Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 706


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡыйыҡ-мыйыҡ
хәйерле, тип хушһынды ла ҡуйҙы Юлыш. Ә. Хәкимов.
ҠЫЙЫҠ-МЫЙЫҠ II р. ҡар. ҡыйыш-мыйыш II. М Оҙатып ҡуям. Һуң булһа ла, бөгөн урамда ҡыйыҡ-мыйыҡ баҫып йөрөуселәр барҙыр, — тип, уҙенсә сәбәп тапҡан булып, Ямниха кейенә башлағас, Рәзилә бер һуҙ ҙә өндәшмәне. Н. Мусин. Тәуҙә ул [Йәнтимер] бик тырышып, тушенә ятып шыуышты, унан имгәкләп йөрөнө, йәше тулғанда, тәпәй баҫты, башта сайҡалып торҙо, бер аҙҙан ҡыйыҡ-мыйыҡ атлап китте, һуңыраҡ йугерә башланы. М. Кәрим. Тәуҙә [Алтынбикә]ул уң аяғына ныҡ баҫып торҙо, шунан һул аяғын алмаштырып, кунәген алдына килтереп, ике ҡулы менән тотто ла, ирендәрен ҡыйыҡ-мыйыҡ килтереп, беҙҙең һуҙгә ҡатнашты. И. Абдуллин.
ҠЫЙЫҠСА I (Р.: платок; И.: handmade kerchief; T.: başörtüsü) и.
1. Дүрткел аҡлы ситсаға сәскә төшөрөп, ҡулдан эшләнгән яулыҡ. □ Платок (ручной работы). Ҡыйыҡса ябыныу. Ҡыйыҡса буләк итеу. М Ул арала ҡыйыҡсаһын төҙәтә-төҙәтә Зәлифәнең әсәһе Гөлйемеш еңгә лә килеп сыҡты. Ғ. Дәүләтшин.
2. этн. Оло йәштәге ҡатындарҙың маңлайын ҡаплап ябынған өскөл яулығы. □ Маленькая повязка в форме косынки, которой пожилые женщины повязывают лоб. S Йәшенә ҡарап, ҡыйыҡса ташлап, таҫтар бәйләргә кусмәһә лә, йыйырсыҡлы бите, нужа менән баҫылған куҙҙәре уны [Ғәззә әбейҙе] тағы ла ҡартыраҡ курһәтәләр. Һ. Дәүләтшина.
ҠЫЙЫҠСА II и. кул. диал.
1. ҡар. ҡош теле.
2. Ҡыя киҫелгән кетерләүек. □ Вид хвороста, разрезанного в форме ромбиков (хрустящее домашнее печенье).
ҠЫЙЫҠҺЫТЫУ (ҡыйыҡһыт-) к. диал. ҡар. ҡыйырһытыу.
ҠЫЙЫҠҺЫУ (ҡыйыҡһы-) ҡ. диал. ҡар. ҡыйырһыу.
ҠЫЙЫЛДЫРЫУ (ҡыйыл д ыр-) ҡ. ҡар. ҡыйылтыу. М Район уҙәге Һупайҙың бер яҡ ситенә урынлашҡан лесхоз контораһында Рәзиләгә тәуге осраған кеше ҡашына ҡыйыл-дырып һөрмә тартҡан, ирененә ҡыҙыл һөрткән, уйнаҡлап торған ҙур куҙле ҡыҙ булды. Н. Мусин. Осҡор бөркөт куҙе төлкөнө тиҙ шәйләне, ахырыһы, бер тирәне ҡыйылдырып бер нисә тапҡыр өйөрөлгөләп алды. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫЙЫЛМАСАН с. диал. ҡар. ҡыйыуһыҙ. Ҡыйылмасан әҙәм.
ҠЫЙЫЛМАСЫҠ с. диал. ҡар. ҡыйыуһыҙ. Ҡыйылмасык ҡына әйтте.
ҠЫЙЫЛТЫУ (ҡыйылт-) (Р.: чертить косо; И.: draw a slant line; T.: eğik çizmek) ҡ.
1. Ҡыя ғына итеп һыҙыу. □ Чертить косо, провести косую линию. Ҡыйылтып һыҙыу.
2. Ҡыя ҡырҡыу. □ Резать косо (наискосок). Итте ҡыйылтып сабыу. Ҡағыҙҙы ҡыйылтып киҫеу.
ҠЫЙЫЛЫУ (ҡыйыл ) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡыйыу I. страд, от ҡыйыу I. Н Сик буйҙарында батша отрядтары менән әленән-әле бәрелештәр була торҙо, һаман ҡандар ҡойолдо, йәндәр ҡыйылды. Ғ. Хөсәйенов. Бигерәк тә атай беҙҙең әсәйгә тип алған һәм ошо көнгәсә һандыҡта һаҡланған, уҙенән биҙәк сыҡҡан зәңгәр туҡыманы Шәмсебанат әсәйгә кулдәк итеп тектерергә биргәс, куңел ныҡ ҡыйылды. М. Садыкова.
2. Ҡыя ғына булып һыҙылыу, һуҙылыу. □ Быть изогнутым. Нурҙар ҡыйылып төшә. М Ҡашы-куҙе ҡыйылған бер һылыуым бар ине. Халыҡ йырынан. Ҡыҙҙарҙың Зарифа тигәне ҡыйылып торған ҡара ҡашлы, оҙон ҡалын толомло, һөрмәле ҙур ҡара куҙле ине. 3. Биишева. «Етеп булмай ҙа булмай бит», — тине Сәлих Йәғәфәров, янында ултырған ҡыйылып сыҡҡан һарғылт мыйыҡлы Ағзамскийға ҡарап. С. Агиш. Артабан ҡыйылып ятҡан кук арҡалар һуҙыла,
706