Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 826


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫУАЛ
ҠЫЖЛI (Р.: шест; И.: pole; T.: sırık) и.
1. Ҡабығы һыҙырылған нәҙек йүкә ағасы. □ Шест (сухой, очищенный от коры), һаплыҡ ҡыуал. Ҡыуал ҡырҡып алыу. ■ Бер нисә ҡат тартыуға, ҡыуал ғына йыуанлыҡ ағас өҙөлөп төшә. И. Ғиззәтуллин.
2. Ҡармак сыбығы. □ Удилище. ■ Юлдаш ҡармаҡлы аҡ ҡыуалдарҙы урынына һалды ла, атаһының һуғыштан алып ҡайтҡан алюмин котелогын ҡулына тотто.
3. Биишева. [Хәсән] Фәһимде ҡыуаҡлыҡтар араһына индереп, яр башына ултыртҡас, ҡармағын емләп ятыуға ырғытты ла, ҡыуалын ярға ҡаҙап, һул ҡулына тотторҙо. И. Ғиззәтуллин.
3. диал. ҡар. ҡолға I, 1. ■ Буҙансы батыр арҡандың бер осон ҡыуалға бәйләп, ер аҫтына төшөп киткән. Әкиәттән.
4. Тауыҡ төнәргә ҡуйылған таяҡ; төнәк.
□ Насест. Ҡыуалға ултырыу.
5. диал. ҡар. ҡолға II.
6. диал. Бәйгелә ярышып буйлай торған оҙон шыма бағана; баҡан. □ Шест, столб (на который взбираются при состязаниях на сабантуе).
7. Кәбән уртаһына ултыртып ҡалдырылған кәртә йәки ҡолға. □ Стожар. Ҡыуал ҡуйыу.
ҠЫУАЛ II (Р.: глиняная печь; И.: clay stove; T.: balçık ocak) и. диал.
Тәпәш кенә балсыҡ мейес. □ Глиняная печь. Ҡыуал сығарыу. Ҡыуалға балсыҡ әҙерләу.
ҠЫУАЛАТЫУ (ҡыуалат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡыуалау, понуд. от ҡыуалау. И [Ғәбделхәкимов — Ҡәбиргә:] Аҙбар-ҡураны аҙна-ун көн эсендә йунәттереп ҡуй, аяҡ аҫты ҡоро саҡта сусҡаларҙы Баймырҙаға ҡыуалат. Яр. Вәлиев. Абдулла ахун ил аралап һалым һалған һәр йортҡа. Ҡөтөу-көтөу ҡыуалатҡан туләмәгәнде судҡа. Халыҡ йырынан.
2. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер артынан ҡыуыу; баҫтырыу. □ Гнаться следом за кем, преследовать кого. Ҡыуалатып барыу. Ҡыуалатып килеу. Ҡыуалатып
тотоу. ■ Зарифтың атына менеп, мин дә еңгәм артынан ҡыуалаттым. Й. Солтанов.
3. диал. ҡар. эйәртеү. Этте ҡыуалатыу.
4. ҡар. ҡыуалау 3. ■ [Сәхибә — Ғарифҡа:] Әйҙә, атты ҡыуалат! Тиҙерәк!!! Ғ. Хәйри.
ҠЫУАЛАУ (ҡыуала-) (Р: гнать; И.: drive; chase; T: kovmak) ҡ.
1. Бер ерҙән, яндан китергә талап итеү; ҡыуыу. □ Гнать, гонять. Ҡыуалап сығарыу. ■ Бал ҡорттарын зәңгәр төтөн менән ошкөтөпумарта эсенә ҡыуалаған атайым да япраҡтарҙың ҙурлығына аптырап ҡуя хатта. Ш. Янбаев. [Суминов]урмандан сыҡҡас, атты ҡырға ҡыуалап ебәрҙе. Ә. Хәкимов. • Йортло йыланды йортһоҙ йылан ҡыуалай. Мәҡәл. Кейәуең ҡыуалаһа — ишек бауы тот, улың ҡыуалаһа — тургә менеп ултыр. Мәҡәл.
2. Ҡайҙалыр барырға талап итеү; ҡыуыу. □ Гнать. Эшкә ҡыуалау. ■ Ҡыйыулыҡтары етмәй өҫтә ҡалғандар менән һалдаттар көйәҙләнеп торманы, бәғзеһен приклад менән этте, икенселәрен һөйрәп төшөрҙө лә ваҡытлыса төрмәгә әйләндерелгән Ҡырым һарайы баҙына табан ҡыуалай башланы. Р Байымов.
3. Ашыҡтырып, ҡыҫтап, тиҙләтеү; ҡыуыу. □ Гнать, погонять, погнать; понукать (лошадь). Ат ҡыуалау. ■ Әбделхаҡ ағай, өндәшмәй, һаман атын ҡыуаланы. Ш. Янбаев. Ул [Хәниф], .. оҙон сыбыртҡыһын болғай-болғай, дурт тәртәгә парлап егелгән аттарҙы ҡыуалай. И. Ғиззәтуллин.
4. Арттан баҫтырыу; ҡыуыу. □ Гнаться следом, преследовать кого. Ҡыуалап килеп тотоу. ■ Балыҡтар ҡояш нурҙарында көмөш тамсылар сәсрәтеп сиртәләр ҙә, туңәрәк һырлы йондоҙҙар яһап, төпкә сумалар, уҙҙә-рен ҡыуалаған эре балыҡтарҙан ҡасып юҡ булалар. Һ. Дәүләтшина. Дурт-биш һыбайлы ике көн буйы уны [ҡырағай атты] ҡыуалап, ҡамап ҡараһалар ҙа, һис тота алмайҙар. Ғ. Хөсәйенов. Юламандар полкы баҫмалатып ҡыуалаған дошман төркөмөнөң ҙур ғына ауылда ялға туҡталыуы билдәле булды. Ә. Хәкимов.
826