Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 709


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙЫУ
леуен ҡыйынһынып, аласыҡҡа инде лә ҡолаҡсын мендәргә башын һалды. Т. Ғарипова. Ниндәйҙер әйтер һуҙе барлығы, тик шуны әйтергә ҡыйынһыныры куренеп тора ине уның [Шәмсундың]. Н. Мусин. Анна апай куптән бирле дөйөм өҫтәлгә ултырырға ҡыйынһынып килә ине, ул ашарға уҙҙәренә башҡа әҙерләргә теләй ине. Ләкин өләсәйем менән әсәйем килешмәнеләр. Р. Низамов. «Емеш яңғыҙ ҡалды, — тине ағаһы баҫалҡы ғына, — ҡыйынһынмаһағыҙ, ҡоҙағый, мин ҡайтҡансы, ул һеҙҙә йәшәп торһон ине».
3. Биишева. Вазифаның уҙ ҡултығына алған кешене шулай яндырып маҡтауына Ғимай уҙелә бер аҙ ҡыйынһынды. И. Насыри. Мөхәмәтша ҡарт, уҙенең һорауҙарының кәрәкһеҙ һәм балаларса икәнен һиҙеп алып, тағы ҡыйынһынып ҡуйҙы. К. Мәргән.
ҠЫЙЫНҺЫРАТЫУ (ҡыйынһырат-) (Р.: поставить в затруднительное положение; И.: put in difficulty; T.: zor duruma koymak) ҡ.
Ҡыйын, уңайһыҙ хәлдә ҡалдырыу. □ Поставить в затруднительное положение. ■ Кеҫәмдәге «байлыҡ» мине йэнә килеп ҡыйынһыратты, әйтерһең дә, инде мин Ба-сировтарға барып ингәс, мотлаҡ уны кемдер ҡапшап ҡараясаҡ. Д. Юлтый.
ҠЫЙЫНҺЫРАУ (ҡыйынһыра-) ҡ. ҡар. ҡыйынһыныу. М «Мин... мин Мәҙинәне ҡыйырһытырға теләмәнем», — тине куҙлек-ле малай, ҡыйынһырап. Д. Бүләков. Буранбайҙың балалар кеуек уңайһыҙланып, ҡыйынһырап ултырғанын кургәс, Әлфиә көлөмһөрәп әйтте: «һин, ауылдаш, ҡасан шулай оялсанға әйләнеп киттең? Балалар кеуек тартынып ултырма!» Ф. Әсәнов.
ҠЫЙЫР (Р.: горбушка; И.: crust (of loaf)', T.: somundan kesilen kabuklu dilim) u.
Бөтөн икмәк ситенән телеп алынған киҫәк. □ Горбушка (хлеба). Ҡыйыр ашау. Ҡалас ҡыйыры. ■ Ошо көтөу эсендә атайҙың минең ҡулдан икмәк ҡыйыры ашай торған туҡал һыйыры ла барҙыр әле, тип [Абдрахман] уйлап та өлгөрмәне, мөгәзәйҙең
арғы яҡ мөйөшөнән таныш аяҡтарын шарт-шорт баҫып атлаған туҡал һыйырын ҡыуып, ҡулына оҙон сыбыҡ тотҡан Сәрбиямал әбей килеп сыҡты. Р. Өмөтбаев.
ҠЫЙЫРСЫҠ (ҡыйырсығы) и. ҡар. ҡыйыр . ■ [Ғәлиә апай] ашъяулығының ситенә ҡабығы менән бешкән биш-алты һалҡын картуф тәгәрәтте, бер ҡыйырсыҡ икмәк тә килтереп ҡуйҙы. К. Кинйәбулатова. Шамил ҡабаланмай ғына бер ҡыйырсыҡ телеп алды, икмәген ҡабат бикләгәс, һаман тупһала ултырған Ҡадирға табан йунәлде. Н. Мусин.
ҠЫЙЫРҺЫНЫУ (ҡыйырһын-) ҡ. ҡар. ҡыйынһыныу. Уҡырға ҡыйырһыныу.
ҠЫЙЫРҺЫТЫУ (ҡыйырһыт-) (Р.: притеснить; И.: oppress, keep down; T.: baskı yapmak) ҡ.
Һыйҙырмай, үҙ итмәй рәнйетеп, ситкә тибеү; ситләтеү. □ Притеснить, держать в опале. Ҡыйырһытып тороу. Ҡыйырһытып йөрөу. ■ «Ниңә ҡайттың, ниңә тора алманың?» — тип ҡыйырһытманы [әсәйем]. Ф. Әсәнов. Нисек инде курәләтә һәйбәт кешене ҡыйырһытырға? Д. Бүләков. «Тәбиғәт ҡыйырһытҡас, ағас ғумере лә кешеләрҙеке һымаҡ ҡыҫҡа була икән», — тип уйлай Һолтанбай. Н. Мусин. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡарт һалдаттар йәш һалдаттарҙы бигук ҡыйырһытмай ине, «дедовщина» тигән нәмә булманы. Т. Ғиниәтуллин. Куҙ алдына Насип бай килеп баҫты. Ул да тап шулай кешеләрҙе ҡыйырһытырға ярата һәм ошо сәпсек кеуек ҡомһоҙ. Ә. Чаныш.
ҠЫЙЫРҺЫУ (ҡыйырһы-) (Р: притесняться; И.: be offended; T.: kırgın olmak) ҡ.
Үҙеңде сит итеп, кәм итеп тойоу; ситһе-рәү. □ Притесняться, быть обиженным. Куңел ҡыйырһыу. Ҡыйырһып тороу.
ҠЫЙЫУ I (ҡый-, ҡыя) (Р: вырезать; И.: cut out; T.: kesmek) ҡ.
1. Үткер нәмә менән уя ҡырҡыу, өҙә ҡырҡыу. □ Вырезать, резать. Ҡыйып алыу. Ҡыйып төшөрөү. ■ [Ҡуҙыйкурпәс:] Ҡарлуғас утмәҫ ҡара урманды ҡылысым менән
709