ҠӘТЛЕ НӘФЕС
ҠӘРН [ғәр. û>] (Р.: век; И.: century; Т.: yüzyıl) и. иҫк. кит.
Йөҙ йыллыҡ ваҡыт араһы; быуат. □ Век, столетие. Өсөнсө ҡәрн һижри.
ҠӘРСӘЙ (Р.: бабушка по отцу; И.: grandmother; T.: büyükanne; nine) и. диал.
Атайҙың әсәһе. □ Бабушка по отцу. Ҡәр сәйҙәргә ҡунаҡҡа барыу. Ҡәрсәйҙең тыуған көнө. ■ Намаҙлыҡта доға уҡый ҡәрсәй. Икенде. Т. Ғәниева.
ҠӘРТНӘЙа. диал. ҡар. өләсәй. ■ [Тәүфиҡ:] Ғилемхандың инәһе ныҡ ауырый шул, Нурания, ҡәртнәйем бөгөн уларға кереп сыҡҡан. Р. Камал. [Аҡмулла — Ғөбәйҙулла солтанға:] Минең ҡәртнәйем, атайым Камалетдиндыц әсәһе Шәһәрбаныу — Туҡһанбайҙан өс-дүрт саҡрым алыҫлыҡта, һеҙ ат юғалтҡан Дим аръяғында ултырған Ереклекүл ауылы ҡыҙы. Ф. Янышев.
ҠӘРӘНФӨЛ и. бот. диал. ҡар. ҡәнәфер I. Ҡәрәнфөл сәскәһе. Ҡәрәнфөл ултыртыу. Ҡыҙыл ҡәрәнфөл.
ҠӘСАҮӘТ [ғәр. OjUai] (р.: ссора; И.: quarrel; T.: kavga) и. иҫк. кит.
1. Ғауға, янъял, ыҙғыш. □ Скандал, дебош, ссора, перебранка. Ҡәсаүәт ҡуптарыу. Ҡәсаүәтте баҫыу.
2. Күңелһеҙлек. □ Тоска, печаль. Ҡәса-үәт солғап алыу. Ҡәсаүәттән сара табыу.
ҠӘСД [ғәр. (Р.: цель; И.: aim; T.: kasd) и. иҫк. кит.
Ниәт, маҡсат, теләк. □ Цель, намерение, желание. ■ Ҡай ваҡыт ҡәсдем килә сынлап та нәфсем ҡәтеленә. Я. Юмаев.
ҠӘСИДӘ [ғәр. oâAK-as] и. әҙ. ҡар. ҡасидә. Ҡәсидә яҙыу. Ҡәсидә ижад итеү.
ҠӘТҒИ [ғәр. (Р: категорический; И.: categorical; T: kati) с.
1. Кире ҡаҡҡыһыҙ, ҡырҡыу; киҫкен, ҡаты. □ Категорический, решительный, твёрдый, жёсткий. Ҡәтғи дәлил. ■ Имаметдин тағы бер аҙ йөрөп алды, шунан ҡәтғи ҡарарға килеп, ахырыһы, өҫтәл янындағы урынына барып ултырҙы. Ғ. Хисамов. Туҡтауһыҙ килеп торған сапҡындарҙың хәбәрен тыңлап, әмир Тимер йә хуплау
белдерә, йә, асыуын эскә йомоп, ҡәтғи бойороҡ бирә. Ә. Хәкимов. Башҡаларҙан күрмәк, Ғәлиәхмәт был ғәрәсәттән вагон аҫтына инеп ҡотолмаҡсы булды. Ләкин өлгөрмәне, шунда уҡ ҡәтғи фарман ишетелде. Р. Байымов. Урам буйында гармун уйнауҙы һәм йырлап йөрөүҙе ҡәтғи тыйыусы уҫал Сафа мулла, егеттәр уның өйө тапҡырынан үтеп китһәләр ҙә, өндәшмәне, хатта тәҙрәһенән дә ҡараманы. Ж. Кейекбаев.
2. Көсөргәнешле; киҫкен. □ Напряжённый. Ҡәтғи талап. Ҡәтғи хәл. ■ Ҡәтғи һуғыш талаптары үҙенекен итә: тиҙҙән һалдат ошо күренештәрҙе [емерек йорттарҙы] ғәҙәти хәл кеүек күрә башлай. «Ағиҙел», № 11, 2010.
ҠӘТҒИӘН [ғәр. (Р: категорически; И.: categorically; T: katiyen) р.
Ҡәтғи рәүештә; ҡырҡа. □ Категорически, решительно. ■ Фәрғәттең фекеренсә, [Шыуғалаҡ] ҡәтғиән дөрөҫ эшләмәй — ситтән күҙәтеп торһаң, бының урлашырға йыйынғанын һыңар куҙ менән дә тәғәйен күрергә була. Р. Сәғитов.
ҠӘТЕЛ [ғәр. Jja] (Р.: убийство; И.: murder; T: katil) и. иҫк. кит.
Үлтереш, үлем язаһы. □ Убийство.
ҠӘТИҒ [ғәр. бәйл. иҫк. кит. ҡар. кеүек. ■ Ҡүренә ул бәғзән залим, бәғзән ҡәтиғ мазлум. Ш. Бабич.
ҠӘТИФӘ [ғәр. AjLÜaâ/Akdaâ I U.
1. ҡар. бәрхәт. Ҡыҙыл ҡәтифә. Ҡара ҡәтифә. Ҡәтифәнән тегелгән камзул.
2. диал. ҡар. хәтфә. Йәшел ҡәтифә.
ҠӘТИФӘ ГӨЛ и. бот. диал. ҡар. әҙрәс гөл. Ҡәтифә гөл сәскә ата. Ҡәтифә гөл үҫтереү. Ҡәтифә гөлгә һыу һибеү.
ҠӘТЛЕ ҒАМ [ғәр. d*| (Р: массовое убийство; И.: carnage; T: katliam) и. иҫк. кит.
Күмәк үлтереш, ҡырылыш. □ Массовое убийство, бойня. ■ Сыңғыҙ .. ҡыпсаҡ таифәһен ҡәтле ғам менән тамам һәләк иткән. Башҡорт шәжәрәләренән.
ҠӘТЛЕ НӘФЕС [ғәр. (Р: самоубийство; И.: suicide; T: intihar) и. иҫк. кит.
Үҙеңде үҙең үлтереү. □ Самоубийство.
861