ҠӘҺӘР
Көсләү, ирекһеҙләү рәүешендә; көслөк менән. □ Насильно, силой, силою. Я Һеҙ гөрбәтте ҡәһрән үҙәнә ихтыяр итмәҫ. Мөнәжәттән.
ҠӘҺҮӘ [ғәр. ^5] (Р.: кофе; И.: coffee; Т.: kahve) и.
1. бот. Орлоғонан айырым эсемлек әҙерләнә торған тропик ағас йәки ҡыуаҡ.
□ Кофе (дерево). / Кофейный (лат. Coffea). Ҡәһүә ағасы. Ҡәһүә плантациялары.
2. Шул ағастың орлоғо. □ Кофе (зерно). / Кофейный. Ҡәһүә йыйыу. Ҡәһүә тартыу. Тойөлгән ҡәһүә. Бөртөклө ҡәһүә. Ҡара ҡәһүә.
3. Шул орлоҡтан йәки шуға оҡшатып башҡа нәмәнән яһалған онтаҡ. □ Кофе (молотый). / Кофейный. Ысын ҡәһүә. Арпа ҡәһүәһе.
4. Шул онтаҡтан ҡайнатып әҙерләнгән эсемлек. □ Кофе (напиток). / Кофейный (напиток). Ҡәһүә ҡайнатыу, һөтлө ҡәһүә. Шәкәрле ҡәһүә. ■ Эргәләге тәғәмхананан тәмле итеп ҡәһүә еҫе аңҡый. Г. Ғиззәтуллина. Ҡәһүә менән спиртлы эсемлектәр ҙә йөрәккә өҫтәмә ауырлыҡ тыуҙыра, шуға мунса алдынан уларҙы файҙаланмай торорға кәрәк. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2010.
ҠӘҺҮӘ ҠАЙНАТҠЫС (Р.: кофеварка; И.: coffeemaker; T.: kahve makinesi) и.
Ҡәһүә ҡайната торған махсус һауыт.
□ Кофеварка.
ҠӘҺҮӘ ТАРТҠЫС (Р.: кофемолка; И.: coffee preparation; T: kahve değirmeni) и.
Ҡәһүә орлоғон онтай торған махсус ҡулайлама. □ Кофемолка.
ҠӘҺҮӘХАНА [фарс. (Р: кофейня; И.: coffee house; T.: kahvehane) и.
Ҡәһүә эсә торған ижтимағи урын.
□ Кофейня; кафе. Я [Әхсән:] Низомиҙы Төркиәгә ебәрҙем. Ул унда уҡыу урынына .. ҡәһүәханалар буҫағаһын тапап ғүмерен уҙҙырған. X. Ибраһимов.
ҠӘҺҺАР [ғәр. jV| (Р: мощный; И.: powerful; T.: kuvvetli) с. иҫк. кит.
Ҡөҙрәтле, көслө. □ Мощный, сильный, могущественный, могучий. Я Әле ғәффар
булып, әле ҡәһһар, холоҡландым тәңрем холҡондай. Бына әле үҙем һаман ошолай, һаман ошо, мин — мин, һаман мин. Ш. Бабич.
ҠӘҺӘР I [ғәр. j^] (Р.: гнёт; И.: oppression; T.: kahr) и.
1. Көслө йәбер, яуыз эш. □ Гнёт, притеснение, угнетение. Я Тәфтиләүҙең ҡылған ҡәһәрҙәрен, үҙе белмәһә лә, ил белә. Халыҡ йырынан. Солохтоң ни икәнен белмәгән кеше һуғыштың ҡәһәрен аңлай алмай һәм, киреһенсә, һуғышты самалай алмаусыға солох мәңгелек һәм һис ҡасан ҡаҡшамаҫ кинәнес кеүек күренә. Ғ. Хисамов.
2. Бик яман ҡаты асыу. □ Гнев, ярость, свирепость. Я [Ғәмбәров] үҙенә булған асыуының ҡәһәрен машинаға төшөрҙө, ҡышҡы насар юлдан ауыр үрмәләгән газикты, күкле-йәшелле тауышы менән илатып булһа ла, һаман алға ҡыуҙы. Ш. Янбаев, һуңғы йылдарҙа Сарайҙың күп кенә шағирҙары, ғалимдары, хандың ҡәһәренә юлыҡҡан ҡайһы бер ғәскәр башлыҡтары төрлөһө төрлө сит илдәргә китергә мәжбүр булды. Ә. Хәкимов.
3. Ҡаты ҡарғыш, ләғнәт. □ Проклятие, зложелание. Я Ҡемдәрҙең ҡаты ҡәһәре төшөп кенә Барсынбикә-Фәүзиәгә ошондай ҡәһәрле, мунса йүкәһеләй сыбалған яҙмыш ебәрҙе икән Хоҙай?! Т. Ғарипова.
♦ Алланың <ҡаты> ҡәһәре һуҡҡыр ҡар. ҡәһәр һуҡҡыр. Я [Камалетдин мулла — Мифтахетдинға:] Аллаһы Тәғәләнең ҡаты ҡәһәре һуҡһын һине, мәңге мандыма, донъяның рәхәтен күрмә! Я. Хамматов. Ҡәһәр һуҡҡан әрләгәндә әйтелә. □ Проклятый. Я Күҙҙәре үткер ҡәһәр һуҡҡан профессорҙың, урынынан ҡымшанмай ҙа приказды уҡыны, бер генә ере лә үҙгәрмәне. Д. Бүләков. Ҡәһәр һуҡҡыр<ы> (йәки төшкөр<ө>) ҡарғағанда әйтелә. □ Будь проклят. Я Кисәле-бөгөнлө ҡурап кипкән бесәнде йыйып, ун биш күбә күбәләүгә ыһ та итмәҫ ине, анау ҡәһәр һуҡҡыры айыуы төн буйы бимазалап теңкәне ҡоротто. Н. Мусин.
863