Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 825


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫУАҠ ТАЛ
ҠЫУАҠ I (ҡыуағы) (Р.: куст; И.: bush; Т.: çalı) и.
1. Төбөнән үк тармаҡланып үҫә торған ваҡ ағас. □ Куст, кустарник. / Кустарниковый. Гөлйемеш ҡыуағы. Ҡурай еләге ҡыуағы. Тарбаҡ ҡыуаҡ. Ҡыуаҡ үҫемлек. Я Салауат йырын ишеткәс, бөтә ҡыҙҙар шул саҡта, яуап биргәндәй итеп, йырлағандар ҡыуаҡта. Ҡобайырҙан. Ҙур урманда ҡарға булғансы, бер ҡыуаҡта былбыл булһаңсы. М. Кәрим. Сейә бешә баҡсала балланып, ҡарағаттар тулып өлгөрә; ҡурай еләге ҡыуаҡта ҡыҙара, сирень сәскә ата, көн көлә. М. Хәй. • Өй артында ҡыуағың булһа, һандуғас ҡунағың булыр. Әйтем. Ҡош та һайламайынса ҡыуаҡҡа ҡунмай. Әйтем.
2. Төбөнән шәлкем-шәлкем булып таралған һабаҡлы үҫемлек. □ Куст. Ҡайын еләге ҡыуағы. ■ Күшеккән ҡоштар төркөмөләй, ошо көҙҙөң һуңғы сәскәләре ҡыуаҡ-ҡыуаҡ ултыра түтәлдәрҙә. М. Кәрим.
3. миф. Башҡорт мифологияһында ен-пәрейҙәрҙең йәшәгән урыны. □ Куст (в башкирской мифологии место обитания бесов). Я Ен-пәрейҙәр ҡыуаҡтарҙа йәшәй икән. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫУАҠ II (ҡыуағы) и. диал.
1. ҡар. ҡауаҡ I, 1. Ҡыуаҡтан дегәнәк майы ярҙам итә.
2. ҡар. ҡау I, 2. Бесән ҡыуағы. Итеккә ҡыуаҡ тулған.
3. ҡар. кәбәк I, 1. Бойҙай ҡыуағы, һоло ҡыуағы. Тарыны ҡыуағынан таҙартыу.
ҠЫУАҠАН (Р.: название одного из башкирских родов; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт ырыуының атамаһы һәм шул ырыуҙың бер кешеһе. □ Кувакан (название одного из башкирских родов). ■ Табын ырыуы үҙе генә лә әллә нисәмә ырыу тармағына айырыла: табын, ҡара табын, барын табын, тиләү табын, күбәләк-табын, ҡыуаҡан, һөйөндөк һ. б. Т. Хөсәйенов.
ҠЫУАҠ КИҪКЕС (Р: кусторез; И.: bush cutter; T: ağaç kesme aleti) и. тех.
Баҡсалағы эштәр өсөн тәғәйенләнгән ҡорал төрө. □ Кусторез. Аккумуляторлы ҡыуаҡ киҫкес. Ҡыуаҡ киҫкес һатып алыу.
ҠЫУАҠ КҮТӘРГЕС (Р.: кустоподъём-ник; И.: bush lift; T: ağaç kaldırma düzeni) u. тех.
Ҡырҡылған ҡыуаҡтарҙы күтәреп ташыу өсөн хеҙмәт иткән механизм. □ Кусто-подъёмник. Ҡыуаҡ күтәргес менән ташыу.
ҠЫУАҠЛАНЫУ (ҡыуаҡлан-) (Р: куститься; И.: cluster; T: çalı oluşturmak) ҡ.
Ҡыуаҡҡа әйләнеү, ҡыуаҡ булыу, тармаҡланыу. □ Куститься. Ҡыуаҡлана барыу. Ҡыуаҡланып бөтөү. Ҡыуаҡланып китеү. Ҡыуаҡланып тороу. Ҡурай еләге ҡыуаҡланған. ■ Үҫемлектәр күҙгә күренеп буйға һо-нолдо. Ана, туғайҙарҙағы ҡуҙғалаҡтар ҡыуаҡлана ла башлаған. Я. Хамматов.
ҠЫУАҠЛЫ (Р: кустарниковый; И.: shrubby; fruticose; T: çalı) с.
1. Ҡыуаҡтар төрөнә ингән. □ Кустарниковый. Ҡыуаҡлы үҫемлек.
2. Ҡыуаҡтан торған, ваҡ ағастар үҫкән. □ Кустистый. Ҡыуаҡлы аллея. Ҡыуаҡлы яр. ■ [Күк ҡарға] ҡыуаҡлы ялан, ҡоро ҡарағайлыҡтарҙа йәшәй. Э. Ишбирҙин.
ҠЫУАҠЛЫҠ (ҡыуаҡлығы) (Р: заросли кустов; И.: bush growth; T.: çalılık) и.
Ҡыуаҡ үҫкән урын. □ Кустарник, заросли кустов, перелесок. Ҡыуаҡлыҡ араһына инеү. Сейә ҡыуаҡлығы. Ҡуйы ҡыуаҡлыҡ. Ъ Немецтар уны [Суминовты] күрҙе, шикелле: ваҡ ҡыуаҡлыҡты, ағас ботаҡтарын туҡмаҫтай турап, пулялар һыҙғырып оса, дошман һалдаттарының тамаҡ төбө менән аҡырышҡаны ишетелә. Ә. Хәкимов. Күл буйындағы ҡыуаҡлыҡта һандуғас һайрай. Ф. Әсәнов. [Әхмәтзәкиҙәр] торна тауыштарын ул саҡта ла ҡапыл ғына бынан алыҫ түгел, ана-ау ҡыуаҡлыҡтар янына еткәс ишеткәйнеләр. Р Байымов.
ҠЫУАҠ ТАЛ (Р.: тальник; И.: purple / basket willow; T.: söğüt) и. бот.
һыу буйында үҫә торған тар оҙон япраҡлы, көсөк сәскәле ҡыуаҡ ағас. □ Тальник (лат. Salix). Ҡыуаҡ тал әрәмәлеге.
825