch; T: bez parçası) и.
1. Ҡыя ҡырҡып алынған туҡыма киҫәге. □ Лоскут, отрез. Кыйыҡ ҡуйып тегеу.
2. Өс мөйөшлө яулыҡ. □ Косынка. М Кыйыҡ яулыҡ аҫтынан һәленеп төшкән ҡалын ҡара толомдар, талдай һомғол бил һыҙатын тимгелләп, Мотаһар өсөн йәш саҡтан уҡ йөрәк өҙгөс танһыҡ булған хыялы куҙләй ине. Й. Солтанов.
ҠЫЙЫҠ IV с. диал. ҡар. ҡылый. М Башына йөнтәҫ ҡама бурек, кулдәк өҫтөнән биҙәкле камзул, аяғына ҡыҙыл ситек кейгән оҙонса йөҙлө, ҡырлы танаулы, саҡ ҡына ҡыйыҡ куҙле килен-ҡыҙ артыҡ һылыуға оҡшамаһа ла утә һөйкөмлө ине. Я. Хамматов. Асыуынан ярты ус яҫылығы мыйыҡтары өҫкә тырпайған, ҡыйыҡ куҙҙәрендә асыулы ут
уйнаған ҡаталы маршал, йоҙроҡтарын тойоп, Кусимов алдына килеп баҫа. Р. Өмөтбаев. [Казый:] Ә һин, ҡыйыҡ куҙ, ниңә барманың ? — тип Вахиттан һорай. М. Ғафури.
ҠЫЙЫҠ V с. диал. ҡар. ҡырыҫ. Кыйыҡ мал.
ҠЫЙЫҠ VI р. диал. ҡар. ҡапыл. ■ Кыйыҡ боролоп сығып китте. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЙЫҠБАШ и. диал. ҡар. сүрәкә. Ҡы-йыҡбаш кейеу.
ҠЫЙЫҠ-ҠЫМТЫҠ (ҡыйыҡ-ҡымтығы) (Р: свисающая часть; И.: drooping part, section; smth hanging down; T: sarkık) и. йыйн.
Нимәнеңдер сығып, һалынып торған урындары. □ Свисающая, торчащая часть чего-л. Кыйыҡ-ҡымтыҡтарҙы ҡыҫтырып ҡуйыу.
ҠЫЙЫҠЛАТЫУ (ҡыйыҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡыйыҡлау, понуд. от ҡыйыҡлау. ■ Ту-бәләре ҡыйыҡлатып, таҡта менән ябылған, семәрләп йәшелгә буятып, өс урындан асмалы ҡапҡа эшләнгән, уның эсенә ингәс тә эре ҡарағас бурәнәләрҙән ярҡалап яһалған ҡоймалар һыу ярына барып терәлгәндәр. Т. Хәйбуллин.
ҠЫЙЫҠЛАУ (ҡыйыҡла-) (Р: делать крышу над чем’, И.: make a roof; T: çatı yapmak) ҡ.
Ҡыйыҡ (II, 1) яһап, ҡыйыҡлы итеү. □ Делать крышу над чем, покрывать крышей что. Өй ҡыйыҡлап йөрөу. Ҡыйыҡлап ябыу. Ҡыйыҡлап эшләу. Ҡыйыҡлап төҙөу. М Ерҙе соҡоп, башын ҡыйыҡлап ябып, бер яғына йәшелсә һаҡлағыс, икенсе осона ҡар баҙы яһап ҡуйҙылар [Фәһимдәр]. И. Ғиззәтуллин. [Хөснөлхаҡ менән Сәлих] оҙаҡламай ҡыйыҡлап эшләнгән ҡапҡа алдына килеп туҡтанылар. А. Таһиров.
ҠЫЙЫҠ-МЫЙЫҠ I с. ҡар. ҡыйыш-мыйыш I. ■ Кыйыҡ-мыйыҡ һуҙ һөйләп, ҡотҡо таратып, яугирҙар куңеленә шик һалып йөрөгәнсе, [Байгилденең] алыҫыраҡ булыуы
705