Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 708


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙЫНЛАНЫУ
ҠЫЙЫНЛАНЫУ (кыйынлан-) ҡ. һөйл. ҡар. ҡыйынлашыу. Ҡыйынлана барыу. Ҡыйынлана төшөу. Ҡыйынланып тороу.
ҠЫЙЫНЛАШТЫРЫУ (ҡыйынлаштыр-) (Р.: сделать трудным; И.: make hard; T.: zorlaştırmak) ҡ.
Ҡыйын итеү; ауырлаштырыу. □ Сделать трудным; осложнить. Я Эйе, ул янғын эште ныҡ ҡына ҡыйынлаштырҙы. 3. Биишева.
ҠЫЙЫНЛАШЫУ (ҡыйынлаш-) (Р.: становиться трудным; И.: become hard; T.: zorlaşmak) ҡ.
Ҡыйынға әйләнеү, ҡыйын булыу; ауырлашыу. □ Становиться трудным; осложниться. Ҡыйынлаша барыу. Ҡыйынлаша төшөу. Ҡыйынлашып китеу. ■ Ваҡ-ваҡ куҙле ямғыр һибәләй башланы, шыр ҡара урман эсенән һыбай барыуы ла ҡыйынлашты. Я. Хамматов. Эш барған һайын ҡыйынлаша, көсөргәнешлерәк була барҙы. Ә. Бикчәнтәев. Некруттар тиҙ йыйылдылар. Бара торғас, волость йорто тирәһендә йырып йөрөу ҙә ҡыйынлашты. А. Таһиров. Ул [Саяф] ҡыҙарынды, буртенде, тын алыу ҡыйынлаша башланы. С. Агиш. Дивизияны аҙыҡ-тулек, бесән-һоло менән тәьмин итеу ҡыйынлаша, ни арба, ни сана мәле етә. Р. Өмөтбаев.
ҠЫЙЫНЛЫҠ (ҡыйынлығы) (Р: трудность; И.: difficulty; T.: zorluk) и.
Яфалы, ҡатмарлы хәл; ауырлыҡ; киреһе — анһатлыҡ. □ Трудность, сложность. Ҡыйынлыҡта йәшәу. Ҡыйынлыҡты еңеп сығыу. Ҡыйынлыҡҡа туҙмәу. Я Ир-атһыҙ ҡалған колхоздар, ҡыйынлыҡ менән уҫте-релгән игенде йыйып ала алмайынса интегә, ыҙа сигә. Я. Хамматов. Гәуһәр һуңғы ваҡыттарҙа эш барышында килеп тыуған ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар тураһында уйлай. И. Ғиззәтуллин. Иренең иртә тороуы Раузаға ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, кәнсә ҡараған сағынан ғәҙәтенә ингәнгәме, ул да иртәсел. Т. Ғарипова. Мең бәлә, мең ҡыйынлыҡтар менән уйнаған көрәктәр менән шахтаны емереп төшкән тупраҡтар һирпелеп, шахта
әҙенән тубәнгә уйып төшәләр. Т. Хәйбуллин. Бик ҡыйынлыҡ менән аяҡҡа баҫа ине йәш совхоз. А. Абдуллин. • Ҡыйыулыҡ ҡыйынлыҡтан ҡотҡара. Әйтем. Кешенең кешелеген ҡыйынлыҡ килгәндә белерһең. Әйтем. Ҡыйынлыҡ курмәгән тыныслыҡты белмәҫ. Әйтем. Ҡыйынлығын курмәй, ҡоймағын ашап булмай. Әйтем. Ҡөслө алдына эйелмә, ҡыйынлыҡ алдында бөгөлмә. Әйтем.
ҠЫЙЫНЛЫҠҺЫҘ (Р: без затруднений; И.: with no difficulty; T: engelsiz) c.
Анһат, еңел. □ Без затруднений, без сложностей (легко). Ҡыйынлыҡһыҙ тормош. Ҡыйынлыҡһыҙ йәшәу. Маҡсатҡа ҡыйынлыҡһыҙ ирешеу. Я Ҡыйынлыҡһыҙ ауырлыҡты еңеп булмай. М. Тажи. Ошоғаса бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ еңеу данын яуларға ярҙам итеусе хәл иткес һуғыш был юлы уға [На-полеонға] хыянат итте. Я. Хамматов. Бер ҡыйынлыҡһыҙ куптән тугел генә Гәрәевкә илтеп тапшырған мәғлумәтте алып китте [Исхаҡов]. И. Насыри.
ҠЫЙЫНСЫҠ (ҡыйынсығы) и. диал. ҡар. ҡыйынлыҡ. Ҡыйынсыҡта йәшәу.
ҠЫЙЫНСЫЛ с. диал. ҡар. ҡыйыуһыҙ. Ҡыйынсыл бала.
ҠЫЙЫНСЫ Л ЫҠ (ҡыйынсыл ығы) и. ҡар. ҡыйынлыҡ. ■ Ғәлимәне буҫағаһына ат-латмаясағы, ярҙамһыҙ ҡалдырасағы, тағы әллә ниндәй ҡыйынсылыҡтар тураһында һөйләне Бибисара. Ә. Хәкимов.
ҠЫЙЫНТЫҠ (ҡыйынтығы) и. диал. ҡар. ҡырҡынды I. Сепрәк ҡыйынтығы.
ҠЫЙЫНҺЫНЫУ (ҡыйынһын-) (Р.: затрудниться; И.: find difficulty (in); T: güçlük çekmek) ҡ.
Ҡыйын күреү, ҡыйынға һанау. □ Затрудниться, чувствовать затруднение. Ҡыйынһынып йөрөу. Ҡыйынһынып ҡуйыу. Ҡыйынһынып тороу. Һорарға ҡыйынһыныу. ■ Уларға ҡамасаулауҙан Зәйтунә уҙе лә ҡыйынһына ине. Я. Хамматов. Әллә юл йө-рөуҙән, әллә көсөргәнешле һөйләшеуҙән — Барсынбикә талсыҡты, болдорҙан кутәре-
708