Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 864


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠӘҺӘР
ҠӘҺӘР II (Р.: свирепый; И.: fierce; Т.: gaddar) с.
1. Тәнде, йәнде ғазапларлыҡ яман; зәһәрле. □ Свирепый, яростный. Ҡәһәр сир. ■ Ләкин һис тә көтмәгәндә, әлеге шул ҡәһәр ауырыу килеп эләкте быға [ҡатынға]. Ф. Әсәнов.
2. Бик яҡшы, бик шәп. □ Замечательный, исключительный. Ҡәһәр егет. Ҡәһәр ҡыҙ.
3. диал. ҡар. ҙур. Ҡәһәр тоҡ. Ҡәһәр алма.
4. диал. ҡар. төп. Ҡәһәр йорт.
ҠӘҺӘР ИТЕҮ (ҡәһәр ит-) ҡ. ҡар. ҡәһәрләү. ■ Ул [Зәйнәп] әсәһенең шулай ҡәһәр итеуенә, асыуы килһә — ашарға бирмәуенә, уҙенең көсө етмәй торған эштәрҙе эшләргә ҡу шыу ына .. туҙҙе. М. Ғафури.
ҠӘҺӘРЛЕ (Р.: жестокий; И.: cruel; T: acımasız) с.
1. Аяуһыҙ, рәхимһеҙ, яуыз. □ Жестокий, злобный; яростный, свирепый. ■ Ирҙәр ҡәһәрле һуғыш арҡаһында йыраҡта ҡалған ҡатынын, бала-сағаларын юҡһына, егеттәр һөйөклөләрен, мөхәббәт утында дөрләп янған йән киҫәктәрен һағына, ҡауышыу хыялдары уларҙы тәмле төштәрҙә иҙрәтә. Р. Өмөтбаев. Былай ҙа һарыуы ҡайнап йөрөгән Әмин ул ҡәһәрле әҙәмде тиҙерәк табып, ултереп ташларға кәрәк, тип ҡапыл ҡыҙышҡайны ла — Ҡолансәс туҡтатты. Ғ. Хөсәйенов. [Волконский — Ермолаевка:] Ҡулына мылтыҡ тоторға хәле етерлек һәр кеше оборонаға, ҡәһәрле дошманға ҡаршы батырҙарса һуғышырға әҙерлек алып барырға бурыслы. Я. Хамматов.
2. Ҡәһәрләнгән, ҡәһәр ителгән; ҡарғышлы, ләғнәтле. □ Проклятый, ненавистный. Ҡәһәрле көндәр. Ҡәһәрле тормош. Ҡәһәрле яҙмыш. ■ Төнгө ҡарауылдарҙа торғанда алыҫта ҡалған тыуған илен, һөйгән ҡатынын хәтерләп, уҙенең ҡәһәрле яҙмышын ҡарғап моңлана торғас, [егеттең] куңелендә һағышлы көй, йыр тыуа. Риүәйәттән. Һуҙ нимәнән башланып, ҡайҙа барып бөтмәһен, бер ук төрлө осланып ҡуя ине: илде
талаусыларға ҡаршы яу сапмайынса, был ҡәһәрле тормоштан ҡотолоу юҡ. Н. Мусин. Үҙемде көсләп килен итә яҙған ҡәһәрле йорттан, уҙемде эҙләп сыҡҡан яман кешеләрҙән нисек кенә булһа ла алыҫыраҡ китергә тырыштым. Ф. Әсәнов. Тынсыу ят ер бында, елдәр иҫмәй, ҡоштар кутәрелмәй кугенә, шул ҡәһәрле илдең тупрағына ҡайнар куҙ йәштәрем тугелә. М. Кәрим.
3. Ҡәһәр, ләғнәт ҡатыш. LJ Гневный, злобный. Ҡәһәрле һуҙ. ■ Был төндә Дилә илап сыҡты. Юҡ, туҡмалыуҙан, ғәрләнеуҙән генә тугел, ә уҙ хәлен, уҙ яҙмышын уйлап, атаһына ҡәһәрле һуҙҙәрен әйтә-әйтә иланы. Ғ. Лоҡманов. Бөтә лагерь һөрән, ҡәһәрле өндәр, һугенеуҙәр, ыңғыраштар менән тулды. Ғ. Хөсәйенов. • Ҡәһәрле һуҙ хәтәрле. Мәҡәл.
ҠӘҺӘРЛЕК (ҡәһәрлеге) (Р: гнев; И.: anger; wrath; T: öfke) и.
1. Ҡаты асыу, зәһәр. □ Гнев, ярость, свирепость. ■ [Ирҙең] тауышында ҡәһәрлек ишетелде. М. Тажи.
2. Әрләгәндә әйтелә. □ Бранное слово.
ҠӘҺӘРЛӘНЕҮ (ҡәһәтлән-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡәһәрләү, страд, от ҡәһәрләү. ■ Ул [Тәнзилә], ҡәһәрләнгән ҡыутомшоҡтай, был донъяла япа-яңғыҙы. Я. Хамматов.
2. Ҡаты асыу менән ярһыу. □ Гневаться, приходить в ярость. ■ Хан ултырған урынында сайҡалып китте, арҡаһын бейек итеп баҫтырылған мендәргә терәне, куҙҙәре ҡәһәрләнеп янды. Ә. Хәкимов.
ҠӘҺӘРЛӘҮ (ҡәһәрлә-) (Р.: клясть; И.: curse; T: kahretmek) ҡ.
Яман теләк, ҡарғыш менән әрләү; ҡарғау, ләғнәтләү. □ Клясть, проклинать. // Проклятие. Ҡешене ҡәһәрләу. Дошманды ҡәһәрләу. ■ [Зиннәттең] Диләне ҡәһәрләгән, уны куңелдән мәңгегә сығарып ташларға уйлап бөтөргән саҡтары аҙ булманы. Ғ. Лоҡманов. [Кусимов:] Әгәр ошо тантаналы антыма хыянат ҡылһам, мине илем ҡәһәрләһен, көлөм куккә осһон, халҡым минең исемде мәңгегә уҙ хәтеренән
864