Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 707


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙЫН-ҠЫҪТАУ
уйым-уйым урмандар һәм үткәүелдәр осрай. Ж. Кейекбаев.
3. Ҡыя ҡырҡылыу, өҙә ҡырҡылыу. □ Отрезаться наискосок, отрезаться под углом. В Эргәмдәге яңғыҙ гөлдөң бер япрағы төшкән ҡыйылып. Халыҡ йырынан. Салғы ҡаҙалмай ҙа, дүмҫәгә лә бәрелмәй, үләндәр төптән генә тигеҙ киҫелеп, ҡыйылып ятып ҡала. Н. Мусин. Артына әйләнеп ҡарай-ҡарай ҡасып барған фашист пулянан, мина һәм снаряд ярсығынан үлергә риза, ләкин үткер ҡылыстан башы ҡыйылып, ергә тәгәрәүенән ҡото оса. Р. Өмөтбаев.
4. диал. ҡар. кәйелеү. ■ Ҡошсо ҡулындағы бөркөтөн күккә сөйҙө, ҡыйғыр ҡош ҡыйылып күккә атылды ла, тотҡонлоҡта талсыҡҡан оҙон ҡанаттарын киң йәйеп, бейеклекте түңәрәкләп иңләй башланы. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫЙЫЛЫШЫУ (ҡыйылыш-) ҡ. ҡар. ҡыйылыу. ■ Ҡашың, күҙең ҡыйылышып, кем бәхетенән үҫәһең? Халыҡ йырынан.
ҠЫЙЫМ I и. диал. ҡар. яңылышлыҡ. ■ Ҡешенең ҡыйымын ғына эҙләйһең дә йөрөйһөң инде. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЙЫМ II и. диал. ҡар. үлтереш. ■ Бәғзе бер ерҙә үлем дә ҡыйым. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЙЫН I (Р.: трудный; И.: difficult, hard; T.: güç, zor) c.
Ҡатмарлы һәм яфалы, ауыр; киреһе — анһат. □ Трудный, тяжёлый. Ҡыйын мәсьәләне сисеү. Ҡыйын тормошта йәшәү. Ҡыйын хәлгә ҡалыу. М Юҡҡа ғына, донъяла көтөп алыу менән ҡыуып етеүҙән дә ҡыйы-ныраҡ эш юҡ, тимәйҙәрҙер. И. Абдуллин. Ҡалған бер нисә метр юл үтә ҡыйын булды, һәм улар [Рәшит менән Саша] бер-береһенә ярҙам итеп кенә күтәрелә алдылар. Ә. Бикчәнтәев. Гәбделхәкимовтың зиһененә күпме генә көс төшөрмәһен, бер кемде лә хәтеренә килтерә алманы, берәүгә лә туҡтала алманы, сөнки күңеленә ятҡан айырым бер кеше
не төҫмөрләү бик ҡыйын эш ине уның өсөн. Яр. Вәлиев. Ҡыҙ килтереүсе ҡайын еңгәләренә әҙерләгән аҡсаларын нисек итеп бирергә белмәй, уның өсөн был эш иң ҡыйын нәмә булып тойола. Ж. Кейекбаев. Ауылдың ҡыйын эше күп ваҡыт рәхәт менән бәйләнә. Ғ. Хәйри. • Ҡыйын эшкә ҡыйыу ҡул. Мәҡәл.
ҠЫЙЫН II (Р: трудно; И.: with difficulty, hard; T.: güç, zor) p.
Нимәнелер башҡарыуға ҡатмарлы, ауыр булған. □ Трудно. ■ Икмәктең арышмы, әллә арпамы икәнен дә белеү ҡыйын — хәтһеҙ кесерткән ҡушып бешерелгәйне. Й. Солтанов. Хәсәнгә яҡташтарының ошолай йылы ҡаршы алыуын күреп ултырыуы рәхәт тә, әллә нисек ҡыйын да кеүек ине. Ф. Әсәнов. Бар инде, Шәңгәрәй, сыҡ, Әптеләхәттең бер үҙенә ҡыйын бит, — тип инәлә уға Гөлбаныу. Т. Ғарипова. Раяға был егет менән йөрөүе рәхәт тә, ҡыйын да ине. Р. Солтангәрәев. • Шиғыр яҙыу ҡыйын түгел, шағир булыу ҡыйын. Әйтем. Халыҡ аҡылы — ҡойон, ҡаршы тороуы ҡыйын. Әйтем. Байҙың башын бөгөү ҡыйын. Мәҡәл. Янғынды сығарыу анһат, һүндереү ҡыйын. Әйтем. Табыуынан бағыуы ҡыйын. Әйтем. Бурыс биреү анһат, алыу ҡыйын. Әйтем.
ҠЫЙЫНАЙТЫУ (ҡыйынайт-) к. һөйл. ҡар. ҡыйынлаштырыу. Эште ҡыйынайтыу. Ҡыйынайта барыу. Ҡыйынайта биреү. Ҡыйынайта төшөү. Ҡыйынайтып тороу.
ҠЫЙЫНАЙЫУ (ҡыйынай-, ҡыйыная) ҡ. ҡар. ҡыйынлашыу.
ҠЫЙЫНДЫ I и. диал. ҡар. ҡырҡынды I.
ҠЫЙЫНДЫ II и. диал. ҡар. сарлаҡ.
ҠЫЙЫНДЫ III и. диал. ҡар. ҡыйыҡ. Өй ҡыйындыһы. Аҙбар ҡыйындыһын ябыу.
ҠЫЙЫН-ҠЫҪТАУ (Р: тяжёлая ситуация; И.: hard situation; T: zor durum) и. йыйн.
Ҡыйын һәм ҡыҫтау хәл; ауырлыҡ. □ Тяжёлая ситуация, трудное положение. ■ Ошо арала кеше баҫып, ҡыйын-ҡыҫтау булып китте. Экспедиция материалдарынан.
707