Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 865


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠӘҺӘТЛӘНЕҮ
юйып ташлаһын. Р. Өмөтбаев. [Ғәзизә:] Әй, Хоҙайым, ниңә ҡәһәрләнең һин мине шул хәтле? Яр. Вәлиев.
ҠӘҺӘРМӘН (Р.: будь проклят!; И.: curse on you!; T.: kahrolsun!) ымл. диал.
Ҡәһәр һуҡҡыр! □ Будь проклят! (бранное слово). Кит, ҡәһәрмән! Ысҡынды бит!
ҠӘҺӘР ТӨШӨҮ (ҡәһәр төш ) (Р: быть проклятым; И.: be damned, get damnation; T.: kahrolmak) ҡ.
Ҡаты ҡарғыш, ләғнәт төшөү. □ Пасть (о проклятии), получить проклятие, быть проклятым. ■ Барсынһылыу, атам ҡәһәре төштө, өлкәндәр һүҙен тыңламаным, тип шомлана башлай. «Алпамыша». Мөхәмәт-рәхим менән бер нисә кеше мәсет манараһын ҡырҡып төшөрҙө. Шул төндө Мөхә-мәтрәхимдең һыйыры үлеп ятҡан. Уны халыҡ: «Хоҙайҙың ҡәһәре төшкән», — тине. Башҡорт мифологияһынан.
ҠӘҺӘР УҠЫУ (ҡәһәр уҡы-) ҡ. ҡар. ҡәһәрләү. Дошманына ҡәһәр уҡыу.
ҠӘҺӘТ [ғәр. и. ҡар. ғәһед. Ҡәһәт биреү. Ҡәһәтте боҙоу.
ҠӘҺӘТ ИТЕҮ (ҡәһәт ит-) (Р: клясться;
И.: swear; T.: yemin etmek, andetmek) ҡ.
Һүҙ биреү, вәғәҙә итеү, ант итеү. □ Клясться, давать клятву. ■ [Иштуғанға — Бибеш:] Ата-баба йәшәгән юл һиңә генә оҡшамай бит ул! Әйтерһең, донъяның аҫтын-өҫкә әйләндереп, болартып китергә ҡәһәт иткәнһең. 3. Биишева. [Кинйә:] Һәммәбеҙҙе ҡырып бөтөрөргә ҡәһәт иткән ул [Кириллов]. Ғ. Ибраһимов.
ҠӘҺӘТЛӘНЕҮ (ҡәһәтлән-) (Р: намереваться; И.: intend resolutely; T.: niyetlenmek) ҡ.
1. Ныҡлы ниәт, бурыс ҡуйыу; хасланыу. □ Намереваться, иметь намерение; хотеть, желать чего, помышлять о чём. Кәһәтләнеп йөрөү. Кешегә ҡәһәтләнеү. ■ Исмәғил менән Йомабай эстән генә кәһәтләнеп, Тәфтиләүҙе үлтермәксе була. Легенданан.
2. Асыу, үс менән ярһыу. □ Гневаться, свирепеть. ■ [Мотаһарҙың] ҡулынан әле асҡысы, әле сүкеше төштө. Бындай саҡта ерҙе тапап, ярһып ҡәһәтләнерлек. Й. Солтанов. Күренекле ғалимдың үҙенә ҡәһәтләнеүен һиҙмәгән Рафиҡ Камалет-динович Германиянан ҡайтыр алдынан уның эргәһенә килде, хушлашырға теләне. Л. Якшыбаева.
О0О