Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 862


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠӘТРӘ
ҠӘТРӘ [ғәр. (Р.: капля; И.: drop; Т.: damla) и. иҫк.
1. кит. Тамсы. □ Капля. Я [Богданов:] Үҙ иркең менән дошманға баш һалыу уйын тугел, сөнки биргән антыма ҡәтрә ҡаным ҡалғансы тоғро булып ҡалырға бурыслы инем. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Бик бәләкәй өлөш; бөртөк, тамсы. □ Капля. Я [Килмәт — Хәҙисәгә:] һин уйлама, туташ, был ҡыйралышта ҡәтрә лә ғәйебем юҡ минең. Ә. Хәкимов. [Йорт хужаһы — Ғимайға:] Һеҙгә әйткән кешеләр улар дошманлыҡ менән әйткәндәрҙер. Бына хаҡ тәбарәкә вә тәғалә белә, ҡәтрә гөнаһым юҡ. И. Насыри.
ҠӘҮЕМ [ғәр. еҙ*] (Р.: народ; И.: people; nation; T.: halk) и.
1. Халыҡ, милләт. □ Народ, нация. Төрки ҡәуемдәре. Я [Йософ:] Падишаһым, әгәр мин гөнаһһыҙ булһам, хаталар менән юлдан яҙмаған булһам, был бәләгә һис гөнаһһыҙ төшкән булһа, был ҡәуемгә бер ғәләмәт курһәт имде. «Йософ ҡиссаһы». Элекке ҡәуемдәр ниңә дусар булды һәләкәткә? Р. Бикбаев. Алдынғы ҡәуемдәрҙән куп нәмәгә өйрәнгән хәлдә лә, уларҙың тәжрибәһенә ентекле, һаҡ ҡарарға кәңәш итә ғалим [Ризаитдин Фәхретдинов]. Ф. Күзбәков.
2. Ырыу, нәҫел. □ Род; группа. Бер ҡәуем кешеләре. Н Мылтыҡлы икәуһенең алпан-толпан, иркен ашлауына, өҫтәрендәге арыу кейемдәренә ҡарағанда, ысынлап та, ситтән, ҡаланан, турә-ҡара ҡәуеменән икәнлеге куренеп тора. М. Ямалетдинов. • Ауылы берҙең ҡәуеме бер. Әйтем.
ҠӘҮЕМ-ҠӘРЕНДӘШ (Р: родственники; И.: kinsmen; T.: akraba) и. йыйн.
Нәҫел-нәсәп, туған-ырыу. □ Родственники. Я Алыҫ ҡалды ҡәуем-ҡәрендәшем, һәр береһе минең өсөн илар имде. Бәйеттән.
ҠӘҮЕС [ғәр. chj5] (Р: Стрелец; И.: Sagittarius; Т.: Үау) и.
1. (баш хәреф менән) астр. иҫк. Ун ике бөрөждөң береһе; Ғәҡрәп һәм Жәди бөрөждәре уртаһында урынлаш
ҡан. □ Стрелец (зодиакальное созвездие). Ҡәуес йондоҙлоғонда тыуғанмын.
2. Ҡояш календары буйынса, туғыҙынсы айҙың ғәрәпсә исеме (22 ноябрь —21 декабрь ваҡытына тура килә). □ Каве (арабское название девятого месяца в солнечном календаре, соответствует периоду с 22 ноября по 21 декабря). Ҡәуес айы. Ҡәуестә ҡайтыу.
ҠӘҮИ [ғәр. lSj5] (Р: мощный; И.: powerful; T.: kuvvetli) с. иҫк. кит.
Көслө, ҡеүәтле. □ Мощный, сильный, могущественный, могучий.
ҠӘҺЕТ [ғәр. 4е | и. ҡар. ниәт. ■ Тәугеләрҙең ҡаралты ҡураһына урт һала-йыммы, ҡараңғыла аңдып тороп, баштарын куҫәк менән йәнсейемме тип икеләнеп йөрөй торғас, Шәрғиә һуңланы, уйлаған усле ҡәһетен бойомлап өлгөрмәне. Ә. Хәкимов.
ҠӘҺЕТ ИТЕҮ (ҡәһет ит-) (Р: дать слово; И.: pledge one's word; T: yemin etmek, ahdetmek) ҡ.
Ант итеп һүҙ биреү. □ Дать слово, клятву. Я [Өммөгөлсөм — Иштуғанға:] [Собхан байҙарҙың] уҙҙәренән яҡшы булған өсөн генә лә Хаммат кеуек кешеләрҙе йәшәтмәҫкә ҡәһет иткән әҙәм аҡтыҡтарына ҡарата йөрәгендә урғылған нәфрәтте, ләғнәтте ошонда килеп һөйләй микән әллә [Иҙрис ҡарт]? 3. Биишева. [Муйнаҡ — Алдарға:] Иң яманы шунда: ул дейеу пәрейе беҙҙең диндәгеләрҙең бөтәһен дә ҡырып бөтөрөргә ҡәһет иткән, ти. «Алдар менән Зөһрә».
ҠӘҺЕТЛӘНЕҮ (ҡәһетлән-) ҡ. ҡар. ҡәһәтләнеү.
ҠӘҺҠӘҺӘ (Р: Кахкаха; И.: evil force image in Baskir epos; T: Kahkaha) и. фольк.
(башҡорт хәреф менән) Башҡорт ҡобайырында дейеү, ҡара көс, яман зат. □ Кахкаха (див, злой мифический персонаж). Дейеу Ҡәһкәһә. Ҡәһҡәһә менән Шулгән.
ҠӘҺРӘН (Р: насильно; И.: by force; T.: zorla) р. иҫк.
862