ҠӘНӘФИ
ҠӘНӘҒӘТҺЕҘ (Р.: недовольный; И.: displeased; T.: kanaatsiz) с.
1. һәр нәмәгә ризаһыҙлыҡ менән ҡараусан. □ Недовольный, неудовлетворённый. Ҡәнәғәтһеҙ кеше. ■ [Ғәйнисламдың] ҡәнәғәтһеҙ ҡарашы өйҙө куҙҙән уткәрҙе. «Ағиҙел», № 4, 2010. Ҡуптәр йөпләп баш ҡаҡты, ҡәнәғәтһеҙ тауыштар ҙа ишетелде. Б. Рафиҡов.
2. Ҡәнәғәтләнеүҙе, шөкөр итеүҙе белмәҫ, туймаҫ. □ Ненасытный, алчный, жадный; неумеренный. Ҡәнәғәтһеҙ әҙәм.
ҠӘНӘҒӘТҺЕҘЛЕК (ҡәнәғәтһеҙлеге) (Р: недовольство; И.: discontent; T.: kanaatsizlik) и.
1. Ҡәнәғәт булмау тойғоһо. □ Недовольство, неудовлетворённость; разочарованность, неудовлетворение, разочарование. Ҡәнәғәтһеҙлек белдереу. Ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырыу. Тормоштан ҡәнәғәтһеҙлек. ■ Мөхәррәм ҡарт уҙенең был ҡәнәғәтһеҙлектәрен әленән-әле белдереп, ауылдаштарының хәтеренә төшөрөп тора. М. Ямалетдинов. Төркөм шаулаша, ҡәнәғәтһеҙлек белдерә башланы. Ә. Әминев. Етди һөйләшеп торғанда, ҡарттан бындай еңеллекте көтмәгән райком секретары ҡәнәғәтһеҙлеген йөҙөнә сығарҙы. Р. Байымов.
2. Туйыу белмәү хәле, ҡомһоҙлоҡ. □ Ненасытность, неумеренность; алчность, жадность. Ҡәнәғәтһеҙлеге башына етте уның.
ҠӘНӘҒӘТҺЕҘЛӘНЕҮ (ҡәнәғәтһеҙлән-) (Р: быть недовольным; И.: be discontented; T: memnun olmamak) ҡ.
Ҡәнәғәтһеҙ булыу, ҡәнәғәтһеҙлек белдереү. □ Быть недовольным, проявлять недовольство, испытать чувство недовольства ( неудовлетворённости ). Ҡәнәғәтһеҙләнеп һорау. Ҡәнәғәтһеҙләнеп йөрөу. М Йәштәр уның [Әлтәфтең] ҡәнәғәтһеҙләнеуен һиҙеп шымтайҙылар, мыш-мыш танау тарттылар. Б. Рафиҡов. Йәшерәктәр [һалдаттар] миңә сәм менән көнләшеп ҡарайҙар, ололарының һаҡ ҡараштарында шик тә, һынау ҙа, хатта ҡәнәғәтһеҙләнеу ғәләмәттәре лә һиҙелә. Ш. Бикҡол.
ҠӘНӘР и. анат. диал. ҡар. күмәгәй. Ҡә-нәр ауыртыу. Ҡәнәр шешеу.
ҠӘНӘФЕР I [ғәр. Jâjja] (Р.: гвоздика; И.: carnation; T.: karanfil) и. бот.
Нәҙек һабаҡлы, ҡыҙыл, аҡ, алһыу төҫтәге ваҡ сәскәле, ваҡ ҡына ҡыяҡ япраҡлы күп йыллыҡ үлән. □ Гвоздика. / Гвоздичный (растение) (лат. Dianthus). Ҡәнәфер сәскәһе. Ҡәнәфер орлоғо. Ҡыҙыл ҡәнәфер. ■ Кук йөҙө асылып, ҡояш ергә йылы нурҙарын һибеу менән, йомшаҡ елдәр иҫте, йәшел хәтфәлә ҡырағай ҡәнәфер, еләк, сейә сәскә атты һәм далала моң ҡуйырҙы. И. Абдуллин.
ҠӘНӘФЕР II [ғәр. Jijjâ] (Р: гвоздика; И.: clove tree; T.: karanfil) и. бот.
1. Ҡара-ҡаршы оҙонса япраҡлы, ваҡ ҡына ал, аҡ төҫтәге суҡ сәскәле мәңге йәшел тропик ағас. □ Гвоздичное дерево, сизигиум ароматный (дерево) (лат. Syzygium aromati-сит). / Гвоздичный. ■ Ҡәнәфер менән, ай, аҡ баҙыян ҡай ерҙәрҙә сәскә ата икән. Халыҡ йырынан.
2. Шул ағастың аш тәмләү һ. б. өсөн файҙаланылған киптерелгән сәскә бөрөһө. □ Гвоздика (специя). Былауға ҡәнәфер һалыу. Өс бөртөк ҡәнәфер. ■ Атайым серәкәйҙәргә ҡаршы һәр ваҡыт ҡәнәфер майы йөрөтә. Д. Юлтый. Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, баҙыян бөрктөм Шәурә килен кейгән еләнгә. Халыҡ йырынан. Ваҡ бәшмәкте бөтәуләй көйө 25—30 минут ҡайнатҡандан һуң, тоҙ һәм тәмләткестәр: хуш еҫле борос, ҡәнәфер, лавр япрағы, кәрәгенсә дәрсен һалырға. «Башҡортостан ҡыҙы», № 9, 2010.
ҠӘНӘФЕР ҺЫМАҠТАР (Р: гвоздичные; И.: pink family; T.: karanfilgiller) и. бот.
Айыры таж япраҡлы ике өлөшлө үҫемлектәр төркөмө. □ Гвоздичные (лат. Сагу о-phyllaceae). Ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһе.
ҠӘНӘФИ [рус. канапе < фр. canape] и. ҡар. кәнәфи. ■ [Һаҡалтай Нурбикәне] стена ҡырлауындағы кәштәләренә ҡалын китаптар теҙелгән, уртаға өҫтәл, уны тирәләп, йомшаҡ кәнәфиҙәр ҡуйылған булмәгә алып инде. X. Тапаҡов.
859