Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 860


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠӘРҘӘШ
ҠӘРҘӘШ I (Р.: родственник; И.: relation; kinsman; T.: kardeş) и.
Туған тейешле кеше; нәҫелдәш. □ Родственник; родственница. Алыҫ ҡәрҙәш. Яҡын ҡәрҙәш. ■ [Яҡуп — Йософҡа:] Ҡәрҙәштәрең дә курһәтер һиңә хөрмәт, ун бере лә һиңә хеҙмәт итер имде. «Йософ ҡиссаһы». Ҡәрҙәштәренән айырылған ҡыҙ ят ерҙә бер ҙә ерһенмәй. Риүәйәттән. Был шәкерт Кинйәгә әллә нисәмә быуындан килгән алыҫ ҡәрҙәш ине. Ғ. Ибраһимов. • Ҡан ҡәрҙәште мал ҡәрҙәш айырған. Мәҡәл. Баш ҡәрҙәш булһа ла, мал ҡәрҙәш тугел. Мәҡәл. Дуҫ — иш менән, ҡәрҙәш — ырыу менән. Мәҡәл. Ете ауылда ете ҡәрҙәшең булһын. Мәҡәл.
ҠӘРҘӘШ II (Р: родственный; И.: kin; kith; T: kardeş) с.
Туғанлығы булған. □ Родственный. Ҡәрҙәш кеше. Ҡәрҙәш тел. Ҡәрҙәш халыҡ. ■ Хеҙмәт [Мирсәлих Биксуриндың «Башланғыс ҡулланма...»һы] был йәһәттән башҡорт һәм, ғөмумән, төрки тел белемендә ҡәрҙәш телдәрҙе сағыштырма өйрәнеуҙең тәуге тәжрибәһе иҫәпләнә. Р. Шәкүр. Ул [Аҡмулла] кутәргән проблемалар, ул уткәргэн идеялар төрки телле бик куп ҡәрҙәш халыҡтар өсөн дә уртаҡ ине. Ә. Вилданов. Хөрәфәти хикәйәләрҙәге яҡынлыҡ, уртаҡ һыҙаттар, айырыуса, ҡәрҙәш халыҡтар ижадында асыҡ сағыла. Ф. Нәҙершина.
ҠӘРҘӘШ-ҠӘҮЕМ и. йыйн. диал. ҡәрҙәш-ырыу. • Ата-инәһен һөймәгән ҡыҙ яман, ҡәрҙәш-ҡэуемен һөймәгән ул яман. Әйтем.
ҠӘРҘӘШЛЕК (ҡәрҙәшлеге) (Р: родство; И.: kinship; T: kardeşlik) и.
Ҡәрҙәш булыу хәле, туғанлыҡ. □ Родство. / Родственный. Ҡәрҙәшлек хистәре. ■ Башҡорт ғумер баҡый ҡәрҙәшлекте хөрмәт иткән, ырыу булып йәшәгән, яуға ла бергә тупланған, кейемдәре лә һәр ырыуҙың уҙенеке булған. Р. Байымов. Ике яҡ, бер-береһенә куңелдәре иреп, татыулыҡ, ҡәрҙәшлек хаҡына мөлдөрәмә тулы ҡымыҙ туҫтаҡтары кутәрҙе. Ә. Хәкимов.
ҠӘРҘӘШ-ЫРЫУ (Р: родня; И.: kin; kinsfolk; T: akrabalar) и. йыйн.
Бер нәҫелдән сыҡҡан кешеләр; туған-ырыу. □ Родня, родственники, родные. Ҡәрҙәш-ырыу йыйылыу. ■ Уны [Каныкайҙы] Дим буйында тирмәләрҙә ҡәрҙәш-ырыуҙары шатланып ҡаршы алған. Легенданан. [Йылҡыбай:] Атайым уҙенең ҡәрҙәш-ырыуҙары менән Яйыҡҡа ҡойған һаҡмар йылғаһы буйында йәйләй ине. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Яҡыныраҡ ҡәрҙәш-ырыу, алдан әйтеп ҡуйылғанса, атын егеп килгән. М. Кәрим.
ҠӘРЕНДӘШ и. һөйл. ҡар. ҡарындаш.
■ [Рифҡәт — Менәуэрәгә:] Тәуге тапҡыр Өфөгә килгән ҡәрендәште бынау төндә урамда ҡалдырып булмай ҙа инде. Н. Мусин. • Ауырыу — аштан, дау — ҡәрендәштән. Мәҡәл. Йән ҡәрендәште мал ҡәрендәш айырған. Мәҡәл. Яҙ ҡышынан билгеле, ҡыҙ — ҡәрендәшенән. Мәҡәл. Яҡын дуҫ йыраҡ ҡәрендәштән яҡын. Мәҡәл.
ҠӘРИБ I [ғәр. (Р: близкий (о родне)’, И.: close kin; T: yakın akraba) с. иҫк. кит.
Үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булған, яҡын. Г ] Близкий; ближний (о родне). ■ Яуҙар бөтөп, тынысланғас, сәләмәт ҡалғандары һәр ҡайһыһы уҙенең ҡәриб ҡәрҙәштәрен, бәғзеһе ҡыҙын, бәғзеһе ҡатынын урмандан эҙләп сыҡҡандар. Ғ. Кейеков. Әҙәмдән һауа ҡалмаҫ, ғәрип булмай, фәҡирлек сөхбәтенә ҡәриб булмай. М. Аҡмулла.
ҠӘРИБ II [ғәр. ч-Mji] (Р: родственник; И.: relative; T: akraba) и. иҫк. кит.
Ҡәрҙәш, туған. □ Родственник. Яҡын ҡәриб. Алыҫ ҡәриб.
ҠӘРЙӘ [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. ауыл.
■ Ғабдрахман хәҙрәт уҙе тыумышы менән Муртыштамаҡ ҡәрйәһенән. Ғ. Хөсәйенов. Юғарыла исемдәре телгә алынған виләйәттәренең берендә бер мосолман ҡәрйәһе барҙыр. Р. Фәхретдинов.
ҠӘРМӘЛЙЕН (Р: кармазин; И.: kind of red cloth; T: çok kaliteli kırmızı kumaş) u. диал.
Юғары сортлы ҡыҙыл буҫтау. □ Кармазин. Кәрмәлйендән пальто тегеу.
860