ҠЫУ
япраҡ ярған, ти. Риүәйәттән. Яйыҡты уҙғас, каруан һулға, Ителгә ҡарап юҫыҡ алды, Һабрау иһә, бейек кенә убаға менеп, ҡыу улән өҫтөнә һуҙылып ятты. Я. Хамматов. Йәй башындағы йәшеллек тигәне лә — бер ҡарыш та булмаҫ ҡалҡҡан шырт уҫенте лә, былтырғынан ҡалған ҡыу әрем һабаҡтары менән шайтан таяғы. Ғ. Хөсәйенов.
2. Кибеп ҡатҡан; ҡоро. □ Сухой. ■ Ҡыу сыбыҡҡа таянғанға, ярты-йорто туйынғанға дәуләт ҡунмаҫ тимәгеҙ. Ҡобайырҙан. Бөкһәң, [һуйыл] шартлап һынырҙай ҡыу таяҡҡа әуерелгән. «Урал батыр». Ҡаҙыҡтарға эленгән ҡыу ат баштары ла ағарышып моңая-моңая оҙатып ҡала төҫлө. Ғ. Хөсәйенов. Тубылғып уҫкән уләндәр араһында йыллаған ҡараһыу ҡуңыр төҫтәге ҡыу ҡурайҙы кургәс, Ҡеше уны имгәтмәҫкә тырышып, ипләп кенә тамыры менән йолҡоп алды. Н. Мусин.
3. Ҡыуыш эсле, буп-буш. □ Полый, пустой. 9 Ҡуралы буйы ҡыу татыр, ҡурай булмаҫ тимәгеҙ. Ҡобайырҙан.
♦ Ҡыу баш япа-яңғыҙ кеше. □ Одинокий человек. ■ [Ир — ҡатынға:] Маңлайыңды көл итмәҫем борон кире борол, ҡатын була алмаған ҡыу баш! Й. Солтанов. [Һәубән — өйрәккә:] Тәмле һуҙгә алданып, ҡыу баш ҡалдым донъяла. «Аҡбуҙат». Ҡыу томшоҡ ырыҫтан, өлөштән мәхрүм булған, бәхетһеҙ кеше. □ Несчастный, обездоленный человек. ■ [Аҫылбикә:] Ах, мин бәхетһеҙ, мин ҡыу томшоҡ. Т. Хәйбуллин. [Сәғиҙә — Аҡмуллаға:] Егерме дурт йәшем тулып, ҡыу томшоҡтай, ошонда япа-яңғыҙым йәшәп ятам! Я. Хамматов.
ҠЫУ II (Р.: трутовик; И.: tinder/bracket fungus; T.: kav, kav mantarı) и. биол.
Ағас олонона тояҡ һымаҡ булып, оро-ланып сыҡҡан бәшмәк; ҡыуау (йышыраҡ ҡайында була). □ Трутовик (лат. Piptoporus). 9 Ҡуҙый янын ҡапшап ҡараны. Кеҫәһендә шаҡмаҡ таш менән ҡыу бар икән. Йәһәт кенә ҡыуға ут саҡтырып, осҡон төшөрөп ҡабыҙҙы. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҠЫУ III (Р.: светло-коричневый; И.: light/pale brown, biscuit; T.: açık kahverengi) с. диал.
Аҡһыл һоро (төҫ). □ Светло-коричневый (цвет). Ҡыу төҫлө япраҡ.
ҠЫУ IV (Р: давай!; И.: come on!; T.: haydi!) ымл.
Эш башлауҙы, дәртләндереп ебәреүҙе белдерә. □ Давай! (выражает подбадривание, призыв к действию). 9 [Урал батыр] тас айыуҙай алышып, кем уҙарҙан сабышып, ҡыу ҙа ҡыу тип ҡеүәтләп, килгән яуҙы дөмбәҫләп,.. өҙә тотҡан биленән, кәрен алған ҡулынан. «Ҡуңыр буға».
ҠЫУ11 с. диал. ҡар. ҡыу I, 1. Ҡыуа урман. Ҡыуа ағас.
ҠЫУХ II (Р.: чага; И.: polypore; T.: chaga, huş ağaçları üzerinde yetişen mantar) и. бот.
Ҡайын ороһо, чага. □ Чага (лат. Inonotus obliquus), берёзовый кап. Ҡыуа йыйыу. Ҡыуа төрлө ауырыуҙарҙан ҡулланыла.
ҠЫУ АҒАС (Р: сухостой; И.: dead wood; T.: kurumuş ağaç) и.
1. Тамырынан ҡороған ағас. □ Сухостой, высохшее дерево, сушь. 9 Урманындағы һуҫарына, һыуындағы шәшкеһенә, ат тояғы тупылдап сапҡанда зыңғылдап тауыш биргән алтын-көмөшөнә, ҡыу ағасты төртһәң, һутын биреп терелткән, йәшел япраҡ ярҙыртҡан ҡара тупрағына .. ете башлы дейеүҙең күҙе ҡыҙыша икән. Ш. Янбаев. [Бәхетулла] яртылаш бушаған шешәне ҡыу ағастан бөкө һындырып тығып ҡуйҙы. С. Шәрипов. • Ҡыу ағасҡа ҡош ҡунмаҫ. Мәҡәл.
2. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, ен-пәрейҙәр йәшәгән урын. □ Сухое, пустое дерево (по представлениям башкир, место обитания бесов). 9 Ҡыу ағасҡа ен оялай. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫУАҘ (Р: месть; И.: revenge; T: intikam) и. диал.
Үс, ҡон. □ Месть. 9 Ниндәйҙер нәфрәтле көс уны [Еәйзулланы] алға әйҙәне, кемдән-дер үс алырға, ҡыуаҙ ҡайтарырға өндәне. Я. Хамматов.
824